27.07.2012 Витаминдар ҡайҙа үҫә?
Бөтә диетологтар ҙа күберәк еләк-емеш, йәшелсә ашарға кәрәклеген белдерә. Һатып алынғанына ҡарағанда, әлбиттә, үҙебеҙҙең баҡсала үҫкәне күпкә яҡшыраҡ. Сит яҡтарҙан килтерелгән емештең ниндәй шарттарҙа үҫкәне, ниндәй химикаттар менән “байытылғаны” беҙгә мәғлүм түгел, уның файҙаһынан бигерәк зыяны күберәк булыуы ихтимал. Шуға күрә банан һәм әфлисун, персик һатып алғансы, түтәлдән өҙөп, еләк ҡабығыҙ.
Сей йәшелсәлә, бешкәненә ҡарағанда, витаминдар күберәк була, яҡшыраҡ үҙләштерелә лә. Мәҫәлән, ит, балыҡ йәки сыр кеүек ризыҡты ашағанда организмда органик булмаған әсе ҡушылмалар барлыҡҡа килә. Ә сей йәшелсәләрҙәге һелте уны нейтралләштерә.
Йәшелсәләр витаминдарға, эфир майҙарына, минераль тоҙҙарға бик бай. Яңы ғына өҙөлгән йәшел һуғанда, салат япрағында, петрушкала, әнистә, ҡуҙғалаҡта һәм һарымһаҡта улар бигерәк күп. Мәҫәлән, шпинат, йәшел һуған, кишер, петрушкала каротин бар, унһыҙ организмда А витамины барлыҡҡа килмәй. С витамины помидорҙа, кәбеҫтәлә, редиста, сельдерейҙа бик күп. В1 витамины (тиамин) нервы системаһын көйләй, тиҙ арыуҙан һаҡлай, көс-ҡеүәтте арттыра. Ул шпинатта, борсаҡ, салат япрағында бик күп. Уларҙа шулай уҡ В2 (рибофлавин) витамины бар, ул ауыҙ эсе боҙолоуҙан, күҙ шекәрәһе сиренән һаҡлай. Никотин кислотаһы ашҡаҙан-эсәк тракты, тире ауырыуҙарын киҫәтә, бауыр эшмәкәрлеген көйләй. Кәбеҫтәләге К витамины ҡан составын яҡшырта. Йәшел төҫтәге йәшелсәләрҙең биологик әүҙем матдәләре организм туҡымаларының эшен көйләй, күҙәнәктәрҙең һауығыуына булышлыҡ итә.
Йәшелсәләрҙәге клетчатка организмдан холестеринды сығарырға ярҙам итә. Уға бигерәк тә сөгөлдөр, кәбеҫтә, ҡыяр, йәшел борсаҡ, кишер бай. Әгәр ҙә эсәклектә елһенеү процесы булһа, салат, помидор, картуф ашарға кәңәш ителә.
Йәшелсәләрҙәге органик кислота ашҡаҙан һутын барлыҡҡа килтерә. Был – ҡуҙғалаҡ, шпинат, помидор, сөгөлдөр, ҡыяр. Йәшел борос, ҡабаҡ, һарымһаҡ, кәбеҫтә көмөш, йод, хром, молибден кеүек микроэлементтарға бай.