«Йәшлек» гәзите » Һаулыҡ һаҡлау » Дарыу эсә күрмәгеҙ!



17.08.2010 Дарыу эсә күрмәгеҙ!

– Йөклө саҡта баш ауыртһа, температура күтәрелһә, нимә эшләргә? Бала көткәндә цитрамон эсеү рөхсәт ителәме?
Һорауға Өфөнөң 43-сө поликлиникаһы гинекологы Светлана АЛЫМОВА яуап бирә:
– Йөклө саҡтың бөтә осоронда ла цитрамон ҡабул итеү ҡәтғи тыйыла. Бүтән бер ниндәй дарыу булмаған осраҡта ла был таблетканы ашауҙан тыйылырға кәрәк. Сөнки уның составында ҡарындағы баланың сәләмәтлегенә хәүеф менән янаусы аспирин бар. Хатта препаратты йөклө саҡта ғына түгел, имеҙгән саҡта ла эсергә ярамай. Цитрамон бәләкәй балалар өсөн дә хәүефле. Уның йоғонтоһонда сабыйҙа Рейл синдромы хасил булыуы ихтимал. Ул – ҡул бармаҡтарының буҙарыуы, күгәреүе, хәрәкәт итеүҙән туҡтауы, тигән һүҙ. Рейл синдромының шулай уҡ аяҡ бармаҡтарын, үксәләрҙе лә зарарлауы мөмкин. Шуға күрә ун ике йәшкә тиклемге балаларға аспирин, цитрамон кеүек дарыуҙар биреү рөхсәт ителмәй. Ғөмүмән, баш ауыртҡан һайын ҡабырға күнекһәк тә, цитрамон улай уҡ ябай дарыу түгел. Бигерәк тә уны йыш һәм үҙ белдегең менән ашау хәүефле. Сөнки дарыуҙың ҡан составын үҙгәртеүе, ҡан әйләнешен боҙоуы, нервы системаһын зарарлауы билдәле.
Дөрөҫ, ҡайһы бер табиптар, баш ауыртыуын баҫыу­сы препарат эсеүҙән зыян юҡ, иң мөһиме, йөклө ҡатын үҙен яҡшы тойорға тейеш, тигән ҡағиҙәгә таяна. Шулай ҙа мин үҙем башы ауыртҡан ауырлы ҡатындарға «Звездочка» бальзамын һөртөргә кәңәш итәм. Йәнә бер ысул бар. Баш ауыртҡанда сәтәкәй бармаҡты тешләргә кәрәк. Был урында биологик актив нөктәләр урынлашҡан. Күнекмә баш ауыртыуын ғына баҫып ҡалмаҫ, ә йөрәк эшмәкәрлеген дә нормалләштерер. Һыналған ысул мотлаҡ ярҙам итәсәк. Шулай уҡ саф һауала күберәк йөрөгөҙ. Шул саҡта баш ауырыуының нимә икәнен дә белмәҫһегеҙ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға