«Йәшлек» гәзите » Һаулыҡ һаҡлау » Дауаланырға килегеҙ



09.07.2011 Дауаланырға килегеҙ

Өфөлә Республика халыҡ медицинаһы һәм апитерапия үҙәге асылды.
Ул «Башҡортостан умартасылыҡ һәм апитерапия буйынса ғил­ми-тикшеренеү үҙәге» дәүләт учреждениеһының сираттағы бү­лексәһе булып тора.
Үҙәк хеҙмәткәрҙәре хәбәр ите­үенсә, дауалау учреждениеһы 28 төрлө медицина хеҙмәте күрһәтеүгә лицензия алған. Бында массаж, физиотерапия, акушерлыҡ һәм гинекология, кардиология, неврология, профпатология, пуль­­монология, ревматология, рефлексотерапия, терапия, ультратауыш диагностикаһы, урология, физиотерапия, функциональ диагностика, эндокринология, гастроэнтерология, хирургия һәм башҡалар инә. Өҫтәүенә, ошо арала тағы ла 15 дауалау төрөнә лицензия алыу күҙаллана. Ме­дицина үҙәге заманса ҡорамалдар менән йыһазландырыл­ған.
Юғары квалификациялы белгестәр медикаментоз дауалау бу­йынса ғына түгел, ә халыҡ медицинаһы ысулдарын (гирудотерапия, фитотерапия, ароматерапия, сәскә терапияһы) ҡулланыу ха­ҡында ла консультациялар бирә. Дауалау башҡорт балы һәм башҡа умартасылыҡ продукцияһы – прополис, бал ҡорто балауыҙы, ағы­уы, һөтө, перга ярҙамында баш­ҡарыласаҡ.
Бөгөн үҙәктең эксперименталь лабораторияларында бөтәһе 200 төрлө дауалау-профилактик продукция, аҙыҡ-түлек һәм косметика әйберҙәре етештерелә. Улар­ҙың күпселеге халыҡ-ара, Рәсәй күргәҙмәләрендә дипломдар һәм миҙалдар менән бүләкләнгән.
– Беҙҙең медицина үҙәгенең төп маҡсаты – кешеләрҙе һауыҡтырыу, – ти «Башҡортостан умартасылыҡ һәм апитерапия буйынса ғилми-тикшеренеү үҙәге»нең директоры Әмир Ишемғолов.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға