«Йәшлек» гәзите » Һаулыҡ һаҡлау » Алкоголизмдан дауа



23.11.2012 Алкоголизмдан дауа

Эскелек сиренең кимәлен асыҡлап, һөҙөмтәле дауаны тик табип-нарколог ҡына билдәләй ала. Шуға күрә түбәндәге ысул­дар­ҙы ҡулланыр алдынан уның менән кәңәшләшегеҙ.
Иҫерткестән ағыулан­ғанда:
10 грамм репешок үләне, кесерткән япрағы, ҡурйын тамыры, 5 грамм фенхель орлоғо, бәпембә тамыры, быуын сәскә (цикорий), меңъяпраҡ алығыҙ һәм уны ваҡлағыҙ. Ошо массаның 7 грамына 250 мл ҡайнар һыу ҡойоп, ярты сәғәт төнәткәс эсегеҙ. Был − бер тапҡыр ҡуллана торған доза. Көнөнә дүрт тапҡыр эсергә.

Тынысланыр өсөн:

20-шәр грамм гөлйемеш һәм мелисса үләненә 15-әр грамм мәтрүшкә, бесәй үләне, лаванда, ҡомалаҡ, 5 грамм әнис орлоғона 250 мл ҡайнар һыу ҡойоғоҙ. Ун биш минут төнәткәс, көндөҙ − дүрт, төндә бер тапҡыр эсергә.

Хәмер эсеү теләген бөтөрөү өсөн:

Көнөнә өс тапҡыр ошо төнәтмәне эсегеҙ: 30 грамм айыу ҡурайы һәм репешок үләнен, 10-ар грамм энәлек сәскәһен һәм бабаһыр уты тамырын, 5-әр грамм әрем, клевер һәм бөтнөктө ҡушығыҙ һәм ваҡлағыҙ. 250 мл ҡайнар һыуға 6 грамм (был бер тапҡыр ҡуллана торған доза) ҡатнашманы һалырға, 15 минут төнәтергә һәм эсергә.
Кейәү үләне (чабрец) эскелектән ҡотолорға ярҙам итә. Ике ҡалаҡ үләнгә 200 мл ҡайнар һыу ҡойоп, ике сәғәт төнәтергә. Эсемлекте көн дауамында өс тапҡыр эсергә кәрәк. Был дарыуҙан һуң кешелә хәмергә ҡарата ерәнеү тойғоһо барлыҡҡа килә, араҡы, һыра һ.б. эсһә, күңеле болғана башлай.
Әгәр ҙә алкоголик дауаланыу­ҙан ҡырҡа баш тартһа, хәйләгә барығыҙ. Кейәү үләненең еҫе бик тәмле, уны тәмләткес булараҡ ҡулланырға була. Үләнде порошок хәленә еткергәнсе ваҡлағыҙ һәм балыҡ, ит ризыҡтарына, аш-салат­ҡа һ.б. әҙләп ҡушығыҙ. Дауаланыусы был еҫкә өйрәнгәс, дарыу үләненең күләмен яйлап арттырығыҙ (бер ултырғанда яҡынса бер балғалаҡ ашарға тейеш). Тиҙҙән унда хәмергә ҡарата ытырғыныу тойғоһо барлыҡҡа киләсәк. Һөҙөмтәне нығытыр өсөн дауалауҙы тағы ла бер ай дауам итегеҙ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға