«Йәшлек» гәзите » Һаулыҡ һаҡлау » Ҡиммәтле дарыу тәҡдим итмә!



06.09.2011 Ҡиммәтле дарыу тәҡдим итмә!

Рәсәйҙең Монополияға ҡаршы федераль хеҙмәте сирлеләр мәнфәғәтен яҡлаусы закон сығарыу тураһында хәбәр итә.
Дарыу баҙарында йыш ҡына ҡиммәтле сит ил препараттары өҫтөнлөк итә, ә уның ватан фармацевтары етештергән арзан аналогы ла берҙәй йоғонтоло. Кемгәлер ситтән килтерелгән тауарҙан «ҡалъя» эләгә. Монополияға ҡаршы хеҙмәт тап ошо күренеште көйләмәксе. Әгәр РФ Дәүләт Думаһы депутаттары закон проектын хуплай ҡалһа, бынан ары табип ауырыуға ҡиммәтле импорт дарыу тәҡдим итергә тейеш түгел. Сирлегә рецепт яҙғанда дарыуҙың халыҡ-ара атамаһы мотлаҡ күрһәтелергә тейеш (юҡһа, сығарған иленә ҡарап, уның исеме тиҫтәләрсә булыуы мөмкин). Былтыр, мәҫәлән, тикшереү шуны күрһәткән: Италия зофраны 1385 һум торған, ә Рәсәй ондансетроны − 22 һум. Ә уларҙың халыҡ-ара атамаһы бер үк, дозаһы ла. Законды боҙған табипҡа 40 мең һумға тиклем штраф һәм ҡабатланған хоҡуҡ боҙоуы өсөн өс йылға тиклем дисквалификация янай.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға