«Йәшлек» гәзите » Һаулыҡ һаҡлау » Сәләмәт бул, халҡым!



20.11.2012 Сәләмәт бул, халҡым!

Республикала һаулыҡ һаҡлау буйынса күсмә ултырыш уҙҙы
Кеше ғүмеренән һәм сәләмәтлегенән дә мөһимерәк мәсьәлә бармы икән? Моға­йын, юҡтыр. Башҡортостанда һигеҙенсе йыл рәттән уҙғарылған һаулыҡ һаҡлау буйынса Республика Советының күсмә ултырышында көнүҙәк мәсьә­ләләр ҡаралды. Халыҡ сәләмәтлеге, медицина хеҙмәтенең сифаты, демографик хәл, һаулыҡ һаҡлау системаһын яңыртыу һөҙөмтәләре хаҡында һөйләшеүҙәр, фекер алышыуҙар булды. Күсмә ултырыш − Ба­ҡалы, Туймазы һәм Шаран райондарында, ә пленар өлөшө Өфөлә уҙҙы.
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов сығышында Башҡортостандың тыуым буйынса илдә 24-се урында тороуын билдәләне. 2005 йылдан республикала тыуым 27,8 процентҡа артһа, үлем кимәле – 5,6 процентҡа, яңы тыуған сабыйҙар үлеме 1,8 тапҡыр­ға кәмегән. Табиптар раҫлауынса, демографик хәлде яҡшыртыуҙың төп юлы – инсульт, диабет, йөрәк-ҡан тамырҙары һәм онкология сирҙәрен кәметеү. Улар донъяла бөтә үлем осраҡтарының өстән ике өлөшөн биләй. Һуңғы осорҙа тормошҡа ашырылған маҡсатлы программалар һөҙөмтәһендә ҡан әйләнеше системаһы сирҙәре – 12,9, йөрәк ишемияһы – 4,7, миокард инфаркты 27,3 процентҡа әҙәйгән. Президент, үлемде кәметеүгә, тыуымды арттырыу­ға һәм миграция сәйәсәтен көйләүгә ҡағылған өс проблемаға иғтибарҙы арттырырға кәрәклеген билдәләне. “Бөтә иғтибарҙы тыуымды арттырыуға йүнәлтеп кенә демографик көрсөктән сығып булмай. Яҡшы тормош шарттары ла, социаль ярҙам да “тыуымды арттырыусы генератор” була алмай. Иң мөһиме – үлем осраҡтарын кәметеү буйынса ең һыҙғанып эшләргә кәрәк”, – тине Рөстәм Хәмитов.
Сирҙәр генә түгел, бәлә-ҡазалар ҙа ғүмерҙәрҙе алып китә, үкенескә күрә . Йыл да 16 − 18 мең кеше тәбиғи булмаған юл менән вафат була. Заман афәттәре, фажиғәләрҙә мәрхүм булыу­сылар­ҙың өстән бер өлөшөн йәштәр тәшкил итә.
Республиканан башҡа төбәктәргә күсеп китеүселәр ҙә демографияның түбәнәйеүенә булышлыҡ итә. Быйыл туғыҙ айҙа яҡынса 31 – 32 мең кеше сит яҡта төпләнгән. Һис булмағанса, 16 мең үҫмер белем алыу өсөн Рәсәйҙең башҡа төбәктәрен һайлаған. Тимәк, йәштәрҙе республика уҡыу йорттарына ылыҡтырыу өсөн вуздарға рейтингылары өҫтөндә эшләргә кәрәк.
Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры Георгий Шебаев билдәләүенсә, туберкулез, венерик һәм йоғошло тире ауырыу­ҙары менән сирләүселәр һаны аҙайған. Ә бына ВИЧ-инфекциялылар һаны 29 процентҡа артҡан. һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә күрелгән саралар үлем осрағын өс процентҡа кәметеүгә булышлыҡ иткән. Мәҫәлән, туғыҙ айҙа 5139 кеше (былтырғынан 20 процентҡа күберәк) юғары технологиялы медицина ярҙамы менән файҙаланған. 94,4 мең кеше тәүге тапҡыр онкологка күренгән, 8,5 мең пациент Республика клиник онкология диспансерында дауаланған. Йөрәк-ҡан тамырҙары хирургияһы буйынса юғары технологиялы операцияларға квоталар күләменең артыуы шулай уҡ күптәр­ҙең ғүмерен һаҡлап алып ҡалырға булышлыҡ иткән. Юл-транспорт фажиғәһенә юлыҡҡандарға медицина ярҙамы күрһәтеүҙе камиллаштырыу ҙа дауам итә, автоаварияға эләгеүселәр ара­һында үлем осрағы 17,9 процент­ҡа кәмегән.
“Иҡтисадтың юғары мәктәбе” милли тикшеренеү университетының Демография институты директоры Анатолий Виш­невский әйтеүенсә, 2030 йылдарҙа Рәсәйҙә эшкә һәләтлеләр һәм репродуктив йәштәге әсәләр һаны кәмейәсәк, ә оло йәштәгеләр артасаҡ. Тимәк, өҫтәмә социаль сығымдарҙың күбәйеүен бөгөндән иҫәпкә алырға кәрәк.
Ултырыш һуңында бурыстар билдәләнде: үлем осрағын кәметергә, әсәләр һәм балаларҙың сәләмәтлеген һаҡларға, халыҡты дарыу менән тотҡарлыҡһыҙ тәьмин итергә, кадрҙарға ҡытлыҡты бөтөрөү сараһын күрергә.

Г. ЯХИНА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға