«Йәшлек» гәзите » Һаулыҡ һаҡлау » Һаулыҡ һаҡлау өлкәһенә – 4 миллиард һум



27.08.2011 Һаулыҡ һаҡлау өлкәһенә – 4 миллиард һум

Һаулыҡ һаҡлауҙы модернизациялау буйынса республика программаһын тормошҡа ашырыу өсөн Башҡортостанға 4 миллиард һум самаһы аҡса йүнәлтелгән.
2 миллиард һумдан ашыуырағы Федераль мотлаҡ медицина страховкаһы фондынан күсерелгән. ҡалған аҡсаны төбәк өсөн Башҡортостан Республикаһының Территориаль мотлаҡ медицина страховкаһы фонды бүлгән. Алынған аҡсаның ҙур өлөшө һаулыҡ һаҡлау учреждениеларының матди-техник базаһын нығытыуға, медицина ярҙамын күрһәтеүҙең федераль стандарттарын ҡулланылышҡа индереүгә тотоноласаҡ.
Стандарттарҙы ҡулланылышҡа индереүгә килгәндә, бөгөнгә республиканың һаулыҡ һаҡлау учреждениелары күләмдәр буйынса пландарҙың 20 процентынан артығын үтәмәй. Тикшереүҙәр барышында асыҡланыуынса, дауаханалар һәм поликлиникаларҙың күбеһе федераль стандарттарҙы ҡулланылышҡа индереү мәсьәләләре буйынса хата яһай, йә уларҙы тулыһынса аңлап етмәй. Был йүнәлештә әле күп эшләйһе бар, бының өсөн баш табиптар менән әүҙемерәк эшләргә, медицина хеҙмәткәрҙәре йыйылыштарында ҡатнашырға кәрәк, тип хәбәр итә фондтың матбуғат хеҙмәте.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға