«Йәшлек» гәзите » Һаулыҡ һаҡлау » Эремсек һыуы ярҙам итә



06.04.2012 Эремсек һыуы ярҙам итә

Юғары ҡан баҫымынан дарыу эсергә ашыҡмайым. Миңә эремсек һыуы ярҙам итә. Бер литр һөттө быяла банкала төнгөлөккә йылы урында ҡалдырам. Иртәнсәк әсегән һөттө ҡайнатам. Эремсеген дә ашайым, һыуын да эсәм. Аҙнаһына кәмендә өс тапҡыр эсергә кәрәк. Даими ҡулланһаң, ҡан баҫымы күтәрелмәй.

Илгизәр ЙОСОПОВА.
Краснокама районы.



Өләсәйем кәңәштәре

Бынан дүрт йыл элек миңә сиҡан сыҡҡайны. Унан нисек ҡотолорға белмәй аптыран­ғанда, өләсәйемдең кәңәше ярҙам итте. Ул һеҙгә лә килешер, тип ышанам.
Йомшаҡ кәбеҫтә япрағын кер һабыны менән ышҡып, сирле урынға ябырға һәм бинт менән урарға кәрәк. Яра урыны һурылғас, «зеленка» һөртөгөҙ. Бер аҙна тигәндә сиҡан урыны тулыһынса тиерлек бөтәшә.
Яңы тыуған сабыйҙың йыш ҡына эсе ауырта. Шул мәлдә ни эшләргә белмәй аптыранғанда өләсәйем ярҙамға килде. Ул бер балғалаҡ әнис орлоғон бер литр ҡайнар һыуҙа төнәтеп алды. Бәләкәсемә көнөнә өс тапҡыр берәр ҡалаҡ эсерҙек. Килеште − бала мыжымай башланы. Был төнәтмәне һыуытҡыста бер аҙна һаҡларға була. Имеҙеүсе әсәләр нимә менән туҡланыуына иғтибар бирһен. Сабыйға зыян килтерерҙәй ризыҡтан баш тартыуығыҙ хәйерле.

З. ӘБСӘЛӘМОВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға