14.06.2011 Әгәр тирегеҙ тиҙ майланһа
Йәйгеһен бит йыш ҡына майлана. Уға ҡаршы нисек көрәшергә?
Битегеҙҙе ҡайнар һыу менән һабынлап түгел, ә һалҡын һыу менән йыуырға кәрәк. Һөҙөмтәлә, ундағы күҙәнәктәр тарая.
Майлы тирене ябай аш тоҙо яҡшы таҙарта. Бының өсөн һыуҙа сылатылған мамыҡ киҫәген йәки губканы һабынлағыҙ һәм шуға бер аҙ тоҙ һибегеҙ. Аҙаҡ әкрен генә майлы урындарҙы һөртөгөҙ. Тоҙло-майлы күбекте биттә кипкәнсе тотоғоҙ һәм һуңынан һалҡын һыу менән йыуығыҙ.