«Йәшлек» гәзите » Һаулыҡ һаҡлау » Сәскәйҙәрең толом-толом...



25.06.2011 Сәскәйҙәрең толом-толом...

Әгәр сәсегеҙҙең шыма булып йылҡылдап тороуын теләһәгеҙ, йыуғандан һуң сайҡағанда һыуға бер аҙ ғына (бер литрға өс ҡалаҡ) һеркә (уксус) өҫтәгеҙ.
Сәсегеҙ матур һәм тере булһын өсөн уны даими ҡырҡып торорға кәрәк. ҡыҫҡа сәсте 4 – 6, оҙонон 6 – 10 аҙна һайын тигеҙләп тороу та­лап ителә. Сәсегеҙҙе тиҙ генә дауалап алғығыҙ килһә, йыуыр алдынан йомортҡа һарыһы һылап, йылы итеп урап, ярты сәғәт самаһы шулай тотоғоҙ. Ул сәләмәт булһын өсөн шампунде ваҡыты-ваҡыты менән ал­маш­тырып торорға кәрәк. Әгәр ҙә айҙар буйына бер үк шампунь менән йыу­һағыҙ, уның ваҡ ҡына матдәләре сәскә ултырып ҡала башлай һәм улар йыуғанда ла бөтмәй. Һөҙөмтәлә, сәс ауыр һәм майлы булып күренә. Өйҙә яһалған майонез да шулай уҡ сәс өсөн бик файҙалы.

Рәмилә ТАЙСЫНОВА әҙерләне.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға