«Йәшлек» гәзите » Һаулыҡ һаҡлау » Газлы һыу йөрәккә зыян килтерә



25.05.2012 Газлы һыу йөрәккә зыян килтерә

Газлы һыу йөрәккә зыян килтерәКүптәр төрлө газлы һыуҙы эсергә ярата. Уны хатта балаларыбыҙға ла алып бирәбеҙ. Тик уның файҙаһы бармы икән? Йәмәғәт һаулығын тикшереүсе Гарвард мәктәбе хеҙмәткәрҙәре 22 йыл дауамында 43 мең кеше ҡатнашлығында тикшереү уҙғар­ған. “Шәкәрле татлы газлы эсемлек йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәре барлыҡҡа килеүгә туранан-тура йоғонто яһай. Уны көн һайын эскән кеше йөрәгенә ҙур зыян килтерә, – ти ошо тикшеренеү авторы, профессор Фрэнк Ху. – Газлы эсемлектәрҙә триглицерид кимәле юғары, ә “яҡшы” холестерин юҡ кимәлендә. Һөҙөмтәлә организмда атеросклероз барлыҡҡа килтерә. Шуға күрә газлы һыу йөрәк өсөн хәүефле”.
“Кока-кола”, “Пепси” кеүек эсемлектәрҙе алыр алдынан йөрәгегеҙ хаҡында иҫегеҙгә төшөрөгөҙ. Юҡһа бик тиҙҙән ул үҙе хаҡында белдерә башлар.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға