«Йәшлек» гәзите » Һаулыҡ һаҡлау » Һытҡы кемдәрҙе ярата?



17.08.2010 Һытҡы кемдәрҙе ярата?

Күрем алдынан ҡатын-ҡыҙҙың йөҙөн йыш ҡына һытҡылар баҫа. Быны гормональ үҙгәреш тип уйлап, ҡайһы берәүҙәр битенә крем һөртә, икенселәр битлек эшләй. Тик шуға иғтибар итмәү мөмкин түгел: ниңәлер һытҡылар гел бер урында хасил булыусан һәм уларҙы бөтөрөүгә бер сара ла ярҙам итмәй...
Көнсығыш медицинаһы күҙлегенән ҡарағанда, тирегә бәйле бөтә проблемалар – ниндәйҙер эске органдың эшмәкәрлеге сағылышы. һытҡыларға ҡарап, кешенең ниндәй ағзаһы ауырыуын, нисек туҡланыуын белергә була. Мәҫәлән, ул сәс төктәре булған урында сыҡһа, үт ҡыуығы эшмәкәрлеге боҙолоуын күрһәтә. ҡаш өҫтөндә хасил булғаны ашҡаҙан-эсәк тракты зарарланыуы хаҡында һөйләй. Тимәк, һеҙ шәрбәтле ризыҡты, майлы итте, концентрант ҡушылған һуттарҙы, лимонадты күп ҡулланаһығыҙ.
Әгәр һытҡылар күп икән, был нин­дәйҙер дарыуҙы, мәҫәлән, баш ауыртыуҙы баҫа торғанын, ауырға уҙыуҙан һаҡлаусы гормональ таблеткаларҙы, хатта витаминдарҙы күп ашауығыҙ тураһында һөйләүе мөмкин. Был осраҡта, организм артыҡ майҙы яндырып өлгөрә алмауҙан, токсиндар тирегә бәреп сыға.
Туҡланыуға әһәмиәт бирегеҙ. Кәнфит-печеньенан, ҡамыр аштарынан баш тартып, тәбиғи ризыҡтарға күсегеҙ. Минераль һыу, емеш-еләктән үҙегеҙ һут һығып эсегеҙ, уға ҡайнаған һыу ҡушығыҙ. Рационығыҙға бешкән алма, сәскәле кәбеҫтә индерегеҙ. Йөклөлөктән һаҡлаусы дарыуҙар эсһәгеҙ, гинеколог менән кәңәшләшеп, гормондары әҙ булған таблеткалар билдәләүен һорағыҙ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға