«Йәшлек» гәзите » Һаулыҡ һаҡлау » Ҡолаҡбау



25.05.2012 Ҡолаҡбау

ҡыҙылса, һыу сәсәге, ҡолаҡбау (паротит, халыҡ телендә “свинка”) балалар ауырыу­ҙары араһында иң мәкерлеһе тип иң һуңғыһын иҫәпләйҙәр. Был сир күберәк малайҙарҙа осрай. ҡолаҡбауҙы ҡуҙғытҡан вирус тирә-яҡ мөхиттә үҙе генә оҙаҡ йәшәй алмай. Шуның өсөн ул китап, һауыт-һаба, уйынсыҡ кеүек әйберҙәрҙән икенсе кешегә күсмәй.
Инфекция киҙеү кеүек үк сөскөргәндә, йүткергәндә, һөйләшкәндә йоғорға мөмкин. Вирус кеше организмына эләккәндән һуң шайыҡ, енси, ашҡаҙан аҫты биҙҙәрендә төпләнә һәм үрсей башлай. Йышыраҡ ҡолаҡ эргәһендәге шайыҡ биҙҙәрен елһендерә. ҡайһы бер осраҡта тел, яңаҡ аҫты, ашҡаҙан аҫты биҙҙәренең дә зыян күреүе бар.
Ата-әсә күп осраҡта баланың ауырығанын белмәй. Сөнки ике-өс аҙна тирәһендә ауырыу йәшерен үҫешә. Бер йәшкә тиклем кескәйҙәрҙе сир аралай, ә бына 3-тән алып 6 йәш арауығындағыларҙы ҡолаҡбау йәлләмәй. Үҫмерҙәрҙә лә был инфекция йыш осрай һәм тап ошо ваҡытта ауырыуҙан һуң өҙлөгөү барлыҡҡа килә.

Билдәләре

Сирҙең иң беренсе төп билдәһе – шайыҡ күп бүленә. Һуңынан бала ҡолағы ауыртыуына зарлана башлай, икенсе көнгә уның эргәһендә шеш барлыҡҡа килә. Тағы ла бер-ике көндән һуң икенсе ҡолаҡ та ҡабарып сыға. Кескәйгә ауыҙын ҡыбырлатыу, йотоу ауырлаша. Шеш ҙурайғандан-ҙурая һәм өс көн үҙгәрешһеҙ тора. Артабан кәмей башлай һәм аҙна үтеүгә бөтөнләй юҡҡа сыға. ҡағиҙә булараҡ, ун көндән һуң кескәй тулыһынса һауыға. ҡолаҡбау менән бер тапҡыр сирләгәндәр башҡаса был ауырыуҙы эләктерә алмай – уға ҡарата ғүмерлек иммунитет барлыҡҡа килә.

Дауалау ысулдары:

aҡолаҡбауҙы дауалай торған махсус препараттар юҡ. Иң мөһиме – баланы тән температураһы төшкәнсе түшәктә ҡалдырыу. Юғиһә ‒ өҙлөгөү барлыҡҡа килеүе мөмкин.
aЗыян күргән биҙҙәр тик ҡоро йылыны ярата. Шуның өсөн компресс эшләргә ҡушылмай. Баланың муйынына йылы йомшаҡ шарф урарға кәрәк.
aҡағиҙә булараҡ, табиптар был ауырыу ваҡытында ауыҙҙы антисептиктар (марганцовка иретмәһе, фурацилин, ромашка төнәтмәһе) менән сайҡатырға ҡуша. Шулай уҡ сирлегә күберәк һыу, лимонлы сәй, һут эсерергә кәрәк. Был организмдан зарарлы матдәләрҙе сығарыуға булышлыҡ итә.
aБалағыҙҙы ашарға өгөтләмәгеҙ, уның аппетиты барлыҡҡа килгәнен көтөгөҙ. Ауырыуға әҙләп кенә, иң башта еңел, сәйнәп ашарға кәрәкмәгән, мәҫәлән, аш, бутҡа, блендер аша үткәрелгән емеш-еләк, йәшелсә кеүек ризыҡ бирергә кәрәк.

Сирҙең түлһеҙлеккә
килтереүе мөмкинме?

Халыҡ араһында, ҡолаҡбау бигерәк тә малайҙарға, зыян килтерә, тигән фекер йөрөй. Ысынлап та, ваҡытында дауаланмаған сирҙең түлһеҙлеккә килтереүе ихтимал. Мәҫәлән, орхит – күкәйлектең елһенеүе малайҙарҙың 15 процентында осрай. Хәҙер был сирҙе табиптар уңышлы дауалай, тик уларға ваҡытында мөрәжәғәт итергә кәрәк.
Сир ҡыҙ балаларҙа ла өҙлөгөүгә килтерергә мөмкин. Был ваҡытта йомортҡалыҡ шешә, күрем циклы боҙола, түлһеҙлеккә алып килеүе лә бар. Бының билдәләре – юғары температура, бил һәм эстең аҫҡы яғы ауыртыуы.
Ә шулай ҙа сирҙең башҡа ауырлыҡтар ҙа килтереүе билдәле. Мәҫәлән, уның арҡаһында ҡайһы саҡ ашҡаҙан аҫты биҙе зарарлана, панкреатит барлыҡҡа килә.
Һирәк булһа ла, паротит вирусы, башҡа зарарлы вирустар менән ҡушылып, отит, ангина, пневмония, лимфаденит ауырыу­ҙарына килтерә. Йыш баш ауыртыуы, тиҙ ҡыҙып барыусанлыҡ, арыусанлыҡ – уның билдәләре. Шуның өсөн ауырыуҙан һауыҡҡандан һуң неврологка күренеү талап ителә.

Профилактика

ҡолаҡбауҙан һаҡланыуҙың иң яҡшы сараһы – прививкалар эшләтеү. План буйынса балаға ике тапҡыр 1 – 1,5 һәм 6 йәштә прививка эшләргә кәрәк. Вакцинанан һуң кескәйҙең температураһы күтәрелеүе, йүткереүе, тамағы ҡыҙарыуы һәм ҡолаҡ янындағы биҙҙәрҙең бер аҙ шешеүе мөмкин. Был – организмдың ғәҙәти реакцияһы. ҡайғырырға кәрәкмәй, ике-өс көндән барыһы ла үҙ яйына ҡайтырға тейеш. Вакцина эшләтеп, ике аҙна үтеүгә иммунитет барлыҡҡа килә.

Лиана ВӘЛИУЛЛИНА әҙерләне.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға