14.09.2010 Төп иғтибар – дарыуҙарға!
Әҙәм балаһын аҙыҡ-түлектең ҡиммәтләнеүе, коммуналь түләүҙәрҙең күтәрелеүе генә түгел, дарыу хаҡы ла борсоуға һалыусан. Шуға ла дәүләт һуңғы осорҙа һаулыҡ өсөн мөһим булған медицина препараттарының хаҡын «теҙгенләү»гә айырыуса етди иғтибар бүлә.
Төп маҡсат шунан ғибәрәт: был өлкәлә ныҡлы контроль булдырып, хаҡтарҙың нигеҙһеҙ артыуына юл ҡуймау. Хәҙер фармацевтарға элекке схема буйынса етештереүсенән дарыуҙарҙы һатып алып, күпме теләй, шунса хаҡ өҫтәп һатыу мөмкинлеге бөтөрөлә. Һанап үтелгән әлеге сараларҙың закон менән нығытылыуы ошо эшмәкәрлектең һөҙөмтәһе лә инде. Һүҙебеҙ 1 сентябрҙән ғәмәлгә ингән «Дарыуҙар әйләнеше тураһында» яңы федераль закон тураһында.
Яңы закон нигеҙендә, Рәсәйҙә етештерелгән дарыуҙарға ла, сит илдекеләргә лә берҙәм шарттар булдырылды. Яңы законда яңы дарыуҙарҙы теркәү ваҡыты билдәләнә. Ул оригиналь дарыуҙарға – 210, уларҙың аналогы өсөн 60 көн тип иҫәпләнә. Белгестәр фекеренсә, был алым яңы һәм сифатлы дарыуҙарҙың Рәсәй фармацевтика баҙарына ваҡытында килеп инеүенә йоғонто яһаясаҡ. Йәнә бер яңылыҡ: бынан ары препараттарҙы теркәү РФ Һаулыҡ һаҡлау һәм социаль үҫеш министрлығына бирелһә, дәүләт контроле «Роспотребнадзор»ға йөкмәтелә.
Шулай уҡ дарыуҙы теркәгәндә берҙәм дәүләт һалымының күләме 670 мең һумдан 300 мең һумға тиклем төшкән. Һалымдан килгән табыш федераль бюджет иҫәбенә йүнәлтеләсәк. Әлеге үҙгәрештәрҙең производствоны яйға һалыуға, уны донъя стандарттарына яраҡлаштырыуға ышаныслы аҙым булырына өмөт ҙур. Мәҫәлән, яңы закон буйынса предприятиелар 2014 йылға тиклем Европа стандарттарына күсеп бөтөргә тейеш.
Яңы закон ауыл халҡын да иғтибарһыҙ ҡалдырмай. Әйтәйек, 1 сентябрҙән ауыл фельдшерҙарына дарыу һатыу рөхсәт ителде. Тик бының өсөн тәүҙә белемеңде камиллаштырып, лицензия алыу зарур. Тимәк, бәләкәй генә төймә артынан район үҙәгенә йөрөү онотоласаҡ, тигән һүҙ был. Ә хаҡтарға килгәндә, социаль әһәмиәтле дарыуҙарҙың хаҡтары – 2,7, күмәртәләп һатыуҙа 5,4 процентҡа кәмей икән. Белгестәр фекеренсә, әлеге механизм хаҡтарҙы тотороҡландырыуға үҙ өлөшөн индерәсәк.
Шуны ла иҫтә тоторға кәрәк, был төр дарыуҙарға һәр төбәк өҫтәмә хаҡ билдәләргә хоҡуҡлы. Был туралағы мәғлүмәт менән дарыуханаларҙа яҡындан танышырға мөмкин.
Р. НУРИСЛАМОВА.