«Йәшлек» гәзите » Һаулыҡ һаҡлау » Тәмәкеме, һаулыҡмы?



31.01.2012 Тәмәкеме, һаулыҡмы?

Тәмәкеме, һаулыҡмы?
Биләүҙә ятҡан сабыйығыҙҙы берәйһе быуа башлаһа, нимә эшләрһегеҙ? Әлбиттә, енәйәтсе менән көрәшә башлаясаҡһығыҙ. Ә никотин төтөнөнә сорналған йортта ғәзиз балаһын үҫтереүсе тәмәкесе ата-әсәләр йылдар дауамында ошо енәйәтсе ролендә ҡала. Яңы тыуған сабыйға кислород етешмәй, шул сәбәпле уның тән ағзалары тейешле кимәлдә формалаша алмай. Имеҙеүсе ҡатын тәмәке тартыусы янында булһа, уның һөтө менән бала организмына никотин, полоний, радий, торий һәм башҡа радиоактив матдәләр инә. Бер ҡасан да тартмаған, әммә тәмәкесе менән бергә йәшәгән йөклө ҡатындың балаһын юғалтыу ҡурҡынысы ҙур.

Кесе йәштән үк тәмәке төтөнө һулап үҫкән балаларҙың тын алыу юлына тәмәке ыҫмалаһы ултыра, үпкәләрҙең альвеолалары зарарлана, тын алыу юлдарын таҙартыу процесы боҙола. Һөҙөмтәлә улар бронхит, астма сиренә йышыраҡ бирешә, иммунитеттары насарая.
Тормошта көн дә тартыусыларға юлығабыҙ. Ә кино герой­ҙарының һуң? Иҫ киткес батырлыҡ ҡылғандан һуң улар ауыҙына тәмәке ҡаба... Шуға күрә тәмәке тартыу мәҙәниәте һәр кемгә бала саҡтан уҡ һеңгән.
Ғ. ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһында үҫмерҙәр һәм хәрби хеҙмәткә саҡырылыусылар тикшереү үткәндә, һәр икенсе егеттең тәмәке тартыуы асыҡланған. Шуларҙың 18 − 24 йәшлектәренең 30 проценты көнөнә берәр ҡап тәмәке тарта икән. Был егеттәрҙә сирҙәр “гөлләмәһе” бихисап: умыртҡа бағанаһы, баш мейеһе тамырҙары зарарланыуы, йөрәк ауырыуы, бронхит, ашҡаҙан-эсәк тракты һ.б. сирҙәр менән яфаланалар. Бөтә тартыусылар ҙа хәтерҙәренең насарайыуына, тиҙ арыуға зарланған.
1956 йылда Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы ҡарары менән төрлө илдәрҙән 40 мең табип тәмәкене күп тартыусы пациенттарының һаулығын тикшергән. Һөҙөмтәлә уларҙың йөрәк-ҡан тамырҙары системаһы, үпкә ауырыуҙары менән йышыраҡ ауырыуы асыҡланған. Бер тәмәкене тартҡас, ҡан тамырҙары 45 минутҡа ҡыҫыла. Төтөндәге углерод оксиды кислородҡа ҡарағанда 200 тапҡырға тиҙерәк гемоглобин менән ҡушыла. Һөҙөмтәлә органдарға (тәү сиратта мейегә һәм йөрәккә) кислород барып етмәй. Шуға ла тартыусылар йыш ҡына йөрәге сәнсеүенә зарлана. Углерод оксиды артерияларҙың эске тиресәһен ныҡ зарарлай. Был йөрәктең коронар сире, ишемик инсульт һ.б. ауырыуҙар барлыҡҡа килтерә.
Никотин – героин кеүек үк ағыу. Наркомандар әйтеүенсә, героинға ҡарағанда тәмәкенән баш тартыуы ауырыраҡ. Никотин үҙәк нервы системаһына еңел генә үтеп инә, шуға кеше уға тиҙерәк өйрәнә.
Үҫмерҙәргә тәмәкенең зыяны хаҡында һөйләгәндә, улар­ҙың 75 проценты уның зыянлы икәнен аңлағаны асыҡланды. Ә ҡалғандары, тартыу – ул ололоҡ һәм өлгөргәнлек билдәһе, тип һанай. Бөгөн донъяла тәмәкегә ҡағылышлы бихисап уйҙырма бар. Йәнәһе, ул организмға зыян килтермәй, хатта файҙаһы бар. Эйе, никотин, бер рюмка араҡы кеүек үк, нервы системаһының эшен көйләй. Кеше үҙендә көс-ҡеүәт артҡанын тоя. Әммә был − бары яһалма күренеш. Организм яйлап хәлһеҙләнә, нервылар ҡуҙғый. Шуға ла, һиҙгәнегеҙ барҙыр, тәмәкеселәр йыш ҡына агрессив була, тиҙ арый.
Тәмәкене ташлау – бик ауыр процесс. Әммә уның арҡаһында сиргә дусар булып, яфа сигеүҙәр тағы ла хәтәрерәк. Тәмәкеме, әллә һаулыҡмы? Үҙегеҙ һайлағыҙ.

Валентина ЮШКИНА,
табип, Ғ.ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһының үҫмерҙәр үҙәге мөдире.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға