«Йәшлек» гәзите » Һаулыҡ һаҡлау » «Больничный»ҙар төҫөн үҙгәртте



06.08.2011 «Больничный»ҙар төҫөн үҙгәртте

«Больничный»ҙар төҫөн үҙгәртте
«Больничный» ҡағыҙын ялған юл менән эшләүселәрҙең артыҡ күбәйеп китеүе тураһында һүҙҙәр күп йөрөй ине. Хәҙер был документты камиллаштырыу буйынса яңы ҡағиҙәләр эшләй башланы.
2011 йылдың 1 июленән РФ Һаулыҡ һаҡлау һәм социаль үҫеш министрлығының бойороғо буйынса кешенең эшкә яраҡһыҙлығын иҫбатлаусы бланкының яңы формаһы үҙ көсөнә инде. Эшкә яраҡһыҙлыҡ ҡағыҙы, элекке кеүек, йәшел түгел, ә күк төҫтә. Бынан һуң ялған «больничный» ҡағыҙын эшләү бик ҡыйын буласаҡ, сөнки ул компьютер ярҙамында әҙерләнә, ҡағыҙ аҡсалағы кеүек, «һыу» билдәләре бар.
Шулай уҡ ауырыусы хеҙмәткәрҙәргә түләнгән пособиеның күләме лә үҙгәрҙе. Аҡсаны ике календарь йылдың уртаса күләменән сығарып түләйәсәктәр.
Т. АМАНОВ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға