«Йәшлек» гәзите » Һаулыҡ һаҡлау » Мейегә ҡан һауыу (инсульт)



17.08.2010 Мейегә ҡан һауыу (инсульт)

Был сир ҡан баҫымы юғары йәки атеросклероз, ҡан ауырыуы менән интеккән кешеләрҙә йыш осрай. Билдәләре: баш ауырая, ныҡ итеп ауырта, әйләнә, күңел болғана, ҡоҫтора. Һуңынан кеше аңын юғалта йәки телдән ҡала. Был мәлдә кәүҙәнең бер өлөшөн фалиж һуғыу ҡурҡынысы янай. Һөҙөмтәлә ауырыуҙың йөҙө салышайып, ҡыҙарып йә күгәреп ҡала, тир бәреп сыға. Тын алыу йә һирәгәйә, йә йышая, ғыжылдай башлай. Хатта кесе йәки оло ярау бүленеүе лә күҙәтелеүе ихтимал.

Ярҙам
Ауырыуҙы сисендереп, баш осон ҡалҡытыбыраҡ ятҡырырға кәрәк. Башына боҙло йә һалҡын компресс, аяҡтарына грелка ҡуялар. Ауыҙын лайланан, ҡоҫҡолоҡтан таҙарталар.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға