«Йәшлек» гәзите » Һаулыҡ һаҡлау » 343-сө палата



06.04.2012 343-сө палата

343-сө палата
Көн һайын бер-беребеҙҙе «Һаумыһығыҙ!» тип сәләмләйбеҙ, берәй байрам айҡанлы һүҙ тотҡанда ла яҡындарыбыҙға сәләмәтлек теләргә онотмайбыҙ. Башлыса, ғәҙәт буйынса, әллә ни илтифат бирмәй генә әйтәбеҙ. Ә бит был һүҙҙең нигеҙендә тәрән мәғәнә һәм шундай матур теләктәр ята. Һаулығың ҡаҡшаһа, көн дә ҡалҡҡан ҡояш та, яратҡан эшең дә, аҡса ла ҡыуандырмай, улар кәрәкмәгәндәй тойола. Тик был хаҡта сәләмәт бәндә уйланамы ни? Хоҙай тарафынан аманат итеп бирелгән һаулыҡты булғанда ғәҙәти генә ҡабул итәбеҙ ҙә, юғалтһаҡ, илайбыҙ. Шуға ла дауаханаға эләккән кешеләр саҡ ҡына булһа ла үҙгәреп сығыусан, һаулығына хөрмәт менән ҡарап, уны иң ҙур байлығы итеп һаҡлаусан булып китә. Һәр кемдән үҙенең ҡәҙерен белеү, тормош һынауҙарынан фәһем алыу ғына талап ителә.
Миңә лә көтмәгәндә, һыуыҡ тейҙереп, дауаханаға ятырға тура килде. Хәйер, сирҙе көтөп алған әҙәм юҡ инде ул. Ул бөтәһе өсөн дә иң күңелһеҙ һәм ауыр ваҡыт.
Дауаханаға барып ятыу ҙа бөтә кешегә лә тейә торған бәхет түгел икән. Мин дә поликлиникалағы ҡарт ҡына бабайға, дөрөҫөрәге, участка терапевына ысынлап ауырыуымды иҫбатлай торғас, ике аҙна үтеп китте. Ул «больничный» асты ла, исмаһам, өйҙә лә ятырға форсат бирмәй, көн дә тиерлек ҡабул итеүгә саҡыра. Үҙе һаман да аныҡ ҡына диагноз ҡуймай. Бик ҡыҙыҡ «постель режимы» булып сыҡты. Ярай әле уны отпускыға ебәр­ҙеләр. Ул китеү менән икенсе табип, телефон аша дауахана менән килешеп, мине стационар дауалауға ебәрергә булды. Етмәһә, унда урын юҡ икән, коридорға ятырға тура килә. Ярай, инде дарыуҙы күпме ашарға була, эшләмәй ятҡанға ике аҙна булып китте. Ә йүткереү бөтөргә лә йыйынмай. Коридорға түгел, бәҙрәф янына ла барып ятырһың. Башҡаса хәл юҡ, ятам коридорға...
Шулай ҙа, ғүмеремдә лә дауаханала ятмаған кеше булараҡ, юғалып ҡалдым. Бөтә таныш-тоношома шылтыратып, унда нимәләр алып барырға, документтарҙы нисек тултырырға икәнлеген һораштым да, сумкамды әҙерләй башланым. Күптән китаптар уҡыған юҡ, уларҙы һалып алайыҡ, биҙәнгестәр алыу­ҙың мәғәнәһе булырмы-юҡмы икән? Биҙәнеп, балҡып ултырһаң, ауырымай икән, тип дауаламаҫтар, меҫкен генә ҡиәфәттә йөрөһәң, әҙәмгә лә һанамаҫтармы икән?
Дауаханаға сумка әҙерләү менән курортҡа йыйыныуҙың бер генә оҡшашлығы бар – өйҙәге бөтә нәмә лә ситтә лә кәрәк булыр кеүек, уларҙы сумкаға һыйҙырып бөтөп кенә булмай. Тик диңгеҙгә йыйынғанда дәртләнеп осоп йөрөйһөң, кәйеф шәп, йылмайғы ғына килеп тора. Ә дауаханаға барғанда йөрәкте өҙөрлөк әрнеү бар. Һәр хәлдә, миндә шулай булды.
15 февраль.
Дауаханаға таң менән барып еттем. Коридорҙа ғына урын булғанлығын алдан белеп килһәм дә, ундағы кушеткаға ятҡырып ҡуйғас, күҙемдән йәштәр түгелеп-түгелеп аға башланы. Үҙемде шул тиклем меҫкен итеп тоям, ни өсөн беҙ ай һайын эш хаҡыбыҙҙың 13 процентын һалым итеп түләйбеҙ, тип асыуланып та алам. Мине уратып алып йәш кенә аҡ халатлы егет-ҡыҙҙар баҫҡан (улар­ҙы шундуҡ «интерндар» тип атап ҡуйҙым). «Илама, коридорҙа һәйбәтерәк, исмаһам, һауа бар», − тиҙәр. Палаталарҙа эҫе, имеш. Бушлай интернетҡа тоташыу өсөн вай-фай ҙа бар икән. Юҡ инде, интернетҡа түгел, йыһанға тоташырлыҡ булһа ла, был коридорҙа ятыу һис кенә лә күңелгә ятмай.
Табип мине ҡарағандан һуң еңел һулап ҡуйҙы:
− Илап ултырғанығыҙҙы күргәс, башҡа әллә ниндәй уйҙар килде. Һалҡын ғына тейгән бит, төштән һуң һеҙҙе палатаға күсерәбеҙ, − тип вәғәҙә биреп китте. Коридорҙағы кушеткала ятҡанда уҡ система ҡуйҙылар. Дөрөҫөн әйткәндә, системаны иҫһеҙ ҡолағандарға, үлергә ятҡандар­ға ғына ҡуялар, тип уйлай торғайным. ҡыбырламай ғына ятҡас ни. Баҡтиһәң, был кеше организмына дарыу индереүҙең бер юлы ғына икән.
Сәғәт 13.00. Палатаға күсерҙеләр, биш әбей ҡаршы алды. Минең урын тәҙрә төбөндә, ә батареялар шул тиклем эҫе. Ярай, быныһына ғына сыҙарлыҡ, коридорҙан һуң барыһы ла йәннәт кеүек. Төшкө ашҡа бирелгән һоло ашын күреү менән ҡот осто, шундай аҙыҡ та була икән!
16 февраль.
Дауаханалағы беренсе төнөм йоҡоһоҙ үтте. Шомландыра, уйландыра. Таң менән ҡырҡмаһа ҡырҡ төрлө анализ бирҙем. Әбейҙәр, бер эштәре булмаһа ла, иртәнге сәғәт 7-нән тороп ултыр­ҙы, һорауҙар яуҙырып, минең турала мәғлүмәт тупланылар. Бындағы контингент шулайыраҡ: йәштәр һалҡын алдырып ята, ҡарттар юғары ҡан баҫымы менән йонсой. Башҡа төрлө ауырыуҙар юҡ, бүлеге шундайыраҡтыр инде.
Палатала Валентина исемле өс әбей, мин, Гөлфиә һәм Зифа апай­ҙар ята. Йәшерәк Валентина ғүмер буйы түрә ҡатыны булған, үҙе лә юғары ғына урындарҙа эшләгән икән. Шуға бик эре. Һәр хәлдә, палаталағы һәр кем менән низағҡа ингән. Карауаты минеке менән йәнәш. Әбей палатанан сығып китеү менән, башҡалар мине уға бирешмәҫкә өйрәтә башланы. Эйе, хәҙер! Һоло ашы ашатҡан урынға килеп, илай-илай уколдар ал да, ниндәйҙер бер Валентина түтәйгә бирешеп ят, имеш. Дауаханала ла шулай айырым бер тормош бара икән. ҡайҙа ла характерыңды күрһәтергә тура килә. Урыҫтар әйтмешләй: «Как тут будешь слабой − то кони скачут, то избы горят…»
17 февраль.
Дауаханала ятҡан ваҡытта илебеҙҙең иң сибәр ҡыҙы Оксана Федорованың бала табырға йыйынғанын, Жасминдың ҡыҙы тыуғанын, Мария Ситтелдең өс балаһы барлығын, Алла Пугачева Филипп Киркоровҡа бала табып бирергә бик теләһә лә, ҡартайыбыраҡ китеүен белдем. Ә Филипп Киркоровтың яңы ғына тыуған ҡыҙы рейтинг буйынса Путиндан ғына ҡалыша шикелле. Уның өсөн һәр әбей ҡайғыра, үҫкәс нисек кенә йәшәр инде, тип өҙөлә.
Беҙҙе дауалаусы табиптың фамилияһы минеке менән бер иш. Нишләптер, коридор яңғыратып уны ла йә анализ бирергә, йә флюорография үтергә саҡыралар. Буталып йонсоном. Пала­таларҙа йыш ҡына уның фамилияһын телгә алып хәбәр һаталар, коридорҙа ултырып әрләйҙәр. Фамилиямды әрләгәс, йәл булып китә. Һәм, әлбиттә, минән, һинең туғаныңмы әллә, тип ҡыҙыҡһыналар. Юҡ шул... Булһа, исмаһам, массажға йөрөргә йүнәлтмә бирер ине.
Бында «Ауырыу тарихы»н да һорап алып булмай, ниңә йәшерәләрҙер – аңлашылмай.
18 февраль.
Дауаханала шуныһы ҡыҙыҡ икән: кемгә дарыуҙарҙы күберәк бирәләр, күберәк система ҡуялар – шул кешене нығыраҡ дауалай­ҙар кеүек күренә. Дөрөҫөн генә әйткәндә, әбекәйҙәремдең был фекере миңә тәүҙә бик ҡыҙыҡ тойола ине. Һәр хәлдә, нығыраҡ ауырығандарға дауа күберәк эләгәлер инде. Әммә дөйөм тулҡын­ға эләгеп китеп, был миңә лә шулай тойола башланы. Етмәһә, мин дә башҡаларға оҡшатып, һуҙылыбыраҡ атлай башлағанымды һиҙҙем. Бер ерем дә ауыртмай бит инде, шулай ҙа нишләп­тер ауыр итеп һулап алам. ҡыҫҡаһы, мыжыҡлыҡтың аръяғына сыҡтым. Әбейҙәр туҡтауһыҙ сир тураһында ғына һөйләй, халыҡ медицинаһын һыу кеүек эсәләр. Уларҙы тыңлаһаң, ни өсөн ауырыуҙарын бөтөнләй аңлап булмай. Майһыҙ, тоҙһоҙ, тәбиғи аҙыҡтарҙы ғына ашайҙар, иртәле-кисле зарядка ла эшләй­ҙәр, имеш. Уларҙы тыңлай торғас, башым ҡатты, мине йөҙләгән сир көтөп кенә тора кеүек була башланы.
19 февраль.
Бөгөн йәкшәмбе. Бер генә укол да, дарыу ҙа бирмәйҙәр, донъя яңғыратып йөрөгән шәфҡәт туташы ла юҡ, исмаһам. Түрәбикә Валентина әбей йәнде көйҙөрә, ауылдан килеп, ҡалала ҡалырға тырышҡан йәштәрҙең ни тиклем әрһеҙ икәнлектәрен ҡырҡ тапҡыр билдәләне инде. Берәй ярты сәғәткә генә ауыҙын йәбештереп һалып торор­ға ине шуны. Миндә кешене ваҡытлыса ғына һүндерә торған берәй ҡорал булһын ине. Етмәһә, биш минут һайын: «Ах, нечистая сила!» − тип ҡабатлай. «Лилиәнең нервылары шул тиклем ныҡ, маладис, йөрәген һаҡлай», − тип мине маҡтап та ала. Ауылдан килеп, тырышып-тырмашып ҡалала ҡалған кеше булараҡ, минән яуап көтәлер инде. Бына ошондай кешеләр алдында юрый насар булғы килә башлай. Бер Өфөгә һыйманылар инде, әйтерһең, ауылдан килгән йәштәр уларҙың йортона инеп бушҡа йәшәргә йыйына. Ярай, йәкшәмбелә хәл белергә килеүселәр күп булды, рәхмәт һеҙгә, дуҫтар, туғандар.
20 февраль.
Бөгөн телевидение журналистары килә тип, тәҙрәне ҡаплап торған гәзиттәрҙе алып ташланылар. ҡояш үлтереп алып бара, эҫе. Санитаркалар йүгереп йөрөп бөтә ерҙе таҙарта, беҙҙең палаталағы әбейҙәр, был журналис­тар­ҙы мин саҡырған икән тип аңлап, башты әйләндерә генә. Эҫенән әлһерәшеп ята торғас, тәҙрәләргә ҡорғандар элеп киттеләр. Бындағы халыҡтың әйтеүе буйынса, улар дауахана тарихында тәүге тапҡыр эленә икән. Һәр хәлдә, әбейҙәр шулай ти. Тарихи ваҡиғаға эләктем бит. Палатабыҙға йән инеп китте. Әбекәйҙәрем алдында минең абруй артҡандан-арта бара.
Журналистарҙы шулай көтәләр икән, имеш, тәҙрәләргә бер ваҡытта ла гәзит йәбештерелмәгән, һәр ерҙә тәртип. Көлкө килә лә һуң, шулай ҙа марканы тотам − эре генә йөрөп ятҡан булам. Валентина әбейҙәрҙең «внученька»һы булып.
21 февраль.
Ныҡ ауыр хәлдәге бер ҡатынды килтерҙеләр. Мин шундуҡ ҡурҡыштан палатанан сығып шылдым. Парацетамолға аллергия, бер таблетка ашаған да, ҡан баҫымы түбәнәйеп ҡолаған. Үәт, әй! Саҡ үлмәй ҡалған. Парацетамол шундай көслө тәьҫир итә икән тип уйламай инем.
Бер-ике сәғәттән апайға йән инде һәм ул беҙгә лекция уҡый башланы: асыулы кешеләр йыш ауырый икән, шуның өсөн дә гел йылмайып ҡына торорға кәрәк һ.б. Улай булғас, был апай нишләп үҙе шул ҡағиҙәләрҙе иҫендә тотмайҙыр – аңламаным.
Ошо дауаханаға эләкмәһәм, халыҡ араһында милләтселектең көслө генә икәнлеген аңламаҫ инем, моғайын. Яңы килгән Светлана Ивановна башҡорттар­ҙы күрә алмаған бер бәндә булып сыҡты. Тик, нишләптер, миңә бик яҡшы мөғәмәләлә булды. Баш­ҡортҡа оҡшамағанһың, ти. Эш тышҡы ҡиәфәттәме ни, эш бит ҡанда.
Әбейҙәр миңә шуны аңлатырға тырыша – эш тип үҙ-үҙеңде бөтөрөргә кәрәкмәй. Хеҙмәт дисципланаһын үтәйһең, эшеңде беләһең икән – шул етте, улар фекеренсә. ҡаҙаныштар артынан сабыу, башҡаларҙан һәйбәтерәк эшләргә тырышыу сәләмәтлекте генә бөтөрә. Ваҡыт үтеү менән ҡиммәттәр үҙгәрә, Маҡтау грамоталарының, миҙалдарҙың бер мәғәнәһе лә ҡалмай. Әрәмгә үткән ғүмерең өсөн үкенес һәм ҡаҡшаған нервылар ғына ҡала. Шулайҙыр. Килешәм һеҙҙең менән, әбекәйҙәрем.

22 февраль.
Коридорға бер-бер артлы дүрт йәш кенә ҡыҙҙы килтереп һалдылар. Уларҙың бөтәһе лә һалҡын алдырып, пневмония менән сирләй. Оло йәштәгеләр поликлиникаларҙан йүнәлтмә менән, сират торопмо, нисектер килгәс, уларға урын табыла. Ә йәштәр «Тиҙ ярҙам» машинаһы менән килтерелә, планда булмағас, палата­лар­ҙа урын юҡ. Мин аралашҡан әбейҙәрҙең барыһы ла йыл һайын дауаханаларҙа ята, йыш-йыш ҡына өйҙәренә лә табип саҡыра. ҡаланың бөтә дауаханаларын да ятлап бөткәндәр. Аңлауымса, йәй буйы баҡсаларына йөрөй ҙә, ҡышын дауаханаларға ята улар. И-и, үҙебеҙҙең ауыл әбейҙәре, күпселеге дауахананы бар тип тә белмәй, ауырыһа ла, мыжымай ғына йәшәй шул.
Күрше палатала ғүмер буйы участка милиционеры булып эшләгән бер ирҙең ҡатыны, дөрөҫөрәге, әбейе ята. Бына шул әбей коридорҙа ятҡан йәштәргә көн күрһәтмәй башланы. Вестибюлдә ятҡан ҡыҙҙар бер туҡтауһыҙ кеше йөрөүенән ялҡып, аптырашып, ноутбуктан фильм ҡарай башлаһа ла һүндерергә ҡуша, көлмәгеҙ, һөйләшмәгеҙ, имеш. Ә бөгөн инде таң менән сығып, тегеләрҙе коридор яңғыратып йүткергәндәре өсөн әрләй башланы. Имеш, улар ауыҙын ҡаплабыраҡ йүткерһә, ул тиклем тауыш сыҡмаҫ ине. Ә ҡыҙҙар шул йүткергәне өсөн дауаханала ята бит инде. Инфекция таратмаһындар өсөн махсус битлек кейеп йөрөүҙәрен талап итә. Үәт, иҫәр. Тағы нимә тип әйтәһең инде. Бик оҡшамаһа, үҙе сығып китһен!
23 февраль.
Бөгөн байрам. Ашханаға барғанда ир-атты ҡотланым, эй ҡыуандылар. Шунан файҙаланып, береһенән магазиндан биш литр һыу килтерттем. Юҡһа, ирҙәр ауырый башлаһа, «джентльменлыҡ»тарының әҫәре лә ҡалмай икән. Бала кеүек мыжыйҙар.
Өс Валентинаның икәүһенең тормош иптәштәре бөгөн дә иҫән. Минеңсә, уларҙың икеһен дә бәхетле ҡатындар иҫәбенә индерергә мөмкин. Балалары, ейәндәре йыш ҡына шылтыратып, хәлдәрен һорашып тора, килеп тә китәләр. Тик бына икеһенең дә ирҙәре менән мөнәсәбәте ныҡ айырыла. Оло Валентина түтәйҙең ҡарты бер генә мәсьәләне лә ҡатынынан башҡа хәл итмәй, ашарға бөтөнләй бешермәй. Тулыһынса ҡатынының күҙенә генә ҡарап тора, тип әйтергә кәрәк. Ә инде йәшерәк Валентинаныҡы көнөнә йөҙ шылтырата, тәмле-томло ризыҡтар бешереп ташый. Әммә уларҙың икеһе лә бәхетле. Шулай булғас, кемгәлер ғаилә шулай йәки былай булырға тейеш, тип кәңәштәр биреүҙең бөтөнләй мәғәнәһе юҡ – һәр ғаилә тормошон үҙенсә ҡора. Бәхеттең теорияһы юҡ.
Тағы ла шул күҙемә салынды – тулыраҡ кәүҙәле кешеләрҙең эсендәге тышында, улар эстән янып-көйөп ултырмай. Ә үтә лә ябыҡтар үҙен эстән ашағандар иҫәбенән. Ябыҡтарҙы кешеләр нығыраҡ йәлләй, ә “йомрораҡтар” проблемаһыҙыраҡ күренә. Бер кемдең дә сире күктән төшмәгән – һәр кемдең ауырыуында характеры сағыла. Үәт, шул.
24 февраль.
Коридорҙа ултыра инем, инвалидтар коляскаһына ултыртып, йәп-йәш кенә ҡыҙҙы килтерҙеләр. Ул туҡтауһыҙ ҡалтырана, башы эйелгән, иҫһеҙ шикелле. Беҙҙә урын булмағас, уны ир-ат яғындағы коридорға һалдылар. Бер нисә сәғәт үткәс, был ҡыҙ ҡот осҡос тауыш менән туҡтауһыҙ ҡысҡыра, ыңғыраша башланы. Бөтә тирә-яҡ яңғырай. Баҡтиһәң, 24 йәшлек кенә ҡыҙҙа бауыр циррозы икән. Бөтә кеше лә уны, бөгөн-иртәгә үләсәк, тип һөйләй. Мин ҡыҙҙың ҡысҡырғанына түҙә алмай барып ҡарарға йөрөй инем, өс Валентина әбейем дә берҙәй булып юлыма арҡыры төштө. Әйтеүҙәренсә, уның йөҙө хәҙер ҡот осҡос төҫтә, һыҙланыу­ҙарына битараф ҡына ҡарау мөмкин түгел. Йә, Хоҙай, ул бит шундай йәш!
Кис көнө әбейҙәремә сәйәси дәрес үткәрҙем. Уларҙы ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға интернеттан яуап табып уҡыным. Нимә тураһында, тиһегеҙме? Әбейҙәрҙе Владимир Путиндың ҡыҙҙары һәм нишләптер йәмғиәттә күренмәй башлаған ҡатыны, элекке республика башлығының ғаилә хәле, бөгөнгө тормошо, Алла Пугачева менән Максим Галкиндың мөхәббәте ҡыҙыҡһындырҙы. Социаль сел­тәр­ҙәргә реклама ла эшләп алдым.
25 февраль.
ҡыҙғанысҡа ҡаршы, теге бауыр циррозы менән сирләгән ҡыҙҙың ҡысҡырып ыңғырашыуын тыңлай торғас, миндә бөтә дауаханаға ҡарата ерәнеү тойғоһо барлыҡҡа килде. Ашай ҙа, коридорҙа ла йөрөй алмайым, нишләргә лә белмәйем. Дарыуханаға төшөп, битлек һатып алдым, минут һайын ҡул йыуам, әллә ниндәй еҫтәр тоям. Ә сығырға, Алла бирһә, бер аҙна ваҡыт бар әле. Уф, нисек кенә сыҙарға?.. Ә мосолман әбейҙәре яулыҡ ябынып ни тиклем дөрөҫ эшләй, урыҫтар беҙҙән өлгө алһа, ни әйттең дә бит. Йөрөйҙәр сәстәрен ҡойоп! Иҙәнде йүнләп йыумайһығыҙ, тип санитаркаға ла бәйләнеп алдым. Күптән оҡшамай ине инде ул миңә, ялҡау, арҡыры ятҡанды буй һалмай. Минең эш хаҡым бәләкәй, ти беҙгә. Әллә дауаханала олигархтар ята тип уйлаймы икән? Ә теге ҡыҙ ҡысҡыра ғына түгел, аҡыра. Ундай ҡот осҡос итеп ыңғырашыуҙы ишеткәнем юҡ ине. Ишетергә лә яҙмаһын…
Тағы теге Олег килгән. Күрше палатала ятҡан әбейҙең улы ул. Шул әбей мине улы менән таныштырам тип йонсота, тик улына тура ғына әйтеүҙән тартына икән. Шуның өсөн шул Олег килгән ваҡытта биш-алты тапҡыр коридорҙан йылмайып үтергә тейешмен. Бөтә булмышым менән әбей хыялында йөрөткән киленгә оҡшағанмын, имеш. Тик был тәҡдим, дөрөҫөрәге, Олег тигән әҙәм миңә бер ҙә оҡшамай. Шул арҡала ул килгән ваҡытта коридор­ға сыға алмай ултырырға мәжбүрмен. Етмәһә, был ситуацияны бөтәһе лә белә, теге әбейҙе «ҡәйнәң» тип кенә йөрөтәләр. «ҡәйнәм» дә утҡа кәрәсин өҫтәп, минән ҡалмай йөрөй, төрлө тәм-том менән һыйлай. Дауаханаға эләкмәһәм, урыҫ әбейҙәренең хыялы икәнлегемде белмәҫ инем.
Ғөмүмән, ҡала кешеләре ауылдан килгән ҡыҙҙарҙы уңған һәм тәртипле тип һанай. Валентина түтәй ауылдыҡыларҙы «әрһеҙ» тип әрләһә лә, башҡа ҡаршылығы юҡ.
26 февраль.
Теге ыңғырашҡан ҡыҙ ятҡан яҡтағы кешеләр бөтөнләй йоҡлай алмай. Ул ҡыҙ 24 йәшенә тиклем ныҡ эсеп, әлеге сиренә юлыҡҡан икән. Эскеселәргә лекция уҡы­ғансы, ошо ҡыҙ ҡолаҡты ярып, үҙәкте өҙөп ыңғырашҡан кори­дор­ға алып килеп күрһәтергә кәрәк. Бәлки, файҙаһы булып, эсеүҙәрен кәметерҙәр. Кемдең бик ерәнгес ҡиәфәттә, барса халыҡтың ҡотон алып аҡырып-баҡырып үлгеһе килһен? Уны йәлләгән кеше лә юҡ. Ысынлап та, бик ерәнгес күренеш. 24 йәшлек ҡыҙ күп эсеүе арҡаһында үлергә ята…
Бөгөн палатанан бер юлы ике кешене сығарҙылар. Береһе − дауалау өсөн бүленгән ваҡыты етеп, икенсеһе сыҙай алмай, үҙе һорап сығып китте. Еңел тын алғайныҡ, шундуҡ пневмония менән сирләгән ике ҡыҙҙы һалдылар. Йүткерәләр генә, студенттар.
28 февраль.
Бөгөн төндә бауыр циррозы менән ауырыған теге йәш ҡыҙ үлгән. Кисә туғандарымы, әшнәләреме килеп, бауыр күсереп ултыртырға кәрәк, тип зыҡ ҡубып йөрөгәйне. Иҫтәренә төшкән. Артыҡ ҡыҙыҡһыныусан булыуым арҡаһында ниндәй генә бәләгә тарыһам да, был юлы ла ситтә ҡалманым − ҡыҙҙың мәйетен алып киткәндәрен тәҙрә аша ҡарап торҙом. Ул ҡыҙ шундай ҡурҡыныс төҫтә ине... Яҙып та аңлатырлыҡ түгел. Хәҙер ҡотом осоп ултырам, күҙ алдымда – шул ҡыҙ. Йоҡлай алмаҫмындыр ул. Битлекте сисеп ташланым.
Миңә бер ниндәй дарыу ҙа, укол да, система ла юҡ. Сығармайҙар ҙа. Тейешле ваҡыт үткәнсе һуҙылып ятырға тейешмен. Үәт, мәғәнәһеҙлек. Стандарт, имеш. Ваҡыт дауалар, тип уйларҙармы икән ни?
Шундай һығымтаға килдем – бушлай медицина дөрөҫ түгелдер ул. Кешеләргә әҙәмсә итеп эш хаҡы һәм пенсия, пособие түләргә лә, әйҙә үҙҙәре дауаланһын. Теләгән табипҡа, теләгән дауаханаға барып. Өс һумлыҡ дарыуҙы алыр өсөн йөҙ һыуыңды түгеп торор өсөн кәрәкме ни ул бушлай медицина? Юҡһа табиптар дәүләт учреждениеһында дәүләт аҡсаһына алынған ҡорамал менән эшләп ултырыуын онота. Медицина бушлай булғас, үҙҙәрен бушҡа эшләгән кеүегерәк хис итәләр шикелле. Дарыу булмаһа, һатып ал, тип тә әйтмәйҙәр, исмаһам. Робот кеүектәр, битарафтар һәм, дөрөҫөн әйтергә кәрәк, күптәре шашҡан.

29 февраль.
Бына буласаҡ ил башлығын һайлауға әҙерлек бара. 4 мартҡа тиклем ҡаласаҡ ауырыуҙарҙың адрестарын, паспорт номерҙарын биш тапҡыр яҙып сыҡтылар инде. Ололар һайлауҙарға шул тиклем етди ҡарай, йәштәр барһа – бара, бармаһа юҡ бит инде. Ә әбейҙәр өсөн барып һайлап ҡайтыу мотлаҡ кеүек, бармай ҡалыуҙы закон боҙоу кеүек ҡабул итәләр. Мин тик ятам. Бар эшем шул – бүлмәне елләтәм һәм үҙемде бик яратҡан оло Валентина әбейҙең хикмәтле хикәйәләрен тыңлайым.
«Сығыр алдынан яңынан тикшерелеү үтергә кәрәктер ул?» − тип бәйләнәм фамилиялаш табип­ҡа. Спирография тигән бер ҡорамал аша тын алып ҡарарға ине. «Юҡ, кәрәкмәй, − ти табип, − тын алышығыҙҙа үҙгәрештәр ныҡ аҙ ине». Мин яйын табып, урлап ҡына уҡыған «Ауырыу тарихы»нда «значительные и резкие изменения» тип яҙылғайны ла баһа. Ныҡ үҙгәреш «суперзначительные» булырға тейешме икән ни?.. Мин шулай аптырап ултырғанда, дауаханалағы әхирәтем килеп инде. «Дүрт тапҡыр өрҙөм әле», − ти. Спирография үткән икән. «Кемдәрҙер өсөн үттем инде, отчет кәрәк бит табиптарға». Әлбиттә, мин быға ышанманым, ул тиклем үк булмаҫ. Шулай ҙа «суперзначительный» үҙгәрештәр хаҡында уйлаһаң, күңелдә шик уянғандай ҙа булып китә.
2 март.
Ур-ра! Мин бөгөн дауахананан сығам. Тышта йылы шикелле, тамсылар тамғаны күренә. Табип шундай кәңәш бирҙе − өшөмәҫкә һәм витаминдар ашарға. ҡыҙыҡ. Уныһын ғына беләбеҙ ҙә ул.
Ниндәй һығымтаға килдемме? Башҡаса алдан һөйләшмәй, таныштарҙы ҡатыштырмай ғына дауаханаға ятырға яҙмаһын! Ғөмүмән, унда эләгеүҙән Хоҙай үҙе һаҡлаһын.
Телефоным шылтырай – алып ҡайтырға килгәндәр. Һау бул, дауахана! Хоҙай ярҙам итеп, өнөмдә түгел, төшөмдә лә күрмәҫкә ине һине…
Лилиә СИРАЕВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға