«Йәшлек» гәзите » Һаулыҡ һаҡлау » Халыҡ “Тиҙ ярҙам”ы



25.05.2012 Халыҡ “Тиҙ ярҙам”ы

Элек-электән тик халыҡ дауаһына өҫтөнлөк бирәм. Үҙенә күрә “Тиҙ ярҙам”ым да бар. Һеҙгә минән бер нисә файҙалы кәңәш.
Бәрелгәндән һуң тәндә барлыҡҡа килгән күкте тиҙ генә бөтөрөү өсөн шул урынға кәбеҫтә япрағы һалығыҙ. Һалҡын япраҡ ауыртыуҙы баҫа, ҡан төйөнөнөң яҙылыуына булышлыҡ итә. Шулай уҡ сей картуфты уртаға ярып, шул урынға 10 – 15 минутҡа ҡуйып торор­ға була.
Һипкелдәрҙән ҡотолорға теләһәгеҙ, ҡыяр лосьонын ҡулланығыҙ. Мин уны үҙем эшләйем. Уртаса ҙурлыҡтағы бер ҡыярҙы ваҡ ҡырғыс аша үткәреп, уға бер стакан араҡы ҡоям. 12 сәғәткә ҡараңғы урынға ҡуйып торғас, ҡуллана башларға мөмкин. Иртәле-кисле битте ошо лосьон менән таҙартыу ыңғай һөҙөмтә бирер.
Әгәр ҙә бал ҡорто саҡһа, ҡаяуын тиҙ генә сығарығыҙ. Шунан шул урынға боҙ ҡуйығыҙ. Ауыртыу бер аҙ кәмеһә, йәшел петрушканы иҙеп, һутын һалығыҙ.

Әлиә С.
Йылайыр районы,
Йылайыр ауылы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға