«Йәшлек» гәзите » Һаулыҡ һаҡлау » Арпанан еңел ҡотолоп була



25.05.2012 Арпанан еңел ҡотолоп була

Биттәге аҡ таптарҙан (витилиго) ҡотолор өсөн түбәндәге төнәтмәне ҡулланырға мөмкин. Бер аш ҡалағы мәтрүшкәне бер стакан ҡайнар һыуға һалып, ярты сәғәт төнәтегеҙ. Ашағандан һуң көнөнә өс тапҡыр берәр ҡалаҡ эсегеҙ. Өс аҙна ҡулланғандан һуң бер аҙна ял итегеҙ. Ошондай һигеҙ цикл әлеге проблеманан ҡотолорға ярҙам итер.
Ә бына ошо ысул мине арпанан ҡотолдорҙо. 5 – 6 ҡәнәфер орлоғон биш ҡалаҡ ҡайнар һыуҙа төнәтегеҙ. Төнәтмәлә сылатылған мамыҡты арпа өҫтөнә һалығыҙ.
Р. ҡАҺАРМАНОВА.
Баймаҡ районы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға