«Йәшлек» гәзите » Һаулыҡ һаҡлау » Шыттырылған бойҙай көс бирер



21.06.2011 Шыттырылған бойҙай көс бирер

Шыттырылған бойҙайҙың сәләмәтлек өсөн бик файҙалы икәнен халыҡ электән белгән. Элек хатта ондо ла шыттырылған бойҙайҙан тартҡандар. Сөнки һыу, яҡтылыҡ һәм йылылыҡ тәьҫире аҫтында бойҙай орлоғонда булған барлыҡ йәшәү көсө уяна һәм ри­зыҡ аша кеше организмына күсә. Шыттырылған бойҙай менән туҡла­ныу­ға килгәндә, йога менән шөғөлләнеүселәр шундай ысулды тәҡдим итә.
Бер кешегә иҫәпләгәндә 50 – 100 грамм самаһы бойҙайҙы һыуыҡ һыуҙа һәйбәтләп йыуалар. Шунан һуң һауыт­ҡа һалып, өҫтөнә сыҡмаҫлыҡ итеп һыу өҫтәргә лә, марля менән ябып, 24 сәғәткә йылы урынға ултыртырға. Тәүлек үтеүгә бойҙай орлоҡтарынан аҡ йәки йәшкелт төҫтәге бер миллиметр самаһы ҙурлығында шытым «моронлар». Әгәр ҙә шытым оҙон икән, ундай бойҙайҙы ашарға ярамай. Артабан бойҙайҙы 1 – 2 тап­ҡыр ит турағыс аша үткәрергә лә яңы ғына ҡайнап сыҡҡан һыуға йәки һөткә һалырға. Әгәр ҙә һыуы күберәк булһа, кеҫәл килеп сығыр. Ул да бутҡа кеүек бик файҙалы. Бутҡаға кеше иҫәбенә бер балғалаҡ бал йәки үҫемлек майы өҫтәргә мөмкин. ҡайнатырға ярамай.
Һауытты уттан алып, ҡапҡасы ҡап­лан­ған көйө бер аҙ тотоп, һыуытып ашар­ға кәрәк. Әгәр ҙә шыттырылған бойҙай­ҙан бешерелгән бутҡаны көн һайын ашаһаң, ғәжәп һөҙөмтәләргә ирешергә мөмкин: хәрәкәтте координациялау һәләте тергеҙелә, күҙҙәр яҡшыраҡ күрә башлай, сәс ҡуйыра, тештәр нығына, иммунитет нығый. Ул экзема, ашҡаҙан сей яраһы булғанда ныҡ файҙалы, эс ҡатыуҙан ҡотҡара. Үҙегеҙҙәге үҙгәрештәрҙе 1 – 2 аҙнанан уҡ тойоуығыҙ мөмкин.
Көндәлек аҙығығыҙға 50–100 г шыттырылған бойҙай өҫтәй башлағас, ризығығыҙҙың калорияһы ла түбәнәйә, икмәк һәм ондан бешерелгән аҙыҡты ҡулланыуҙы кәметергә була.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға