«Йәшлек» гәзите » Һаулыҡ һаҡлау » Диспансерлауға әҙерләнегеҙ



08.01.2013 Диспансерлауға әҙерләнегеҙ

Яңы йылдан Башҡортостанда 21 йәштән өлкән кешеләрҙең бөтәһе лә диспансер тикшереүе үтергә тейеш.
Был сара ил буйынса уҙа. Профилактик тикшереүҙәр процедураһы өс йылға бер ҡабатлана. Иң тәү сиратта ул йөрәк-ҡан тамырҙары, онкология, бронхо-үпкә сирҙәрен, шәкәр диабетын асыҡлауға йүнәлтелә. Ауырыу билдәләре була ҡалһа, тиҙ үк табиптар консультацияһын алырға мөмкин, сир көсәйә барғанда пациент ныҡлы тикшереү үтә. Шулай уҡ астма, диабет кеүек диагноз ҡуйылһа, махсус мәктәптәргә ебәреү ҙә ҡарала.
Һәр кем төрлөсә тикшерелә. Мәҫәлән, өс хәүеф факторы – гипертония, юғары холестерин һәм артыҡ ауырлыҡ – бер юлы тура килһә, йәше 45-тән өлкән ирҙәргә һәм 55 йәштән өлкән ҡатын-ҡыҙҙарға ҡиммәтле һаналған йоҡо артерияларын дуплекс сканерлау бушлай үткәреләсәк. 50 йәштән өлкән ирҙәрҙә простата биҙе яман шеше хәүефен белдереүсе антиген кимәлен тикшереү ҙә ҡаралған. Флюорография, маммография (40 йәштән өлкән ҡатын-ҡыҙҙар­ға), ЭКГ, ҡан анализы һ.б. – быларҙың бөтәһе лә диспансерлау исемлегенә индерелгән.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға