25.06.2011 Уф, серәкәй!
Йәй етеү менән кешеләр генә түгел, төрлө ҡорттар һәм бөжәктәр ҙә әүҙемләшә. Етмәһә, улар кешеләрҙе ауырттырып тешләргә лә күп һорап тормай. Тәбиғәт ҡосағында шул «дошман»дарҙан алыҫ торғо килә.
Әлбиттә, себен-серәкәйҙән ҡотолоу өсөн төрлө кремдар бар. Әммә уларҙың составында химик матдәләр булыуын бер генә минутҡа ла иҫтән сығармаҫҡа кәрәк. Иң мөһиме шул: серәкәй тешләүе арҡаһында тәндең ҡысыуы ғына түгел, ысынлап та, ауырып китеүең ихтимал. Шуға ла был йән эйәләренең тешләүен дауалауҙан профилактикалау артығыраҡ.
Себен-серәкәйҙе ҡасырыу өсөн эшләнгән кремдарҙы тәндең бөтә өлөштәренә һөртөүҙең кәрәге юҡ, уларҙы асыҡ урындарға ғына ла һөртөү етә. Әгәр серәкәй тешләгән урын әсетмәй, ҡысытмай икән, бер ниндәй ҙә май һөртөп тормағыҙ. Тирегеҙҙе тырнамаҫҡа тырышығыҙ.
Бөжәктәр һәм ҡорттарҙы ҡурҡытыу өсөн усаҡҡа ылыҫлы ағастарҙың ботаҡтарын өҫтәргә кәрәк. Бер нисә тамсы камфара йәки кедр майын һөртһәгеҙ, ҡанэскестәр урап үтәсәк.
Еҫе күңелгә ятып бөтмәһә лә, балыҡ майы тураһында ла онотмайыҡ. Уны тәнгә һөртһәң, бер ниндәй себен, серәкәй, талпан, ҡандала һәм башҡалар ҡурҡыныс булмаясаҡ.
Москит селтәрҙәренә цитрус йәки ярандың эфир майҙарын тамыҙыу ҙа төрлө бөжәктәрҙән һаҡлаясаҡ. Пластинкалы электрофумигатор бик яҡшы һөҙөмтә бирә. Тик уның зарары бар, бигерәк тә балалар һәм йөклө ҡатындар был препараттан алыҫыраҡ торһон. Шулай уҡ эҫе табаға кедр майын тамыҙыу ҙа шәп һөҙөмтә бирә.
Әгәр себен-серәкәй һеҙҙе шулай ҙа тешләне икән, тәнегеҙ артабан боҙолоп китмәһен өсөн төрлө юлдар бар. Сәй ағасы майын һөртөү ҡысытыуҙы һәм шешеүҙе бөтөрә. Нишатыр спиртын да ҡулланырға була. ҡысытҡан урынға боҙ ҡуйыу ҙа файҙалы.