15.05.2012 Бер юлы ике шатлыҡ
Күгәрсен районының Түбәнге Һаҙ ауылында, Семиречье утарында фельдшер-акушерлыҡ пункттары асылды
Башҡортостан Республикаһы Президенты беҙҙең районға эш сәфәре барышында һаулыҡ һаҡлау мәсьәләһен күтәреп сыҡҡайны. Ауылдарҙа урынлашҡан ФАП-тарҙың (фельдшер-акушерлыҡ пункты) хәле тураһында ла күп һүҙ әйтелде был осрашыуҙа.
Районыбыҙҙа 52 ФАП бар. Уларҙың күбеһе күптән төҙөлгән бәләкәй биналарҙа урынлашҡан. Техник йыһаздары ла яҡшынан түгел.
Шуныһы ҡыуаныслы: хәл яҡшыға үҙгәрә – ай ярымда ике ауылда өр-яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты төҙөлөп, сафҡа индерелде.
7 майҙа Түбәнге Һаҙ ауылы халҡы ҙур ҡыуаныс кисерһә, Еңеү көнөндә иһә Семиречье утарында ал таҫмалар ҡырҡылды.
Яңы биналарҙы асыу тантанаһында район хакимиәте башлығы Фәрит Мырҙагилде улы Мусин:
– Кешеләрҙең һаулығын ҡайғыртыу беҙҙең төп бурыстарыбыҙҙың береһе булып тора. Республикала ошо көндәрҙә асылған өс ФАП-тың икәүһе беҙҙең районда булыуына шатбыҙ. Үҙебеҙҙең төҙөүселәр һынатманы, уларға рәхмәт. ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә ниндәй матур биналар төҙөнөләр. Тиҙҙән Семиречьела башланғыс мәктәп төҙөй башлаясаҡбыҙ, Күгәрсен, Побоище ауылдарында мәҙәни үҙәктәр яңыртыла. Мораҡ ауылында ҙур балалар баҡсаһы төҙөлә, Йомағужала реабилитация үҙәге реконструкциялана. Ауылда йәшәүселәргә бөтә яҡлап ярҙам ҡулы һуҙырға тырышабыҙ, – тине.
Ҙур ижтимағи әһәмиәткә эйә булған фельдшер-акушерлыҡ пункты асылыу – ауыл халҡы өсөн ҙур ҡыуаныс. Кеше һау булһа, донъяһы ла теүәл: сөнки һаулыҡ – ҙур байлыҡ.
Ринат ӘЛИМҒУЖИН.