«Йәшлек» гәзите » Һаулыҡ һаҡлау » Ҡатын-ҡыҙҙар, наҙлы зат булып ҡалығыҙ!



25.05.2012 Ҡатын-ҡыҙҙар, наҙлы зат булып ҡалығыҙ!

Психотерапевт Валерий Синельниковтың тәғлимәтенән өҙөктәр килтереүҙе дауам итәбеҙ. Был юлы кешелектең көсһөҙ заты сәләмәтлеге темаһына туҡталабыҙ.
ХХ быуат башында башланған феминистар хәрәкәте бөгөн дә дауам итә. Ул ҡатын-ҡыҙҙарға йәмғиәттә үҙ урынын табырға ярҙам итте, хоҡуҡтарын булдыр­ҙы, шул уҡ ваҡытта һаулыҡҡа бәйле проблемалар ҙа алып килде.
Ир һәм ҡатын бер-береһен тулыландырырға тейеш, ошо ике арала алтын урталыҡ һаҡланыуы мөһим. ҡатын-ҡыҙ көслө затҡа һөйөү һәм наҙ бүләк итә белмәһә йәки теләмәһә, был һаулыҡта кире сағылыш таба. Уларға хисле зат булып ҡалырға һәм ир-егеттәрҙең энергияһын ала белергә кәрәк.
Гүзәл зат тышҡы ҡиәфәте, холоҡ-фиғеле, тормошо менән риза булмаһа, үҙен кәрәкле, наҙлы, һөйкөмлө кеше итеп тойоу­ҙан туҡтаһа, был уның сәләмәтлегендә насар эҙ ҡалдыра.

Балаятҡы сире

Был орган ҡатын-ҡыҙҙың ижади ҡорамын сағылдыра. Уның торошо кешенең был донъяла үҙен ниндәй ҡатын-ҡыҙ, әсә һәм тормош иптәше итеп күрһәтә алыуын күрһәтә.
Матур хистәрҙе, нескә тойғоларҙы эстә һүндергән, үҙен ир-ҡатын кеүек тотоусыларҙа йыш ҡына балаятҡы сире асыҡлана. Ирҙәргә ҡарата асыулы булыу, уларҙы күрә алмау, ышаныс юғалтыу кеүек кире тойғоларҙы кисереүселәрҙә лә ошондай проблема барлыҡҡа килә.

Балаятҡы
фибромиомаһы

Енси партнерҙың хыянатын ғәфү итә алмай бергә йәшәргә мәжбүр булһағыҙ, һаҡ булығыҙ! Балаятҡылағы шеш – иргә ҡарата йыйылған үпкә ул.

Эндометриоз

Үҙен ҡорбан итеп тойған, ир-егеттәрҙән тик насарлыҡ көткән гүзәл затта эндометриоз барлыҡҡа килә. Шулай уҡ ирен яратмаған йәки уға асыу һаҡлаған ҡатын-ҡыҙҙар сире был.

Балаятҡы
муйынсаһы
эрозияһы

Был орган ҡатын-ҡыҙҙың үҙ-үҙенә мөнәсәбәтен сағылдыра. Аҡылына һәм көсөнә ышанмаған, тормошта үҙ урынын тапмағандарҙа ошо сир осрай. Эрозияны медицинала дауалайҙар, әммә ул һөҙөмтәле түгел. Иң алда күңелегеҙҙе ыңғай уйҙар, матур хистәр менән байытығыҙ, шунан ирҙәргә ҡарашығыҙҙы үҙгәртегеҙ. Бер нисә айҙан сир юҡҡа сыҡҡанына үҙегеҙ шаһит булыр­һығыҙ.

Дисменорея
(күрем циклы боҙолоуы)

Бала саҡта ата-әсәһенән “юҡҡа малай булып тыумағанһың” тигәнерәк һүҙҙәрҙе ишеткән ирҙәргә күберәк ҡәҙер-хөрмәт күрһәтелгән ғаиләлә үҫкән ҡыҙҙар ошо сиргә юлыға. Үҙен ҡатын-ҡыҙ кеүек ҡабул итмәгән, тәнен күрә алмағандарға ла был сир таныш.

Киста һәм түллек биҙе шеше

Түллек биҙе кешелектең донъяға барлыҡҡа килеү үҙәген символлаштыра. Ундағы сир тормошта үҙ юлыңды табыуҙа барлыҡҡа килгән ауыр хәлдәргә бәйле. Быға үҙеңде туҡтауһыҙ тәнҡитләү, кире уйҙар ҡамасаулай. Гүзәл заттар үҙҙәренең нескәлеген, йомшаҡлығын инҡар итеп, күңелендә үҙен ир-егеттәргә тиңләй. Ул йыш ҡына үҙ иңенә ҙур-ҙур бурыстар ала.
Енси һалҡынлыҡ

Ир-егеттән ҡурҡыу, уларҙан шикләнеү енси һалҡынлыҡҡа килтерә. Мөхәббәтһеҙ ғаиләлә үҫкән балалар ҙур тормошҡа аяҡ баҫҡас яратырға өйрәнә алмай, тормоштоң йәмен һәм тәмен тоя белмәй. Үҙ-үҙенә ышанмаған ҡатын-ҡыҙ йыш ҡына тәжрибәһеҙ парнерҙарҙы йәлеп итә һәм үҙенең яңылыш инаныуҙарын тағы ла раҫлай.
Физик һәм рухи донъя араһында урталыҡты табыр­ға өйрәнергә кәрәк. Ир менән ҡатын араһындағы ғәмәл насар, бысраҡ, тип ҡабул ителмәҫкә тейеш. Әсәһенән атаһы тураһында һәр саҡ насар һүҙҙәр ишеткән ҡыҙҙарҙа оло тормошта ир-егеттәр менән аралашыуҙа ҡыйынлыҡтар тыуҙы.
ҡыҙ баланы кескәй саҡтан уҡ уның киләсәктә яҡшы әсә, яҡшы ҡатын буласағын һеңдереп тәрбиәләргә кәрәк.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға