«Йәшлек» гәзите » Һаулыҡ һаҡлау » Дарыуҙы нимә менән эсергә?



23.11.2012 Дарыуҙы нимә менән эсергә?

Дарыуҙы нимә менән эсергә?
Дарыуҙар физик һәм химик сифаты менән айырыла. Улар организмға төрлөсә йоғонто яһай. ҡайһы бер препараттарҙы билдәле бер шыйыҡса менән генә ҡабул итергә кәрәк. Йәки, киреһенсә, ярамай.
Һөт. Составында кофеин булған, шулай уҡ тетрациклин төркөмөнә ин­гән антибиотик­тар­ҙы, ауыр­тыу­­ҙы баҫа торған дарыу­ҙар­ҙы һөткә ҡушып эсергә ярамай. Уның составындағы кальций дарыуҙы нейтралләштерә.
Ә бына составында индометацин, мефенам кислотаһы, резерпин булған дарыуҙы һөт менән эсергә кәрәк. Юғиһә ул ашҡаҙан-эсәк трактына зыян килтерәсәк.
Сәй. Ундағы танин дарыуҙың ҡайһы бер матдәһе менән берләшә һәм уны организм эшкәртә алмай. Составында папаверин, кодеин, кофеин, эуфиллин, эт еләге (белладонна) булған препараттарҙы сәй менән эсмәгеҙ. Хәтере­геҙгә һалып ҡуйығыҙ: “баш ауыртыуынан” дарыу һәм сәй бер-береһенән алыҫ булырға тейеш.
Минераль һыу. Уның менән эритромицин һәм йод препараттарын эсергә кәңәш ителә. Минераль һыу менән артыҡ мауы­ғыр­ға ярамай, унда кальций бик күп.
Емеш-еләк һәм йәшелсә һуты. Улар органик кислотаға бик бай. Шуға күрә дарыу ҡулланғанда эсмәҫкә кәңәш ителә.
Грейпфрут һуты. Ниңә­лер халыҡ араһында, ул бик файҙалы, тигән фекер таралған. Ысы­нында иһә был һут организмда дарыуҙарҙың тупланыуына бу­лышлыҡ итә, һөҙөмтәлә үлемгә илтеүе ихтимал. Медици­на­ла шундай бер нисә осраҡ теркәлгән.
Алкоголь. Ниндәй иҫәр дарыуҙы ал­коголь менән бер­гә эсһен инде, тиһегеҙме? Дарыу ҡа­бул иткәндән һуң байрам та­бынында һаулыҡ өсөн бер бокал ҡыҙыл шарап күтәргән кешенең организмында кире үҙгәрештәр күҙәтелә.
Антидепрессант төркөмөндәге дарыуҙан һуң хәмер ҡулланған кешенең ҡапыл хәле насарайыуы мөмкин. Алкоголь – ул депрессант, йәғни әлеге дарыуҙың ҡапма-ҡаршыһы. Шараптан һуң ҡанға ҙур күләмдә адреналин гормоны ташлана, һөҙөмтәлә йөрәк тибеше йышая, ҡан баҫымы күтәрелә. Хәмер составындағы адреномиметик тирамин матдәһе антибиотик фонында ҡанға эләгә һәм ҡан баҫымын тағы ла юғарыраҡ күтәрә.
Клонидин, метронидазол, цефалоспорин, гризеофульвин, сульфаниламид, нитрофуран, кетоконазол төркөмөндәге да­рыу­ҙан һуң алкоголь эскән кешенең ҡанында уксус альдегиды барлыҡҡа килә, һәм кеше ағыулана. Әгәр ҙә эскән хәмерҙең күләме күберәк булһа, байрам реанимацияла тамамланыуы ихтимал.
Составында парацетамол булған дарыуҙан һуң спиртлы эсемлек эскән кешенең бауыры гепатиттан бик оҙаҡ яфаланасаҡ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға