«Йәшлек» гәзите » Һаулыҡ һаҡлау » Ҡулдар – кешенең визит картаһы



11.01.2013 Ҡулдар – кешенең визит картаһы

Ҡулдар – кешенең визит картаһы
Күп ҡатын-ҡыҙҙар бит-муйын тиреһен тәрбиәләүгә күп ваҡытын сарыф итә. Ә бына ҡул һәм тырнаҡтары иғтибарҙан ситтә ҡала. Эйе, күптәр ҡулына туҡландырыусы крем һөртә, тырнаҡтарын лак менән буяй, әммә был ғына етмәй. ҡулдарығыҙҙың йомшаҡ булыуын, уға ҡағылғандар уның нәфислеген хәтерендә ҡалдырыуын теләһәгеҙ, түбәндәге кәңәштәргә ҡолаҡ һалығыҙ.
Һалҡын мәлдәрҙә бейәләй-бирсәткәһеҙ йөрөмәгеҙ, юғиһә тирегеҙ ҡороясаҡ. Унда йыйырсыҡтар тиҙерәк барлыҡҡа киләсәк. Йәйгеһен ультрафиолет нурҙарҙан һаҡлаусы крем ҡулланығыҙ. Йорт эштәрен башҡарғанда резина бирсәткә кейегеҙ. Уның менән эшләүе уңайлы түгел, әммә таҙартыусы-йыуыусы химик матдәләрҙең ҡулдарға һәм тырнаҡҡа кире йоғонто яһауын онотмағыҙ. Һынып йонсотҡан, төбөнән ҡырҡылған тырнаҡ менән йөрөгөгөҙ килмәһә, түҙергә тура килер.
Тырнаҡ һынғанда ябай йод иретмәһе ярҙам итер. Төнгөлөккә уны тырнаҡҡа яҡшылап һөртөп сығығыҙ. Һарыһы ҡалыр, тип ҡурҡмағыҙ, иртәнсәккә тиклем ул бөтәсәк. Был процедураны ун көн буйы көн аша эшләргә кәңәш ителә.
Бер ҡалаҡ лимон һутын һығып алығыҙ һәм уға 5 – 7 тамсы йод тамыҙығыҙ. Тырнағығыҙҙы 10−15 минутҡа ошо ҡатнашмаға тығып тороғоҙ. Диңгеҙ тоҙо иретмәһенә ҡулды тығып ултырыу яҡшы һөҙөмтә бирә.
Емеш-еләк, йәшел йәшелсәләр, кальцийға бай ризыҡ өҫтәлегеҙҙә булһа, тырнағығыҙ һынып йонсотмаҫ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға