«Йәшлек» гәзите » Һаулыҡ һаҡлау » «Больничный» ҡағыҙы биреү тәртибе үҙгәрҙе



13.04.2012 «Больничный» ҡағыҙы биреү тәртибе үҙгәрҙе

Хәҙер “больничный” ҡағыҙҙарын (йәғни ауырыу сәбәпле хеҙмәттән ваҡытлыса азат ителеү тураһындағы документ) тик махсус комиссия ғына оҙонайта ала.
Быға тиклем дауалаусы табип ауырыуға ун көнгә эшкә яраҡһыҙлыҡ ҡағыҙы бирә торғайны. Ошо ваҡыттан һуң сирле тағы ла табип­ҡа күренергә тейеш ине. Әгәр ҙә уның хәле яҡшырмаһа, табип бюллетенде утыҙ көнгә тиклем һуҙып, граждан эштән азат ителде. Яңы ҡағиҙә буйынса «больничный»ҙы ун биш көндән һуң артабан тик махсус комиссия ғына оҙонайта ала. Был үҙгәреш ришүәтселеккә юл ҡуймау маҡсатында индерелде.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға