27.07.2012 Төҫтәр дауалай
Төҫтәр ярҙамында кәйефте үҙгәртергә генә түгел, ә ауырыуҙарҙы дауаларға, микробтарға ҡаршы көрәшергә һәм хатта ябығырға ла мөмкин икәнен күптәр белмәй.
Әйтәйек, Канада ғалимдары алһыу төҫтөң сабыр холоҡло кешеләргә лә, психик ауырыуҙар һәм енәйәтселәргә лә ғәжәйеп дәрәжәлә тынысландырыу йоғонтоһо яһағанын күҙәткән. Был төҫ тәьҫирендә организмда адреналин эшләп сығарыу туҡтай икән. Юҡҡа ғына ҡайһы бер илдәрҙә төрмәләрҙә тотҡондарҙы алһыу төҫкә буялған картон пластинкаларға ҡарарға мәжбүр итмәгәндәрҙер. Һөҙөмтәлә һуғышыу һәм үҙ-үҙеңә ҡул һалыу осраҡтары кәмей. Ә Америкала күп ашаусыларға был төҫтөң ярҙам итеүен иҫбатлағандар. Унда ябығырға теләгән, әммә ашау тураһында онота алмағандарға алһыу шаҡмаҡтарға ҡарап ултырырға ҡушалар. Нисек кенә сәйер тойолмаһын, әммә бынан һуң тамаҡ туйып киткәндәй була, имеш.
ҡыҙыл төҫ көс биреп кенә ҡалмай, ә йылыта ла. Ул йыш һалҡын тейҙереүселәргә һәм өшөп интегеүселәргә ярҙам итә. Ләкин ҡан баҫымығыҙ юғары йәки саманан тыш ярһығанһығыҙ икән, ҡыҙыл төҫ зыян ғына килтерергә мөмкин. Әгәр яңы көн һеҙҙән яңы ҡаҙаныштар талап итә, әммә быға көсөгөҙ юҡ икән, хуш еҫле ҡыҙыл розалар һатып алығыҙ, ҡаршығыҙға ҡыҙыл картина ҡуйығыҙ, йә ҡулығыҙға асыҡ ҡыҙыл төҫтәге ручка тотоғоҙ.
Йәшел һәм зәңгәрһыу төҫ тынысландырып ҡына ҡалмай, ә мигрень һәм башҡа ауырыуҙар ваҡытында ауыртыуҙы ла еңеләйтә. Юҡҡа ғына теш кабинеттарын зәңгәрһыу йәки йәшел төҫкә буярға кәңәш итмәйҙәр. Билдәле булыуынса, был төҫтәр формалашып килеүсе организмда матдәләр алмашыныу процесын тиҙләтеүсе үҫеү төҫтәре булып та һанала. Әгәр балағыҙға айырым бүлмә эшләү мөмкинлегегеҙ булһа, стеналарын зәңгәрһыу һәм тоноҡ йәшел төҫтәргә буяғыҙ – балағыҙ күҙгә күренеп үҙгәрер.
ҡуйы зәңгәр төҫтө микробтар яратмай. Беҙҙең өләсәйҙәр иһә тымау, тамаҡ шешеү һәм башҡа күп кенә ауырыуҙы зәңгәр төҫтәге лампалар менән дауалаған.
Ә бына ҡара төҫ, бер яҡтан, ҡан баҫымын төшөрһә, икенсе яҡтан, ярайһы ғына зыян да килтерергә һәләтле. ҡараның ҡурҡыныс булыуын беренсе булып инглиздәр һиҙә һәм граждандарҙың именлеген һаҡлап ҡалыу өсөн баҫма-күперҙәрҙе ҡара төҫкә буяуҙы тыялар. Уларҙы күңелле зәңгәр төҫкә буяғас, илдә һыуға һикереп үҙ-үҙен үлтерергә теләүселәр һаны ике тапҡырға кәмегән.
Дарыуһыҙ дауалау менән шөғөлләнеүсе медицина фирмалары пациенттарына ябай булмаған һәм хәүефһеҙ дауалау ысулы – үҙгәреп тороусы төҫтәр тәьҫире дауаһы тәҡдим итә. Дауаланыу өсөн айырым бер шаҡмаҡтарға ҡарау ҙа етә, ә был ваҡытта иһә приборҙар үҙеңде нисек хис итеүеңде күрһәтә. Һары, ҡуйы һары һәм ҡыҙыл (нәҡ шул тәртиптә) төҫтәргә иғтибарҙы оҙаҡ йәлеп итеп торһаң, ҡан баҫымы күтәрелә, йөрәк тибеше һәм һулыш алыу йышая – һеҙ көрәшкә әҙер тигән һүҙ. Әгәр инде башта – ҡара, аҙаҡ зәңгәрһыу һәм йәшел төҫтәргә ҡараһағыҙ, был хис, киреһенсә, кәмей.