«Йәшлек» гәзите » Һаулыҡ һаҡлау » Бәләкәй йән эйәһенән ҙур проблема?..



25.05.2012 Бәләкәй йән эйәһенән ҙур проблема?..

Геморрагик биҙгәк
Бәләкәй йән эйәһенән ҙур проблема?..
Бөгөнгә геморрагик биҙгәк инфекцияһын таратыусы алтмышҡа яҡын һөтимәр ваҡ хайуан билдәле. Шуларҙың иң йыш осрағаны – һары ялан сысҡаны, һоро һәм ҡара ҡомаҡ, һоро ялан сысҡандарының бихисап төрө.
Рәсәй биләмәһендә биҙгәк инфекцияһы күберәк Омск, Ырымбур өлкәләрендә, Хабаровск крайында, Башҡортостанда, шулай уҡ Волга буйы төбәктәрендә, ҡайһы бер көньяҡ өлкәләрҙә (Белгород, Курск, Орел) осрай.
Вирус кешегә кимереүсенең тышҡы мөхиткә бүлеп сығарған тәбиғи ҡалдыҡтары аша күсә (мәҫәлән, бысраҡ ҡул менән күҙҙе, танауҙы ышҡығанда организмға вирус үтеп инә). Кимереүселәрҙең шайығы булған ризыҡ та ауырыу сығанағы. Геморрагик биҙгәктең һауа-тамсы юлы аша ла йоғоуы асыҡланды. Шуға күрә ҡырҙа бесән эшләгәндә, ағас ҡырҡҡанда һ.б. саң аша вирус йоғоу ихтималлығы хаҡында хәтерҙә тоторға кәрәк. Инфекциялы сысҡан йөрөгән бүлмәлә кеше бер нисә минут булған осраҡта ла сирләүе ихтимал.
Вирус кеше организмына үтеп ингәс, инкубация осоро 9 көндән 35 көнгә тиклем тәшкил итә. Кешенең ҡапыл тән температураһы 39 – 40 градус­ҡа тиклем күтәрелә, башы ныҡ ауырта, күңеле болғана. Икенсе-өсөнсө көнгә бил тәңгәлендә ауыртыу барлыҡҡа килә, бәүел күләме ҡырҡа кәмей. Тәндә тимгелдәр барлыҡҡа килә. Йоҡоһоҙлоҡ күҙәтелә, күҙ алды сыбарлана. Сирҙең 7 – 11-се көнөнә эс һәм бил тәңгәлендәге ауыртыу кәмей, бәүел йышая – көнөнә биш литрға тиклем барып етә. Ауырыуҙың һәр ваҡыт һыу эскеһе килә, шул уҡ ваҡытта ауыҙҙа гел ҡоро була. 15 – 22-се көнгә нервы һәм эндокрин системаһында етди үҙгәрештәр була, астения күҙәтелә. Бөйөрҙәрҙең торошона һәм дөйөм мейе эшмәкәрлеге үҙгәрешенә ҡарап, сирҙең кимәлен асыҡлайҙар.
Сирле үҙе эпедимия ҡурҡынысы тыуҙырмай, сир унан башҡа кешегә йоҡмай. Шуға күрә ауырыуҙы тәрбиәләгәндә үҙ һаулығығыҙ өсөн тыныс булығыҙ. Сирҙең тәүге билдәләре беленә башлағас та табип­ҡа күренегеҙ. Үҙ аллы дауаланырға тырышмағыҙ. Был сир бик етди, хатта үлемгә лә килтереүе бар.
Тәбиғәт ҡосағында булғанда санитария талаптарын теүәл үтәгеҙ. Саң булған урында ауыҙ-танауҙы ҡаплаған битлек кейергә кәрәк, ҡулдарҙы мотлаҡ һабын менән яҡшылап йыуығыҙ. Аҙыҡ-түлекте кимереүселәр йөрөмәгән урында һаҡлағыҙ (мәҫәлән, ризыҡ һалынған тоҡсайҙы ағас ботағына элергә була). Ә йорт-ҡура эсендәге кимереүселәргә ҡаршы химик препараттар ҡулланығыҙ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға