22.10.2011 Атеросклероз нимәһе менән ҡурҡыныс?
Хәҙерге заманда йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙары бихисап ғүмерҙе алып китә, күп кешене инвалид итә. Был зәһәр сирҙең нигеҙендә ҡан тамырҙары стенаһында атеросклероз барлыҡҡа килеүе ята.
Йөрәктең ишемик ауырыуы хаҡында ике хата фекер йәшәй. Йәштәр уның хаҡында, борсолорға иртә, тип профилактика хаҡында уйламаһа, ололар иһә, мин ҡартайҙым, уға ҡаршы торорға һуң инде, тип ҡул һелтәй. Әммә 400 меңдән ашыу кеше ун йыл дауамында тикшерелгәндән һуң, белгестәр шундай һығымтаға килгән – атеросклероздың төрлө йәштә барлыҡҡа килеүе мөмкин.
ҡанда холестериндың кимәле артыҡ күп булғанда, артериаль ҡан баҫымы тотороҡло булмаһа, тәмәке тартыусыларҙың ауырыу ҡурҡынысы юғары. Шәкәр диабеты, юғары тән массаһы менән яфаланыусылар ҙа йөрәктең ишемик сиренә йышыраҡ юлыға. Әгәр ҙә ошо ауырыуҙар “гөлләмәһе” бер кешелә тупланһа, уның хәле бермә-бер ҡатмарлаша.
Нимә ул холестерин?
Кеше организмына бик кәрәк булған май. Ул күҙәнәктәрҙең, нервы туҡымаларының составына инә, гормондар барлыҡҡа килтереүҙә ҡатнаша. Әммә кеше кәрәгенән артыҡ холестеринды ҡабул итә. Һөҙөмтәлә ул ҡанда артыҡ күп йыйыла. Шулай итеп, “дуҫ” “дошман”ға әүерелә.
Майлы үлем
ҡандағы бөтә холестеринды ла насар тип әйтергә ярамай. Ул матдә булараҡ бер иш, тик ҡанда башҡа май һәм аҡһым матдәләре менән төрлө комплекста була. Уларҙы липопротеидтар тип йөрөтәләр. ҡайһы бер липопротеидтарҙың тығыҙлығы түбән була. Улар бауырға ҡан менән холестеринды килтерә һәм шунда синтезлана. Әммә был өлөшсәләр күбәйеп китһә йәки уларҙың тарҡалыу процесы боҙолһа, ҡанда холестериндың күләме ҡапыл арта. Шул саҡта ҡан тамырҙары стенаһында улар күпләп йыйыла һәм тығыла. Шул рәүешле, атеросклероз төйөрө барлыҡҡа килә. Һөҙөмтәлә тамырҙарҙан ҡан яҡшылап үтә алмай. Ҙур холестерин ядроһы һәм йоҡа ғына тоташтырыусы туҡыманан торған атеросклероз төйөрө иң ҡурҡынысы. Был туҡыма еңел генә йыртылып, төйөрө ысҡынып китеүе бар. Быға яуап итеп, организм тромб сығара башлай. Йыш ҡына ул артыҡ күп барлыҡҡа килә һәм ҡан тамырын ҡаплай. Һөҙөмтәлә, ҡан ағыуынан туҡтай, тән туҡымалары кислородһыҙ һәм туҡлыҡлы матдәһеҙ тиҙ генә эшлектән сыға. Әгәр ҙә был йөрәктә күҙәтелһә – миокард инфаркты, ә мейелә инсульт була. Быға түбән тығыҙлыҡтағы “дошман” – артыҡ холестерин ғәйепле.
“Дуҫ”ты “дошман”дан нисек айырырға?
Холестериндың кимәлен кәметеп буламы? Мөмкин. Бының өсөн йәшәү рәүешен үҙгәртергә кәрәк. Иң тәүҙә тәмәке тартыуҙан баш тартығыҙ. Күберәк хәрәкәтләнегеҙ һәм дөрөҫ туҡланығыҙ. Составында мал майы булған аҙыҡты сикләгеҙ. Уны үҫемлек майына (көнбағыш, зәйтүн, кукуруз) алмаштырығыҙ. Һөт аҙыҡтарын самаһыҙ күп ҡулланмағыҙ. Йомортҡаны бөтәүләй бешереп ашарға тырышығыҙ. Бутҡа, макарон изделиелары, йәшелсә-емеш көндәлек рационығыҙға инһен. Тауыҡ, йәш һыйыр, күркә итендә холестерин әҙерәк була. Аҙнаһына ике тапҡыр балыҡ ашағыҙ, бигерәк тә диңгеҙҙеке файҙалы. Күҙәнәккә бай булған ризыҡ организмдан холестеринды сығара. ҡыҙҙырылған аҙыҡты бөтөнләй ашамағыҙ.
6 − 8 аҙна буйы махсус диета тотҡан саҡта ҡандағы насар холестерин юҡҡа сығыр. ҡайһы саҡ табип дауалау препараттары билдәләй. Киң рекламаланған биологик әүҙем матдәләргә ышанмағыҙ. Уларҙың файҙаһы юҡ.
Бөтә донъя кардиологтарының фекеренсә, 20 йәште үткән һәр кем ҡанындағы холестерин кимәленә анализ бирергә тейеш. Тик шул саҡта ғына бик күп кеше ғүмерен һаҡлап ҡаласаҡ.