25.05.2012 Талпан энцефалиты
“Роспотребнадзор”ҙың Башҡортостан буйынса идаралығы хеҙмәткәрҙәре хәбәр итеүенсә, бөгөнгә 6752 кеше, талпан ҡаҙалыуына зарланып, медицина ойошмаларына мөрәжәғәт иткән (ә былтыр был ваҡытта 3775 кеше булған). БР Гигиена һәм эпидемиология үҙәге белгестәре 3122 талпанды тикшергән, шуларҙың 206-һында талпан энцефалиты асыҡланған. Шөкөр, республикала уның менән ауырыусылар теркәлмәгән. Талпандар июнь уртаһына тиклем әүҙем була, шуға ошо осорҙа бигерәк тә һаҡ булырға кәрәк.
Талпан йөрөткән вирустың сәләмәтлеккә зыян килтереүе ихтимал. Уны йоҡторған кешелә менингит, биҙгәк тотоу сире була. Шулай ҙа артыҡ борсолорға кәрәкмәҫ – ауырыу ғүмерлеккә зәғиф булып ҡалмай. Ябай ғына ҡағиҙәләрҙе иҫтә тотһағыҙ, үҙегеҙ өсөн тыныс булырға мөмкин. Урман-ҡырҙа оҙон еңле асыҡ төҫтәге кейем кейегеҙ, ялан баш йөрөмәгеҙ, салбар балағын ойоҡбаш эсенә тығырға кәрәк. ҡырҙан ҡайтҡас та үҙегеҙҙе ентекләп тикшерегеҙ. Тәндең йомшаҡ өлөштәрен – муйын, ҡултыҡ аҫты, ҡолаҡ артын, сандыр тирәһен бигерәк тә иғтибарлап ҡарарға кәрәк. ҡанһурғыстар йышыраҡ шул урынға йәбешә. Әгәр ҙә үҙегеҙ менән йорт хайуандарын алған булһағыҙ, уларҙы ла ҡарағыҙ.
Тәнгә ҡаҙалһа…
Мөмкинлек булһа, дауаханаға барығыҙ. Унда был бөжәкте тиҙ һәм дөрөҫ итеп тартып сығарырҙар. Әммә табипҡа күренә алмаһағыҙ, уны үҙ аллы сығарырға тура киләсәк. Шуны мотлаҡ иҫтә тотоғоҙ: талпанды ни тиклем һуңыраҡ алһағыҙ, ул шул тиклем тәнегеҙгә төпкәрәк үтеп инәсәк. Бөжәкте тиҙерәк алһам, шул тиклем энцефалит сире йоҡтороу ҡурҡынысы кәмейәсәк, тип уйлау хата. Әгәр ҙә ул инфекциялы булһа, беренсе тешләүендә үк вирус ҡанға тарала.
Йорт шарттарында талпанды сығарыу ысулдары:
– Талпандың күренеп торған өлөшөнә одеколон, спирт, араҡы һ.б. һөртөргә һәм ун минутҡа өҫтөнә ҡулъяулыҡ ябырға. Был ваҡытта талпан иҫерә һәм йомшара. Шунан уны ипләп кенә сығарырға кәрәк.
– Талпандың тын алыу ағзаһы уның тәнендә урынлашҡан. Шуға уны тонсоҡтороп сығарырға була. Бының өсөн бөжәк өҫтөнә мул итеп көнбағыш майы ҡойорға кәрәк, ул тулыһынса май эсендә булырға тейеш. 20 – 30 минуттан үҙе килеп сыға. Әгәр ҙә сыҡмаһа, сәғәт теле буйынса өйрөлтөп тартҡыслап ҡарағыҙ, ауыр сығарылһа, йәнә майҙа тотоғоҙ.
Талпанды ҡапыл тартып алһаң, уның томшоғо тәндә өҙөлөп ҡала. Шунан был урын ныҡ шешәсәк. Шуға күрә һаҡ ҡыланығыҙ.
Ф. БИККИНИНА,
Ғ. ҡыуатов исемендәге Республика клиник
дауаханаһының гигиеник тәрбиә буйынса инструкторы.