18.06.2011 Һаулыҡты нисек нығытырға?
Сәләмәтлекте һаҡлауҙа гигиена ҡағиҙәләрен теүәл үтәү төп шарт. Мәҫәлән, ашар алдынан ҡулды йыумауҙың ҡурҡыныс йоғошло сиргә дусар итеүе билдәле. Шул уҡ ваҡытта, артыҡ таҙалыҡ та идеаль сәләмәтлек өсөн бигүк дөрөҫ юл була алмай икән. Ғалимдарҙың тикшереүе күрһәтеүенсә, ябай һабын урынына бактериаларға ҡаршы махсус таҙартҡыстар ҡулланған кешеләр йышыраҡ ауырый. Сөнки көслө антисептиктар тәндең тәбиғи бактериаль балансын боҙа, йәғни файҙалы бактериялар үлеп, киреһенсә, зыянлы патогендар үрсей башлай.
Йөккә уҙыуҙан һаҡланығыҙ!
ҡасан ғына, ауырға ҡалыуҙан һаҡлаусы контрацептивтар матдәләр алмашыныуын боҙа, кәүҙә ауырлығын арттыра, тигән фекер урын алғайны. Әле иһә гинекологтар, бындай препараттар ҡатын-ҡыҙҙың сәләмәтлегенә ыңғай йоғонто яһай, тип иҫбат итә. Атап әйткәндә, улар аналыҡтағы яман шеш хәүефен егерме процентҡа кәметә.
Сәй эсегеҙ!
Донъяла иң файҙалыһы йәшел сәй, тип уйлайһығыҙмы? Юҡ шул! Тикшереүҙәрҙән күренеүенсә, нәҡ ҡара сәй тештәге бактерияларға үрсергә ирек бирмәй икән. Шулай уҡ ул йөрәкте лә һаҡлай. Баҡтиһәң, ауыҙ ҡыуышлығындағы бактериаль зарарланыу ҡан тамырҙарында микротромбалар барлыҡҡа килтерә. Был, үҙ сиратында, инфарктҡа дусар итә. Тимәк, ҡара сәйҙәге матдәләр хәүефле процесҡа кәртә була ала.
Газлы һыуҙы ҡулланмағыҙ!
Барлыҡ газлы, яһалма тәм биргестәр өҫтәлгән һыуҙарҙа фосфор кислотаһы бар. Тышлыҡта ул Е338 тип күрһәтелә. Был элемент организмдағы кальцийҙы йыуып сығарыуы менән хәүефле. Һөҙөмтәлә, һөйәк массаһы кәмеп, һөйәк дистрофияһы хасил була. Әйткәндәй, был сир ирҙәргә ҡарағанда ҡатын-ҡыҙҙар араһында йышыраҡ осрай.
Алкоголь яман шеш хәүефен арттыра
ҡайһы бер наркологтар, әҙ күләмдәге спиртлы эсемлектәр һаулыҡ өсөн файҙалы, тигән фекерҙә. Ә онкологтар бының менән килешмәй. Һуңғы тикшеренеүҙәр асыҡлауынса, араҡының бәләкәй генә тамсыһы ла яман шеш ауырыуы хәүефен арттыра. Ә диетологтар маҡтаған ҡыҙыл шарап иһә күкрәк биҙҙәре өсөн зыянлы.
Фолий кислотаһы менән дуҫлашығыҙ!
Фолий кислотаһы айырыуса гүзәл заттар өсөн мөһим. Мәҫәлән, әгәр ҙә буласаҡ әсәлә был элемент етмәһә, баланың зәғиф булып тыуыуы мөмкин. Организм фолий кислотаһы запасына бай булһа, олоғайған көндә күҙҙәргә бәйле проблемалар булмаясаҡ. Әгәр ҙә уны В6, В12 витаминдары менән бергә ҡабул итһәң, ауырыу ҡурҡынысы 41 процентҡа тиклем кәмей.
Һимермәгеҙ!
Кәүҙә ауырлығы артыҡ булған ҡатын-ҡыҙҙар йөккә уҙа алмай, өҫтәүенә, улар остеопороз ауырыуына тиҙ бирешә. Утыҙ йәште уҙған һәм буйы 165 см булған гүзәл заттың кәүҙә ауырлығы 63 – 65 килограмдан ашмаҫҡа тейеш. Әгәр үҙегеҙҙең нормағыҙ күпме булырға тейешлеген белмәһәгеҙ, уны иҫәпләүе ауыр түгел. Бының өсөн квадратҡа алып, кәүҙә ауырлығын буй үлсәменә бүлегеҙ. Мәҫәлән, 70 кг: (1,7м х1,7м) = 24,2.
Гормондарҙан ҡурҡығыҙ!
Менопаузанан һуң ҡатын-ҡыҙҙың организмында гормондар ҡапыл аҙая. Был остеопорозға, ашҡаҙандың сей яраһы, эсәктәге яман шеш ауырыуҙарына һәм йөрәк-ҡан тамырҙарының боҙолоуына килтереүе ихтимал. Шуға күрә табиптарҙың күбеһе гормональ терапия билдәләй. Әммә ҡайһы бер гормондар, мәҫәлән, эстроген менән прогестоген организмды нығытмаясаҡ, ә киреһенсә, сәләмәтлекте ҡаҡшатасаҡ ҡына.
Тәмәке тартмағыҙ!
Был турала хатта аңлатма биреп тороу ҙа кәрәкмәй. Бары тик һуңғы медицина тикшеренеүҙәре күрһәтеүенсә, тәмәке тартҡан гүзәл заттарҙың аналыҡтағы яман шеш менән ике тапҡырға күберәк ауырыуын миҫал итеп килтерергә була.
Бала тапҡығыҙ килһә, ҡояшта ҡыҙынығыҙ!
Табиптар түлһеҙлеккә дусар иткән төп сәбәптәрҙең береһе тип йомортҡалыҡтағы проблемаларҙы атай. Йомортҡалығында ниндәйҙер проблема булған ҡатын-ҡыҙҙың Д витаминына ҡытлыҡ кисереүе билдәле. Тикшеренеүҙәр күрһәтеүенсә, Д витамины менән дауаланыу әлеге органдағы сирҙәрҙе 93 – 99 процентҡа тиклем кәметә. Шулай ҙа был витаминды элеккесә ҡояш нурҙары аша үҙләштереү хәйерле. Әгәр тире яман шешенән ҡурҡаһығыҙ икән, ҡыҙыныу мотлаҡ түгел. Бары тик ҡояшта күберәк йөрөү ҙә (тәүлегенә 20 минут самаһы) етә.
Дарыуҙар менән һаҡ булығыҙ!
Витаминдар ҡабул итеү яҡшы, шулай ҙа дарыуҙарҙы ҡабул иткәндә һаҡ булырға кәрәк. ҡайһы бер препараттар тиренең һиҙгерлеген арттыра, аллергияға дусар итә. Айырыуса ҡан баҫымы дарыуҙарына, һыуыҡҡа ҡаршы холестеринды кәметеүсе дарыуҙарға иғтибарлы булырға кәрәк тип иҫәпләй белгестәр.
Банан ашағыҙ!
Психик сәләмәтлек халыҡ-ара ойошмаһы мәғлүмәттәренән күренеүенсә, урта йәштәрҙәге һәр дүртенсе кеше күңел төшөнкөлөгөнән яфалана. Уның төп сәбәбе – триптофан аминокислотаһы етмәүендә. Был проблеманан ҡотолорға банан, күркә ите, слива, эремсек ярҙам итә.
Утыҙ йәшкә тиклем ике бала табығыҙ!
Был биологик сәғәткә көйләнеү түгел. Ә ни бары егерме менән утыҙ йәш араһында бала табыу һәм имеҙеү ҡатын-ҡыҙҙарҙың күкрәк яман шеше менән сирләү осрағын кәметә икән. Бынан тыш швед ғалимдары был осорға бала табыусылар ревматоид артриты менән 50 процентҡа әҙерәк сирләй тип иҫәпләй.
Спорт менән шөғөлләнегеҙ!
Арҡаһы, биле ауыртыуына зарланмаған кеше юҡтыр. Был проблеманан арынырға даими көслө күнегеүҙәр генә ярҙам итә.
Дөрөҫ туҡланығыҙ!
Сәбәпһеҙгә эскә һауа йыйылыуы йомортҡалыҡтағы яман шеш ауырыуы билдәһе булыуы мөмкин. Шуға күрә был проблеманы иғтибарһыҙ ҡалдырырға ярамай. Быға тиклем шул диагноз ҡуйылыусыларҙың 86 процентында ошо хәл күҙәтелгән.
Баш тартмағыҙ!
Даими енси тормош гүзәл заттарҙы ла, ирҙәрҙе лә йәш күрһәтә. Йылына ике йөҙ мәртәбә оргазм алыу кешене үҙ йәшенән алты йәшкә йәшәртә, имеш. Бынан тыш, тәртипле енси тормош иммунитетты күтәреүгә лә ярҙам итә. Ошо хаҡта онотмағыҙ!