«Йәшлек» гәзите » Һаулыҡ һаҡлау » Ревматизм – хәүефле сир



18.06.2011 Ревматизм – хәүефле сир

Был инфекцион-аллергик харак­тер­ҙағы ялҡынһыныу ауырыуын стрептококктарҙың бер төрө ҡуҙғата. Шуға күрә ул йыш ҡына ангина, йә иһә өҫкө һулыш юлдары сирҙәренән, йә башҡа инфекция кисергәндән һуң килеп сыға. Ревматизм менән ауырығанда, нигеҙҙә, йөрәк клапандары зарарлана һәм төрлө йөрәк сирҙәре барлыҡҡа килә. Быуындар зарарланыуы (полиартрит) ауырыу барышында ҡыҫҡа ваҡытлы күренеш кенә. Ғәҙәттә, ул стационар­ҙарҙа дауаланғандан һуң үтә. Ләкин ауырыу­ҙың киҫкен формаһынан һуң ул һыҙлаусан булып ҡала. Бигерәк тә ул үҙен көн боҙолғанда һиҙҙерә. Был медицина телендә артралгия тип атала.

Төп бурыс – ауырыуҙың ҡабатланыуын (рецидивтарҙы) киҫәтеү һәм көсәйеп китеүен булдырмау. Бының өсөн алдан сара күреү зарур. Иң элек бөтә инфекция сығанаҡтарын (миндаль биҙҙәренең хроник ялҡынһыныуын – тонзилитты, кариесты, ҡолаҡ һәм танау эсендәге өҫтәмә ҡыуышлыҡтар ялҡынһыныуын) дауаларға һәм бөтөрөргә кәрәк. Инфекцияға ҡаршы тороусанлыҡты арттырыу (яҡшы туҡланыу, гигиена, шифаханала дауаланыу, сынығыу, гимнастика һәм спорттың ҡайһы бер төрҙәре) талап ителә. Шулай уҡ һыуыҡ тейеүҙән, ел һуғыу­ҙан һаҡланырға кәрәк. Быуындар һыҙлай башлаһа, эстән йөн кейем кейергә, йылытыусы компрестар ҡуйырға кәңәш ителә. Шулай уҡ табип-ревматолог күрһәтмәһе буйынса яҙлы-көҙлө дарыуҙар эсеп профилактика курсы үтеү мөһим. Был быуындар һыҙлауына ҡаршы яҡшы сара. Өҫтәүенә, йөрәк ауырыуҙарын булдырмаҫҡа ла ярҙам итә.
Ул хроник ялҡынһыныу йәки матдәләр алмашыныуы – дистрофик характерҙа булыуы ла мөмкин. Беренсеһенә, башлыса, ревмотоидлы, йәғни инфекцион-специфик булмаған полиартрит инә. Ревматик полиартриттан айырмалы рәүештә, ул хроник төҫ алыу­сан. Был саҡта быуындар гел генә елһенеп тора, формалары үҙгәрә, кимерсәктәр зарарлана һәм быуындарҙың өҫтө тоташып үҫә. Һөҙөмтәлә быуындар һығылмалылығын юғалта, һыҙлай, хәрәкәт сикләнә. Быуындар тотошлай (ҡул суғы, табан, теҙ, янбаш, оса, аяҡтар) һыҙлай. Был сир йонсотҡанда иртәнсәк түшәктән тороп китеүе ауырлаша. Хәл үтә лә ҡатмарлашҡас, тире, мускулдар, хатта эске органдар ҙа зарарлана башлай.

Дарыуҙар менән дауаланыуҙан тыш, быуындар һыҙлағанда йылы процедуралар файҙалы. Ғәҙәттә, өҫтәмә яҫтыҡтар һәм валик һалып, аяҡ-ҡулдарҙы теҙҙән һәм терһәктән бөкләп яталар. Йылытҡыс, йылытҡыс компрестар ҡуйырға, парафин аппликациялар эшләргә мөмкин. Бының өсөн 55 – 60 градуслы эрегән ҡайнар парафинды 1 см ҡалынлығында тирегә һылайҙар ҙа клеен­ка, бер аҙ мамыҡ ҡуйып, салфетка менән бәйләйҙәр. Процедура парафин һыуынғансы, 20 – 25 минут дауам итә. Башҡа физиотерапия сараларынан ультрафиолет нурҙарҙы (тирене ҡыҙартырлыҡ доза), ионофорезды, диатермияны ҡулланалар.

Зарарланған быуындарҙың функцияһын элекке хәленә ҡайтарыу һәм нығытыу – һауығыуҙың йәнә бер мөһим йүнәлеше. Бының өсөн уларға төрлө алымдар буйынса гимнастика яһайҙар. Ауыртһа ла, барлыҡ быуындарҙы башта пассив, һуңынан актив рәүештә хәрәкәтләндерәләр. Быуындарҙың бер-береһенә тоташып, ҡатып ҡалмауын, шулай уҡ мускулдар атрофияһын бары тик даими хәрәкәтләндергәндә генә булдырмаҫҡа мөмкин. Был хәрәкәттәр көнөнә бер нисә тапҡыр башҡарылырға тейеш. Һауыға башлау менән быуындар яҙыл­һын өсөн күберәк йөрөргә кәрәк. Мускулдар атрофияһын булдырмау өсөн массаж яһала. ҡаты ауырып, түшәктә оҙаҡ ятҡанда таҙалыҡҡа иғтибар итергә, тәндең сейләнеүенә юл ҡуймаҫҡа кәрәк.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға