«Йәшлек» гәзите » Һаулыҡ һаҡлау » 33-сө дауахананың яңы филиалы асылды



28.02.2012 33-сө дауахананың яңы филиалы асылды

33-сө дауахананың яңы филиалы асылды
Ошо көндәрҙә баш ҡаланың Парк урамында 33-сө поликлиниканың яңы филиалы асылды. Уны асыу тантанаһында Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары Фидус Ямалетдинов, республикабыҙҙың һаулыҡ һаҡлау министры Георгий Шебаев, Өфө ҡала хакимиәте башлығы Ирек Ялалов ҡатнашты.
Яңы асылған филиал быға тиклем 6-сы ҡала клиник дауаханаһына ярҙам һорап мөрәжәғәт иткән ауырыуҙарҙы ҡабул итәсәк. 697 кв. м майҙанды биләгән бинала яңы заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған терапевт, хирург, күҙ табибы, невролог, инфекционист, эндокринолог, функциональ диагностика, физиотерапия кабинеттары бар. “Филиалда 25 табип эшләй һәм улар 25 меңгә яҡын пациентҡа медицина ярҙамы күрһәтәсәк, − ти поликлиниканың баш табибы Эльза Сыртланова. – Поликлиника иртәнге сәғәт 8-ҙән киске 8-гә тиклем ике сменала эшләйәсәк. Был – 33-сө дауахананың алтынсы филиалы, ул тик май айында ғына асылырға тейеш ине. Ләкин халыҡтың һорауы буйынса һәм хөкүмәт ярҙамы менән ул үҙ эшен башланы ла инде. Эшкә байтаҡ йәш белгес алдыҡ. Хәҙер Октябрь һәм Совет райондары халҡына ярҙам артынан алыҫҡа барып йөрөйһө түгел”.
Яңы филиал асыу тураһындағы ҡарар 2010 йылда ҡабул ителә. Бинаны реконструкциялау һәм ремонт эштәрен башҡарыу өсөн ҡала бюджетынан 24 млн һум аҡса бүленгән.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға