«Йәшлек» гәзите » Һаулыҡ һаҡлау » Ҡан биреп, йән өрәләр



27.08.2011 Ҡан биреп, йән өрәләр

«Выбор» интерактив уҡыу-уҡытыу программалары үҙәгенең инициатив төркөмө Өфөлә онкологик сирле балалар өсөн ҡан йыйыу ойошторҙо
Ҡан биреп, йән өрәләр
Баш ҡалабыҙҙың әле бер, әле икенсе ерендә йыл әйләнәһенә аҡҡа ҡыҙыл менән «Станция переливания крови» тип яҙылған ҙур машинаны йыш осратырға мөмкин. Ғүмере ҡыл өҫтөндә торған кешене ҡотҡарырға әҙер торған изге күңеллеләр һәм йөрәклеләрҙең ваҡытын һаҡлар, мөмкинлеген яйлар өсөн был машина үҙе халыҡ араһына сыға. Сөнки ҡан бирергә теләүселәр­ҙең күптәре медицина учреждениеларына, ҡан биреү станцияларына эштән арына һалып бара алмай. Ә ҡаланың берәй майҙансығында урынлашҡан мобиль станцияға үтеп барышлай ҙа инеп, миһырбанлы йәнле һәр кеше ҡанға мохтаж булған ауырыу­ҙарға ярҙам итә ала.
Был юлы кешеләргә ғүмер, һаулыҡ өләшеүсе машина Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһенең мәҙәниәт һарайы алдында әллә ҡайҙан үҙенә инергә саҡырып ултыра ине. Ысынлап та, мобиль станция янынан һис кенә лә тыныс ҡына үтеп китеү мөмкин түгел: бәлки, нәҡ ошо мәлдә берәй бала йәки ҡарт йәшәү менән үлем араһындалыр һәм һинең ҡаныңа зар-интизар­ҙыр.
Машина янында − гел йәштәр. ҡан бирергә сират көтәләрҙер, ахыры, тип уларға яҡынлаштыҡ.
− Һаумыһығыҙ! ҡан бирергә теләй­һегеҙме − рәхим итегеҙ! − тип, ҡыҙҙар станцияның ишегенә ымланы.
− Беҙ − республика йәштәр баҫмаһынан...
− Ә беҙ − ошо ҡан биреү буйынса хәйриә акцияһын ойоштороусылар.
− ... һәм ҡан биреүселәрме? − тип кинәйә менән бирелгән һорауыбыҙға ҡыҙҙар-егеттәр дәррәү яуап бирҙе:
− Әлбиттә, бирҙек.
ҡыҙҙарҙың иң ҡыйыуы, үҙен Ләйсән Дәүләтҡолова тип таныштыр­ғаны, үҙҙәренең ҡайҙан һәм ниндәй маҡсат менән бында булыуҙарын ҡыҫҡаса ғына аңлатып бирҙе.
Ҡан биреп, йән өрәләр
− Яңы уҡыу йылы башланыр алдынан беҙҙең «Выбор» интерактив уҡыу-уҡытыу программалары үҙәгенең инициатив төркөмө «Берҙәм Рәсәй» партияһының төбәк бүлексәһе эгидаһы аҫтында «Тормош ижадсылары» тигән мәрхәмәтлелек акцияһын ойошторорға булды. Акция ҡалаға һәм уның кешеләренә ниндәй юҫыҡта булһа ла ярҙам итергә тейеш ине. Беҙ − Республика балалар клиник дауаханаһының онкология бүлеге пациенттарына − онкосирле бала­лар­ға ярҙам итеү өсөн ҡала кешеләренән ҡан йыйыу әмәлен һайланыҡ. Әммә теләк, әгәр уны бойомға ашырыу өсөн тырышлыҡ һалмаһаң, матур ниәт булып ҡына ҡала. Ә беҙ матур башланғысыбыҙҙы аҙағына алып барып еткереү яғын ҡараныҡ һәм Респуб­лика ҡан биреү станцияһы етәкселегенә мөрәжәғәт иттек. Стан­ция мөдире Елена Василь­евна Стрельни­кова башланғысыбыҙҙы хуплап ҡаршы алды, идеяны уңышлы тормош­ҡа ашырырға ярҙам итте, − тип һөйләп алып китте Ләйсән. − Һәм бына бөгөн иртәнге сәғәт 9-ҙан ошо урында инек инде, ә сәғәт 10-да балалар ғүмеренә һәм сәләмәтлегенә битараф булмаған өфөләрҙе ҡуш ҡуллап ҡаршыланыҡ. Рәхмәт барыһына ла − өс сәғәт эсендә саҡырыу-өндәүҙе илленән ашыу кеше яҡын ҡабул итеп, үҙҙәренең изге йәнле икәнлеген күрһәтте. ҡан биреүселәр араһында төрлө категория һәм төрлө йәштәге − 17-нән 60 йәшкә тиклемге кешеләр булды.
ҡыҙҙар әйтеүенсә, ҡайһы бер кеше үҙенең ҡан төркөмөн белмәй, ә бында ҡан биреүселәрҙең бер юлы, беренсенән, ҡан төркөмөн билдә­ләй­ҙәр; икенсенән, ҡанына экспресс-анализ яһалыуҙан донор үҙенең сәләмәтлек торошон да билдәләй; өсөнсөнән, ике түләүле ял көнө бирелә; дүртенсенән, донорға 209 һумға бер тапҡыр туҡланыу мөмкинлеге йәки был сумма аҡсалата бирелә.
Инициатив төркөмдәге йәштәр, хәйриә акцияларының тәүгеһе һәм һуңғыһы булмауы тураһында һөйләп, киләһе акцияның сентябрь баштарында, йәғни студенттар уҡый башлағас, үткәреләсәген белдерҙе.

Рәшиҙә МӘХИЙӘНОВА.
Юлай КӘРИМОВ фотолары.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға