«Йәшлек» гәзите » Һаулыҡ һаҡлау » һорау-яуап



25.05.2012 һорау-яуап

– Бөйөрҙәге таштарҙың составы мөһимме? Карбонатлы таштар яҡшыраҡ ваҡлана, тип ишеткәйнем. Шул дөрөҫмө?
– Махсус диета тәғәйенләгәндә генә таштың минераль составына әһәмиәт бирелә. Ул саҡта ҡайһы бер дарыуҙан, аҙыҡ-түлектән баш тартырға кәңәш ителә. Хирургик юл менән дауалағанда таштарҙың ҙурлығына, уның рентген тикшереүендә күренәме-юҡмы икәненә ҡарай­ҙар.
– Күптән түгел бауырымдағы таштарҙы алдырҙым. Уларҙың тағы ла барлыҡҡа килеүе мөмкинме?
– Үкенескә күрә, һейҙек-бөйөр юлы ауырыуҙарының эҙемтәһе һәр саҡ ҡала. Үҙегеҙҙе һаҡламаһағыҙ, таштарҙың тағы ла барлыҡҡа килеүе ихтимал. Шуға күрә табип кәңәш иткән диетаны үтәргә тырышығыҙ. Ит һәм балыҡ ризыҡтарынан баш тартығыҙ. Уларҙа бик күп пурин бар, ул тағы ла таш барлыҡҡа килтереүе ихтимал.
Күберәк һыу эсергә тырышығыҙ, көнөнә 1 –1,5 литрҙан кәм булмаһын. Һыу бәүелдәге тоҙ һәм кислоталарҙы иретә.
Бәүел ҡыуығы эшмәкәрлеген көйләүсе һәм бактерияға ҡаршы үлән сәйҙәре эсеү яҡшы һөҙөмтә бирә. Мотлаҡ һаулығығыҙҙы контролдә тотоғоҙ. Өс ай һайын бәүел анализы эшләтегеҙ һәм ярты йыл һайын бауыр, бәүел ҡыуығы һәм уның юлдарын УЗИ аша тикшертегеҙ.
– Бауырҙа таш барлыҡҡа килгәнде ниндәй билдәләр аша белергә мөмкин?
– Бил тирәһендә, эстең аҫҡы өлөшөндә, шулай уҡ енес ағзаларында ауыртыу була. Ул ваҡыты-ваҡыты менән юғалып та тора.
– Бәүелдә ҡан өлөшсәләре барлыҡҡа килә.
– Йыш бәүел итеү, һейҙектең төҫө үҙгәрә.
– Тән температураһы күтәрелә.
– Кеше шешенә.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға