«Йәшлек» гәзите » Һаулыҡ һаҡлау » Тәнгә лә, йәнгә лә таба дауаһын



15.06.2012 Тәнгә лә, йәнгә лә таба дауаһын

Тәнгә лә, йәнгә лә  таба  дауаһын
Донъялағы бөтә кешеләр ҙә бәхетле булырға ынтыла. Татлы ла, ләззәтле лә был халәттең асылы нимәлә? Өфө ҡалаһының 22-се ашығыс медицина дауаханаһының 2-се терапия бүлеге мөдире Фәрит Әсфәндийәров менән әңгәмәне, уның табиплыҡ эшмәкәрлегенән бер аҙ ситләшеп, бәхет хаҡында һөйләшеүҙән башланыҡ.
– Бәхеттең дүрт принцибын айырып билдәләр инем: тәүгеһе – кешеләрҙе ихлас яратыу; икенсеһе – тәбиғәткә мөхәббәт һәм унан ләззәт алыу; өсөнсөһө – маҡтауға ғына өмөт итмәү һәм, ахыр килеп, үҙеңә һәр ваҡыт мауыҡтыр­ғыс шөғөл табыу, – тип күңелендәгеһе менән уртаҡлашты Фәрит Әсфәндийәров.
Былар – Фәрит Заһит улы өсөн йәшәүгә көс биреүсе сығанаҡ. Эйе, кешеләрҙе яратыу – оло талант. Табип өсөн был үҙе бер фәлсәфә. Үҙенең яҡындарын һәр кем яраталыр, моғайын. Ә бына сит-ят кешене, бигерәк тә ауырыған сағында, кеше булараҡ яратыр өсөн бик тә мәрхәмәтле йөрәк кәрәк. Бына ошо сифаты Фәрит Әсфән­дийәровты медицинаға алып килә һәм ул яҙмышын ғүмерлеккә табип һөнәре менән бәйләй.
Фәрит Заһит улы бында дауахана асыл­ған көндән эшләй. Исеменән үк аңлашылыуынса, был дауаханаға экстрен рәүештә һәм кисектергеһеҙ медицина ярҙамына мохтаж ауырыуҙар ҡабул ителә. Улар араһында йөрәк-ҡан тамырҙары, йөрөү-хәрәкәтләнеү органдары, эндокринология, бөйөр-бәүел юлдары ауырыуҙары менән киләләр. Йыш ҡына хәл эсендәге ауырыуға тиҙ арала дөрөҫ диагноз ҡуйып, квалификациялы медицина ярҙамы күрһәтеп кенә ғүмерҙәрҙе һаҡлап ҡалалар. Бындай саҡта табип менән юғары профессиональ оҫталыҡ һәм кешеләрҙе ысынлап та яратыу хисе идара итәлер ҙә инде.
Тәнгә лә, йәнгә лә  таба  дауаһын
Фәрит Әсфәндийәров етәкләгән 2-се терапия бүлегендә йыл һайын 2500 – 3000-ләп ауырыу дауалана. Әгәр бүлектә 65 койка-урын булыуын иҫәпкә алғанда, бындағы табиптарҙың ниндәй көсөргәнеш менән эшләүен күҙаллап була.
Коллектив тәжрибәле табиптарҙан һәм урта медицина белгестәренән тора. Уларҙың хеҙмәт тәжрибәһе ун йылдан да кәм түгел. Ә өлкән шәфҡәт туташы Зәйтүнә Хисмәтуллина, бүлек мөдиренең үҙе кеүек, дауаханала тәүге көндәрҙән үк эшләй. Бындағы аҡ халатлыларҙың һәр ҡайһыһы, бүлек мөдире өлгөһөндә, эшкә бар һәләтен һәм тырышлығын һала. Шулай ҙа халыҡтың сәләмәтлек торошон, күп кенә сирҙәрҙең «йәшәреүе», кешеләр­ҙең үҙ сәләмәтлегенә битарафлығы табиптарҙы тәрән борсой.
– Бөтә сирҙәр ҙә тиерлек нервы системаһы ҡаҡшауҙан башлана, – тип һөйләй Фәрит Заһит улы. – Борсолоу, иртәгәһе көнгә ышанысһыҙлыҡ, йәмғиәттәге ҡайһы бер кире үҙгәрештәр, ғаиләләге ығы-зығы, эштәге күңелһеҙлектәр нервы көсөргәнешлеген тыуҙыра, организмды әкренләп ҡаҡшата. Дөрөҫ туҡланмау, туҡланыу культураһын һанламау шулай уҡ организмда кире сағылыш таба һәм сирҙәр­ҙең килеп сығыуына сәбәп була. Әйтәйек, милли традицияларын тәрән һаҡлаған Япония кеүек илдә халыҡтың сәләмәтлек торошо ла яҡшы. Беҙҙең йәмғиәттә лә шундай ынтылыш булһын ине.
Ә әлегә табиптарға кешеләрҙең сәләмәтлеге өсөн икеләтә көс һалып тырышырға тура килә. Йыш ҡына ауырыуға тән дауаһы ла, йән дауаһы ла таба улар. Кешене сирҙән арындырған бер ваҡытта, уны сәләмәт йәшәү серҙәренә төшөндөрөү, киләсәккә өмөт һәм ышаныс уятыу мөһим, ә был көткән һөҙөмтәне бирә. Пациент ауырыуҙы еңеп, дауахананан ҡанатланып тигәндәй сығып китә.
Фәрит Әсфәндийәров үҙ эшен күңел биреп, яратып башҡара. Күптәргә ғүмер бүләк иткән тәжрибәле табип ул. «Башҡортостандың атҡаҙанған табибы» тигән юғары исемгә лайыҡ. Бик тә тынғыһыҙ, эҙләнеүсән, медицинаның иң һуңғы ҡаҙаныштары менән даими ҡыҙыҡһынып бара. Быларҙы ул кешеләр сәләмәтлеге хаҡына эшләй.
Һүҙебеҙҙе бәхетле булыу серҙәренән башлағайныҡ. Ысынлап та, һис ниндәй маҡтауҙарға, дан-шөһрәткә өмөт итмәйенсә, Фәрит Заһит улы көн һайын үҙенең кешеләргә һәм йәмғиәткә кәрәкле эшен башҡара, тәбиғәткә лә мөкиббән ул. Өҫтәүенә, спорт менән дә дуҫ. Заманында Башҡортостандың бадминтон буйынса йыйылма командаһында уйнаған.
Бына шулай, тормоштан йәм, ғәм табып йәшәй аҡ халатлы, аҡ күңелле табип.

Гөлназ ҒИЛӘЖЕВА.
Юлай КӘРИМОВ фотолары.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға