«Йәшлек» гәзите » Һаулыҡ һаҡлау » Кодеинлы дарыумы? Рецепт кәрәк…



05.06.2012 Кодеинлы дарыумы? Рецепт кәрәк…

Кодеинлы дарыумы? Рецепт кәрәк…
1 июндән Рәсәйҙә составында аҙ миҡдарҙа кодеин булған препараттарҙы рецепт буйынса һатыу практикаһы индерелде. Исемлеккә «Пен­талгин», «Солпадеин», «Ну­ро­фен», «Седалгин», «Коделак» һәм башҡа киң рекламаланған ауыртыу­ҙы баҫыусы һәм йүтәлләгәндә ҡулланылған препараттар инә.
Яңылыҡ башланғысында Рәсәйҙең Наркотиктар әйләнешен контролләү буйынса федераль хеҙмәте тора. Ул 90-сы йылдар­ҙа ирекле сауҙаға сыға­рыл­ған кодеинлы препараттарҙан яһалыусы арзан һәм үтә ағыулы наркотик – «дезоморфин» ҡулланыу­ҙың сиктән тыш артыуын туҡтатырға тырыша. Экс­пе­­рименттар ярҙамында наркомандар кодеиндың ҙур дозала наркотик кеүек тәьҫир итеүен асыҡлаған.
БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан әйтеүҙәренсә, үрҙә күрһәтелгән дарыуҙар 90-сы йылдарға тиклем рецепт буйынса бирелгән, тимәк, барыһы ла яңынан элекке хәленә ҡайтасаҡ. Дауалау учреждениелары яңы ҡағиҙәләргә әҙер һәм бланкылар менән тәьмин ителгән. Дарыу­ҙарҙы рецепт бу­йынса һатыу практикаһы алдараҡ индерелгән Рә­сәй субъекттарында бындай дарыуҙар менән сауҙа итеү 30 тапҡырға кәмегән. Әммә наркомандарҙың икенсе алымдар уйлап табыу хәүефе лә бар.

А. ЗИННУРОВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға