«Йәшлек» гәзите » Һаулыҡ һаҡлау » Башҡорт ашамлыҡтары



14.06.2011 Башҡорт ашамлыҡтары

Ананаслы запеканка

Башҡорт ашамлыҡтары3 йомортҡа, 3 аш ҡалағы шәкәр, 750 г эремсек, 3 балғалаҡ манный ярмаһы, 1 лимон, 0,25 г ванилин, 200 г консерваланған ананас, 1 аш ҡалағы май, йөҙөм кәрәк.
Бер йомортҡа һарыһын айырып алыр­ға. Йомортҡа ағына һәм ҡалған йомортҡаларға шәкәр ҡушырға. Йөҙөмдө 30 минут һыуҙа ебетергә, эремсеккә манный ярмаһы, ҡырыл­ған лимон ҡабығы, ванилин, йөҙөм өҫтәргә. Һуңынан шәкәр менән туҡылған йомортҡа өҫтәп, яҡшылап болғатырға. Ананас телемдәрен май һыланған түңәрәк формалы табаға теҙергә, өҫтөнә эремсек һалып, ҡалған йомортҡа һарыһы менән һыларға.
180 градуслы духовкала 40 минут бешерергә.


“Көньяк” салаты

Башҡорт ашамлыҡтары100 г колбаса йәки ветчина, 2 маринадланған кишер, 2 йомортҡа, 1 стакан бешкән дөгө, 2 − 3 аш ҡалағы йәшел борсаҡ, 3 − 4 ҡалаҡ ҡаймаҡ, 2 маринадланған ҡыяр, зәйтүн емештәре кәрәк.
Кишерҙе һаламлап турарға һәм әҙ генә һыу ҡушылған аш һеркәһендә кишерҙе тотоп алғандан һуң уға ваҡ ҡына итеп туралған йомортҡа, колбаса, дөгө, борсаҡ ҡушып, ҡаймаҡ һалып бутарға.
Табынға һыуытҡыста 2 сәғәт тотҡандан һуң бирелә. Салаттың өҫтө тоҙло ҡыяр, зәйтүн емештәре менән биҙәлә.

“Джульетта” торты

Башҡорт ашамлыҡтары3 йомортҡа, 1 стакан шәкәр, 1 банка ҡуйыртылған һөт, 1 стакан ҡаймаҡ, 1 балғалаҡ сода, 2 стакан он кәрәк.
Майланған табала 4 корж бешерергә.
Сироп өсөн: 1 стакан һыуҙа 1,5 стакан шәкәрҙе ҡайнатырға, һыуытырға, тәменсә лимон кислотаһы өҫтәргә.
Крем: 100 − 150 г аҡ майға 1 банка ҡуйыртылған һөт ҡушып туҡырға. Йәймәләрҙең өҫтөнә ыуылған шоколад һибергә.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға