«Йәшлек» гәзите » Һаулыҡ һаҡлау » Пневмония аямай



15.01.2013 Пневмония аямай

Яңы йыл байрамдарында Көнбайыш хәрби округында төрлө хәрби частарҙа хеҙмәт иткән дүрт һалдат, үпкәһенә һыуыҡ тейҙереп, вафат булған.
Улар араһында 19 йәшлек Мәләүез ҡалаһы егете Зәкир Көсөкәев та бар. Хәрби медиктар вируслы-бактериаль инфекциялы пневмонияның эҙемтәләрен бөтөрөү өсөн барыһын да эшләһә лә, сирҙәре аҙған егеттәрҙе ҡотҡара алмайҙар. Дауалауҙа һәр һалдаттың организм үҙенсәлектәре лә иҫәпкә алына, улар пациенттарҙың ата-әсәләре менән дә бәйләнешкә инә. Әммә ҡайһы берҙә медицина ла көсһөҙ.
Табиптар аңлатыуынса, һалдаттар Подольск госпиталенә ауыр хәлдә килтерелгән. Ни өсөн уларҙы һуңлап килтергәндәрен прокуратура менән РФ Оборона министрлығының Баш хәрби-медицина идаралығы асыҡлаясаҡ.
Ошо көндәрҙә Екатерин­бургтағы хәрби госпиталдә тағы бер һалдаттың пневмониянан үлеүе мәғлүм булды.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға