«Йәшлек» гәзите » Һаулыҡ һаҡлау » “Милләтте һаҡлайыҡ тиһәк, үҙебеҙҙе һаҡлайыҡ”



06.04.2012 “Милләтте һаҡлайыҡ тиһәк, үҙебеҙҙе һаҡлайыҡ”

йәки Әхмәт Сөләймәновса сәләмәт тормош
“Милләтте һаҡлайыҡ тиһәк, үҙебеҙҙе һаҡлайыҡ”
Кеше ғүмеренең тәүге яртыһында һаулығын ҡаҡшатһа, ә ҡалған өлөшөндә уны кире тергеҙергә тырыша, тигән фекер йәшәй ине. Шулай ҙа бөгөн сәләмәт һәм әүҙем тормош алып барыу модаға инә бара. Йәштәрҙең спортҡа ылығыуы, насар ғәҙәттәрҙән баш тартыуы, организмға тик файҙа килтерерлек ризыҡҡа өҫтөнлөк биреүе ҡыуаныслы. Ә абруйлы уҙамандарыбыҙҙың йәш быуынға өлгө күрһәтеүе үҙе бер мәртәбә.
Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, фольклорсы, тел белгесе, филология фәндәре докторы, профессор, бөрйән баһадиры Әхмәт Сөләймәнов үҙенең 73 йәшендә, шөкөр, ун һигеҙ йәшлек егеттәрҙән кәм күренмәй. Сере нимәлә, тиһегеҙме? Был хаҡта үҙе һөйләр.

“Милләтте һаҡлайыҡ тиһәк, үҙебеҙҙе һаҡлайыҡ”
− Сәләмәт тәндә − сәләмәт рух, тиҙәр. Һау кешенең күңеле көр булыр, үҙе һәм иле өсөн изге эштәр ҡыла алыр. Шуға ла тәү сиратта сәләмәтлек хаҡында хәстәрлек күрергә кәрәк. Күптәребеҙ профилактика хаҡында уйлап та бирмәй. Сирләп китһәк кенә дауаханаға йүгерәбеҙ. Медицина ни тиклем алға бармаһын, кеше үҙе хаҡында алдан уҡ хәстәрлек күрмәһә, уны аяҡҡа баҫтырыуы еңел түгел. Әҙәм балаһының һаулығы тик үҙ ҡулында, ә табипта түгел.
Сәләмәтлектең асҡысы ата-бабаларыбыҙҙың әйткәндәрендә ята. Мәҫәлән, йомаҡ, мәҡәл, әкиәт, ҡобайырҙарҙа ғына бик күп дауа, имләү сере бар. Берәйһе халыҡ медицинаһы тураһында китап яҙыр­ға булһа, ауыҙ-тел ижады буйынса ғына ҙур материал туплай алыр ине.
Һәр сирҙең үҙ дауаһы, үҙ тәрбиәһе бар. Ата-бабаларыбыҙ һүҙ көсөнөң оло ҡеүәткә эйә булыуына ышанған. Ауырыуҙы көйләп, һамаҡлап дауалағандар. Шиғри юлдарҙы музыкаға һалыу магик көстө икеләтә арттыра, тигән фекер йәшәгән. Мәҫәлән, ҡот ҡойоу ҙа үҙенә күрә бер ритуал. Ул ышандырыу юлы менән кешегә рухи тыныслыҡ бирә.
“Милләтте һаҡлайыҡ тиһәк, үҙебеҙҙе һаҡлайыҡ”
Иртән уянғас та, ырғып торорға ярамай. Иң алда йүгергеләп тәнде “ҡыҙҙырып” алырға кәрәк, һәр күнекмәне кирелеү ысулы менән атҡарыу яҡшы. Хайуандарҙың нисек “күнекмә” эшләгәнен күҙәтегеҙ әле. Эттең эте лә, һыйыр ҙа иң алда рәхәтләнеп, тәмләп кирелә. Бер аяғын һуҙа, шунан икенсеһен... Бесәй һымаҡ арҡаны дуға кеүек бөгөп-бөгөп алырға була.
Тәнебеҙҙе һыйпап-һылап торор­ға кәрәк. Бөгөн массаж яһау аппараттары төрлө һәм күп. Әммә иң яҡшыһы − уны бармаҡтарың менән эшләү. Турникта аҫылынып торорға була.
Илле йылға яҡын көн һайын йүгерәм. Шул рәүешле ауырыуҙарҙан да, ҡартлыҡтан да ҡасам (көлә). Күберәк йәйәү йөрөргә кәрәк, әммә миңә ниңәлер форсат теймәй. ҡайһы саҡ йүгерә алмаған ваҡыт була, шул саҡта кискә тиклем бик ныҡ арыйым. Тимәк, йүгереү һаулыҡҡа тик ыңғай йоғонто яһай.
Бер мәл радикулит йонсота башланы. Был – бер урында тик ултырыу бәләһе. Башкөллө эшкә сумған саҡта йыш ҡына бүленге килмәй, сәғәттәр буйы бер торошта ултырыр­ға мәжбүрһең. Бына шул арҡала радикулит барлыҡҡа килә икән. Таныш невролог, күберәк күнекмә яһа, тине. Физ­кабинетҡа ла йөрөмәнем, дарыуҙар ҙа ҡабул итмәнем. Үҙем белгән ябай хәрәкәттәрҙән комплекслы күнегеү теҙмәһе булдырҙым. Шуларҙы көн һайын башҡара башланым. Бер аҙҙан радикулит минән ҡасты.
Ятҡан урын мотлаҡ ҡаты булырға тейеш. Муйын умыртҡаһының өсөнсө-дүртенсе быуыны тапҡырына валик һалырға кәрәк. Ә мин валик урынына һыу тултырылған литр ярымлыҡ пластик шешәне ҡулланам. Яҫтыҡ ҙур булырға тейеш түгел. Юҡҡа ғына “подушка” “под ушко” һүҙенән алынмағандыр.
Егерме йыл Иванов системаһы буйынса ҡойонам. Һаулыҡҡа иҫ киткес шәп йоғонто яһай. Кеше тәнендә бик күп бактерия-микроб йәшәй, шул кешенең иммунитетын ҡаҡшата. Ә бына һалҡын һыу менән ҡойон­ғанда тән температураһы ҡапыл күтәрелә. Ошо мәлдә микробтар үлә. Был система буйынса ҡойонғанда һүҙ көсө ҙур роль уйнай. Үҙеңә, тирә-яҡтағыларыңа сәләмәтлек, изгелек теләү кешене яҡшыға көйләй. Шулай уҡ контраст душ ҡойонорға кәңәш итәм.
Ауыҙға йыйылған шыйыҡсыны, Иванов, ергә төкөрөргә ярамай, ә йоторға кәрәк, тигән. Иртәнге төкөрөк организмға бик файҙалы икән. Күптәр иртән торғас та теш таҙарта башлай. Һөҙөмтәлә организмға шайыҡ үтеп инмәй. Тештәрҙе ашағандан һуң йыуыу яҡшыраҡ булыр. Йога менән шөғөлләнеүселәр иртәнсәк ас ҡарынға бер стакан һалҡын һыу эсергә кәңәш итә. Уны ваҡ-ваҡ йотомдар менән яйлап ҡына, үҙеңә сәләмәтлек теләй-теләй эсергә кәрәк. Шул саҡта һыу ҡайҙа һәм нисек юлланғанын күҙ алдына баҫтырып, уның организмға ниндәй файҙа килтереүе хаҡында уйларға кәрәк.

Умыртҡа бағанаһы ауы­рыу­ҙары менән яфаланғандарға минән бер кәңәш: уҡлауға таҫтамал урап (уҡлау урынына һыу тултырылған литр ярымлыҡ шешә булһа ла ярай) шуның өҫтөндә тәгәрәргә кәрәк.

Бөгөн халыҡ аңын томалау, билдәле бер кәйефкә көйләү күренеше күҙәтелә. Кешеләр астрологтар фаразына, күрәҙәсе-бағымсыларға ышана. Телевизорҙан барған күп тапшырыуҙар ҙа шундай юҫыҡҡа ҡоролған. Шул рәүешле кеше программалана. Көсләп тағылған фекерҙе ул үҙенекеләй ҡабул итә һәм шул күрһәтмә буйынса эш итә башлай, зомбиға әүерелә. Ана шуларға бирешмәҫ өсөн спорт менән шөғөлләнергә кәрәк. Ул һаулыҡты һәм рухты сыныҡтыра, үҙ-үҙеңә ышаныс тойғоһон барлыҡҡа килтерә.
Туҡланыуыбыҙға етди иғтибар бирмәйбеҙ. Структураһы боҙолған аҙыҡ-түлек ашайбыҙ, ул үҙ сиратында беҙҙең структураны боҙа. Шуға ла һуңғы йылдарҙа сибек балалар күп тыуа. Белгестәр дәлилләүенсә, үҙең тыуған ерҙә үҫкән аҙыҡ-түлек һинең һаулығыңа яҡшы йоғонто яһай. Иммунитет ныҡ була, төрлө аллергик ауырыуҙарға бирешеп бармай. Беҙ, һуғыш осоро балалары, ерҙән емеш-еләк өҙөп ҡаптыҡ, тамыраҙыҡ ашаныҡ. Тирә-яҡ ҡарҙан әрселә башлау менән йыуа, бәкес эҙләп, ҡырға сыға инек. ҡаҡы, ҡымыҙлыҡ, балтырған, һарына, әтлек кеүек витаминдарға бай натураль ризыҡ ашап үҫтек.
Һәр милләттең үҙ милли рационы бар. Ана шул да кешегә үҙе бер дауа. Мәҫәлән, башҡорттар итһеҙ, һурпаһыҙ тора алмай. Борон ата-бабаларыбыҙ араҡы эсмәгән. Ул беҙгә бөтөнләй ят эсемлек. Шуға күрә лә милләттәштәребеҙ эскелеккә тиҙ бирешә. Ә бына самалы миҡдарҙа урыҫ йә украиндар өсөн уның дауа булыуы билдәле.
Үҙ ихтыярың менән тәмәке, эскелек кеүек зәхмәттәргә, ауырыуҙарға бирелмәһәк ине. Тик һау кешенән сәләмәт сабый тыуа. Милләтте һаҡлайыҡ тиһәк, үҙебеҙҙең хаҡта хәстәрлек күрәйек.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға