14.06.2011 Башҡаларға ҡан биреү – изгелек ҡылыу ул
«Донор» һүҙе латинса «donare», йәғни «бүләк итеү» һүҙенән алынған. Өлкән кешегә үҙ сәләмәтлегенә зыян килтермәйенсә бер тапҡыр яҡынса бер литр ҡан бирергә була. Ә ҡан биреү станцияларында иһә һәр теләгән кеше ҡанға мохтаждарға 450 мл ҡанын биреп, ауыр хәлдәге кешегә ғүмер һәм сәләмәтлек бүләк итә ала. Организм бындай ҡан миҡдарын тиҙ генә тергеҙеүгә һәләтле. Бер юлы организмдың эндокрин һәм иммун системаларының эшмәкәрлеге яҡшыра.
Билдәле булыуынса, оҙаҡ ваҡыт ҡан биргән кешегә һалҡын һәм грипп тейеп бармай, ул онкология һәм йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙарына дусар булмай. Донорлыҡ кешенең психик торошона ла йоғонто яһай.
ҡан һәм уның компоненттарын әҙерләү дәүләт өсөн мөһим һәм һаулыҡ һаҡлау өлкәһе өсөн төп проблема булып тора. Уны ыңғай хәл итеү тыныс ваҡытта һәм ғәҙәттән тыш хәл осраҡтарында юғары технологиялы медицина ярҙамын күрһәтеү мөмкинлеген бирә. Әлеге ваҡытта кеше һаулығын һәм ғүмерен һаҡлап ҡалыу өсөн ҡан һәм уның компоненттарын биреү ысулын ҡулланмаған бер генә лә медицина өлкәһе юҡ. Дауахана квалификациялыраҡ һәм унда дауалауҙың ҡатмарлы һәм өр-яңы алымдары күберәк ҡулланылған һайын ауырыуҙарҙы аяҡҡа баҫтырыу өсөн ҡан күберәк файҙаланыла. Мәҫәлән, ҡатмарлы хирургик операциялар башҡарылған клиникала һәр койкаға йылына 2 литрҙан ашыуыраҡ ҡан ҡойола, гематологик клиникаларҙа был һан кәмендә 5 литрға, йөрәккә операциялар башҡарылған клиникаларҙа 12 – 15 литрға тиклем барып етә.
Дауалау учреждениеларын ҡан һәм уның компоненттары менән тәьмин итеү проблемаһы килеп сыҡмаһын өсөн һәр мең кешенең, һис юғында, 40 – 60-ының донор булыуы кәрәк. Ә һәр яҡтан имен Данияла, мәҫәлән, был күрһәткес ике тапҡырға артығыраҡ. Японияла иһә Донорҙар көнөндә ҡан бирмәгән кешегә ҡырын ҡарай башлайҙар икән.
Рәсәйҙә халыҡ ҡан биреп бармай. Сәбәбе – кешеләр изге эш эшләү кәрәклеге тураһында онотҡан. Шуға күрә Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы ҡан биреү мөмкинлегенә эйә булғандарҙы ошо изге аҙымға саҡыра.
Әйткәндәй, донъяла донорлыҡ эше 1926 йылдан алып киң йәйелдерелгән. Төп йүнәлеш – ҡанды бушлай биреү, ә был граждандар гуманизмының һәм патриотлығының иң юғары сағылышы. Башҡаларҙың сәләмәтлеге һәм ғүмере өсөн үҙ ҡанын йәлләмәгән донорҙарға дан һәм рәхмәт!
Әйткәндәй