«Йәшлек» гәзите » Һаулыҡ һаҡлау » Сәләмәтлек йөҙҙә сағыла



30.04.2011 Сәләмәтлек йөҙҙә сағыла

Сәләмәтлек йөҙҙә сағылаБДМУ-ның ашығыс ярҙам, һәләкәт медицинаһы, термик йәрәхәттәр һәм трансфузиология кафедраһы доценты Флариса Сабирйән ҡыҙы Мусина Иглин районының Түбәнге Ләмәҙ ауылында тыуған. Һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә уның исеме юғары квалификациялы терапевт, медицина белгестәре әҙерләүҙә емешле хеҙмәт итеүсе тәжрибәле педагог булараҡ яҡшы таныш. Ашығыс медицина ярҙамы табиптары, интернатурала уҡыусылар өсөн әллә күпме уҡыу программаһы, ҡулланма материал әҙерләгән ул. «Нитроэфирҙар менән оҙайлы бәйләнештә булғанда тамырҙарҙың гипотоник синдромы формалашыуы» тигән темаға кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлаған. Тикшеренеүҙәре менән байтаҡ медицина форумында, халыҡ-ара конференцияларҙа, конгрестарҙа сығыш яһаған. Уңышлы хеҙмәте «Рәсәйҙең күренекле ғалимдары» сертификаты менән баһаланған.
– Флариса Сабирйәновна, һеҙ шул тиклем көсөргәнешле эш графигында эшләйһегеҙ. Нисек өлгөрәһегеҙ?
– Эш көнөм иртәнге сәғәт һигеҙҙә Өфөнөң 18-се дауаханаһында башлана. Оперативкала булып, консультациялар үткәргәнсе сәғәт телдәре унынсы яртыға яҡынлаша. Был курсанттарға, интернатура, ординатурала уҡыусыларға ваҡыт бүлер мәл. Буласаҡ табип бит һигеҙ, туғыҙ йылын уҡыуға бағышлай. Юғары уҡыу йортон тамамлағас та тағы ике йыл белемен камиллаштыра, профессиональ оҫталыҡ серҙәренә төшөнә. Ошо контингент менән иртүк эш башлайбыҙ. Төшкә ҡарай БДМУ-ға юлланам. Унда дипломдан һуң белем биреү институтында директор урынбаҫары булып эшләйем. Йәш табиптарға сертификат алырға, квалификацияларын күтәрергә булышлыҡ итәбеҙ. Беҙгә Мәскәүҙән йыл һайын ординаторҙарҙы һәм интерндарҙы уҡытыр өсөн бюджет урындарға квота бирелә. Ошо квоталарға уҡыу йорто һәм Һаулыҡ һаҡлау министрлығы вәкилдәренән торған комиссия менән йәш белгестәргә имтихандар үткәреп, кафедраларға бүлеп, уҡырға тәғәйенләйбеҙ.
– Тимәк, вуздарҙа уҡытыу ваҡытын ҡыҫҡартыу буйынса бәхәс тыуған хәлдә лә, медицина вуздары был хаҡта һүҙ ҡуҙғата алмай?
– Медицина вуздарының спецификаһы шунда: йәш белгес алты йыл уҡығандан һуң йәнә бер йыл буйы белемен камиллаштырып, сертификат алырға тейеш. Сертификатһыҙ табип булып эшләү мөмкин түгел. Ә йөрәк-ҡан тамырҙары хирургияһы, яңаҡ-йөҙ хирургияһы, урология, нейрохирургия, ортодонтия кеүек ҡатмарлы йүнәлештәр буйынса бер йыл интернатурала, ике йыл ординатурала шөғөлләнергә тура килә. Йәғни улар туғыҙ йылдан һуң ғына табип булып өлгөрә. Беҙҙең бүлек бына ошо уҡыусылар менән эшләй. Өс ай һайын улар үҙҙәренең өлкән профессорҙарынан, уҡытыусыларынан ни­мәгә өйрәнгәндәре тураһында отчеттар тәҡдим итә, ярты йыл һайын имтихан тота. Шунан ғына дәүләт аттестацияһы үтеп, өс этапта имтихан биреп, сертификат һәм кенәгәгә эйә була.
– Йәш табиптарҙан өс ай һайын отчет ҡабул итәбеҙ, тинегеҙ, ниндәй етешһеҙлектәр күҙгә ташлана?
– Белгес нисә ауырыуҙы ҡараған, ниндәй сирҙәрҙе дауалауҙа ҡатнаш­ҡан, ниндәй уңыштарға ирешкән – барыһын да тикшерәбеҙ. Ә һөнәргә өйрәткән кеше, быны дәлилләп, ҡултамғаһын ҡуя. ФГС, кардиограмма эшләргә өйрәттегеҙме, тип остазынан да һорау алырға хоҡуғыбыҙ бар. Етешһеҙлектәр асыҡланһа, яңынан ҡушып эшләтәбеҙ.
Бөгөн табип һөнәрен һайлаусылар­ға һәйкәл ҡуйырлыҡ. Үҙегеҙ уйлап ҡарағыҙ, вуз тамамлап, интернатурала уҡып йөрөүселәрҙең стипендияһы – 2700, ә ординаторҙарҙың 2900 һум. Был аҡсаға нисек йәшәмәк кәрәк?! Улар эшләргә, һөнәрҙе үҙләштерергә, эшкә урынлашырға тырыша икән, ҡыуаныслы күренеш. Күҙәтеүҙәрҙән сығып фекер йөрөтһәк, диплом алған белгестәрҙең 10 проценты самаһы медицина өлкә­һендә ҡалмай, килемлерәк эшкә урынлашырға тырыша. Әммә нимәһе ҡыҙыҡ: һуңынан күптәре барыбер кире ҡайта. ҡыҙыҡ миҫал, мәҫәлән, былтыр интернатура үтмәйенсә, ун биш йыл бизнеста йөрөгән ир кеше уҡырға килде. Ун биш йыл бизнес менән шөғөлләнгәндән һуң, медицинаға кире ҡайтырға теләгән икән, тимәк, ул барыбер ҙә күңелендә һөнәренә ҡарата һөйөү йөрөткән. Шулай ун биш йылдан һуң интернатура үтеп, быйыл ул табип булып эш башланы.
– Күптәр, табип һөнәрен яратмайынса эшләп булмай, тигән фекер­ҙә...
– Был дөрөҫ. Табип ауырыуҙарҙың барыһына ла тигеҙ ҡарарға тейеш. Ниндәй генә сирле булмаһын, гепатитмы, наркоманмы, ВИЧ-инфекциялымы, барыһына ла берҙәй ярҙам кәрәк. Табип ауырыу менән һөйләшмәһә, уның эске борсолоуҙарын белмәһә, уртаҡ тел таба алмаһа, диагноз ҡуйыуы ауыр. Сөнки диагноздың 30 проценты аралашыу, әңгәмә ваҡытында генеалогик тамырҙар менән ҡыҙыҡһыныу, нәҫел сирҙәрен асыҡлау, ә 40 проценты физикаль ысул аша ҡуйыла. Диагноздың 25 – 30 проценты анализ менән иҫбат ителә. Әле беҙҙең совет медицинаһының ыңғай яғын бөтөрөп, страховка медицинаһына ултыртып, стандарттар индереп, ауырыу менән ошолай яҡын аралашыу­ы­быҙҙы кәметәләр. Төп диагностика итеп ком­пь­ютер­­ға өҫтөнлөк бирелә. Заман техникаһы яҡшы, әлбиттә. Әммә уға программа ҡуйылған, ул уртаса пара­метр­ҙар буйынса эш итә. Был параметрҙар бер берәмеккә генә түбән булһа ла, патология күрһәтә. Элек мәҫәлән, табиптарҙың клиник фекерләүе көслө булған. Табип клиник фекерләүенә нығыраҡ таянған, шунан ғына ауырыу­ҙы функциональ тикшереүгә ебәргән. Әле шуға иғтибар итергә мөмкин: консультацияға килгән ауырыу иң беренсе өҫтәлгә анализ һөҙөмтәләрен һала. Мин, ғәҙәттә, анализдарҙы ситкә ҡуйып, тәүҙә һөйләшеп алыуҙы хуп күрәм. Һуңынан уларға күҙ һирпеп алам. Беренсе диагностика этабында ауырыуҙы нимә борсоғанын белергә тейешһең. Шунан анализдарҙы файҙаланһаң да була. Әйтергә теләгәнем шул: компьютер, тест арҡаһында ғына диагноз ҡуйып булмай. Һәр организмдың үҙ нескәлектәре бар. Компьютер уны күрмәй. Медицинала автоматлаштырыу менән һаҡ эш итергә кәрәк, тимәксемен.
– Һеҙ үҙегеҙ ни өсөн табип һөнәрен һайланығыҙ?
– Бәләкәй саҡта гел генә табип булып уйнай торғайным. ҡурсаҡтарға әсәйемдең хушбуйҙары менән уколдар ҡаҙайым. Бәлки, ниндәйҙер кимәлдә әсә-атайымдың ғаилә дуҫтарының ошо һөнәр эйәләре булыуы ла йоғонто яһағандыр. Иллә-мәгәр Мәсбүрә өләсәйем мулла ҡыҙы булған. Иглин районының Түбәнге Ләмәҙ ауылында ул йылдарҙа донъяға килгән бик күптәрҙең кендек әбейе. Ярҙам һорап килгәндәрҙең береһен дә кире бороп сығармаған бик изге күңелле кеше ине ул .
Һигеҙенсе синыфты гел «бишле»гә генә тамамлағандан һуң имтиханһыҙ Өфөнөң 1-се медицина училищеһына, артабан институтҡа уҡырға индем. Профессиональ сирҙәр, терапия буйынса махсуслаштым. Кандидатлыҡ диссертациямды яҙып, ошо йүнәлеш буйынса Санкт-Петербургта, Мәс­кәүҙә белемемде камиллаштырҙым.
– Был өлкәлә стажығыҙ күпме ?
– Дөйөм медицина стажым 34 йыл, шуның 22 йылы – табип булараҡ үткән хеҙмәт юлы. 1987 йылда Башҡорт дәүләт медицина институтын тамамлағандан һуң Өфөнөң Хеҙмәт гигиенаһы һәм профессиональ ауырыуҙар фәнни тикшеренеүҙәр институтында эш башланым. 1990 йылда медицина институтына ғилми хеҙмәткәр булып күстем. Бер йылдан һуң эске ауырыу­ҙар кафедраһы ассистенты итеп тәғәйенләндем. Һәм әлеге көнгә тиклем БДМУ-ның ашығыс ярҙам, һәләкәт медицинаһы, термик йәрәхәттәр һәм трансфузиология кафедраһында һәм дипломдан һуң белем биреү институтында эшләйем. Улым да табип һөнәрен һайланы. Ул – кардиолог. Әле ординатурала уҡып йөрөй. Киленем – акушер-гинеколог. Бөгөн ейәнсәрем дә, ҡасандыр минең кеүек, табип булып уйнай. Я буду «выясом», тип ҡуя.
– Һеҙҙеңсә нимә ул сәләмәтлек?
– Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы вәкилдәре күп тапҡыр ҡабатлауынса, сәләмәтлек – ауы­ры­мау ғына түгел, ул күңелдең һәм рухтың сәләмәт булыуы. Ысынлап та, сәләмәтлек – йән рәхәте, тән сихәте, күңел тыныслығы.
– Сәләмәтлекте ҡаҡшатыусы фактор­ҙарҙы атаһағыҙ ине...
– Әлеге лә баяғы статистикаға әйләнеп ҡайтһаҡ, сәләмәтлектең 12 проценты ғына табиптарға, ҡалғаны йәшәү рәүешенә, ашаған ризығыңа, эскән һыуыңа, һулаған һауаңа, һөнәреңә бәйле. Иң мөһиме, кешелә һау-сәләмәт тормошҡа психологик йүнәлеш булырға тейеш. Әгәр ҙә, уф, ауырыйым, әсәйем дә фәлән сир менән интегә, киләсәктә минең менән дә шулай буласаҡ, тип мейеңә һалып ҡуяһың икән, тимәк, һин үҙеңде 10 процентҡа ошо ауырыуға әҙерләй­һең, йүнәлеш бирәһең. Әлбиттә, йөрәк-ҡан тамыр­ҙары, ашҡаҙан, эсәк ауырыу­ҙары кеүек ҡайһы бер сирҙәр буйынса генетик күсәгилешлек бар. Әйтәйек, ауырыған әсәйең кеүек, ошо уҡ шарттарҙа йәшәһәң, бер үк ризыҡ менән туҡланһаң, ысынлап та, шул уҡ сиргә юлығыуың ихтимал. Әммә гәзит уҡыусылар шуны онотмаһын ине: һәр кемдең сәләмәтлеге – үҙ ҡулында. Ә табип һаулыҡты контролдә тоторға, диспансер күҙәтеүе үткәрергә тейеш. Сирҙе алдан уҡ күҙаллап, профилактик эш алып барырға бурыслы.
Социаль сирҙәр борсоуға һала. Бигерәк тә туберкулез арта. Яҡшы йәшәйбеҙ, тибеҙ, ә асарбаҡтар күбәйә. Ә асарбаҡ үҙенең сүплегендә генә ауырымай, ул микобактериялар­ҙы башҡа урында ла тарата. Үкенескә күрә, әлеге көндә дарыуханаларҙа әллә күпме дарыу һатылһа ла, микроогранизмдарҙың ҡаршы тороусанлығы үҫә.
– Табиптарға ниндәй ауырыуҙар менән йышыраҡ мөрәжәғәт итәләр?
– Йәштәр араһында йәрәхәттәр күп. Олораҡтар араһында йөрәк-ҡан та­мыр­ҙары сирҙәре, ҡан һауыу, инфаркт хәүеф тыуҙыра. Үҫмерҙәр араһында психик ауырыуҙар һәм наркомания көслө. Өс көн элек кенә өсөнсө балаға йөклө ҡатындың бер үк ваҡытта яман шеш менән ауырыуы асыҡланды. Уның ике балаһы ВИЧ-ҡа дусар ителгән. Аҙнаһына баш ҡала дауаханаларында икешәр онкологик сир теркәлә. Был бик күп. Һаулығына һәр кем иғтибарлы ҡараһын ине.
– Һеҙҙең ҡарамаҡҡа ауырыуҙарға нимәгә иғтибар йүнәлтергә кәрәк?
– Ауырыу гәзиттән, интернеттан уҡып, үҙ белдеге менән дауаланырға тейеш түгел. Мотлаҡ белгескә күренергә кәрәк. Сирлеләрҙең күбеһе, сәләмәтлектәре ҡаҡшай башлаһа, үлән, биологик өҫтәмәләр эсә башлай, халыҡ табиптарына мөрәжәғәт итә. Табип күҙлегенән ҡарағанда, ауырыу был мәлдә дауаланыуға ваҡытын ғына юғалта. Халыҡ табиптары менән генә ауырыуҙарҙы һауыҡтырып бөтөү мөмкин түгел икәнлеген аңлаһындар ине. Бында бер бәлә лә бар. Диспансерлаштырыу менән генә барса халыҡты тикшереп булмай. Кемдең пропискаһы юҡ, кем яңы саҡ эшкә урынлашҡан. Ә бындай кеше­ләр­ҙең инфекция йөрөтөүе мөмкин. Табипҡа сир аҙғас ҡына мөрәжәғәт итмәһендәр, ваҡытында күренһендәр.
– Табиптарыбыҙҙа нәҡ шул иғтибарлылыҡ, кисереү тигән нәмә юғалды кеүек. Табип, йөрәге аша кисереп, ауырыуҙың кире энергетикаһын үҙенә алмаҫ өсөн һинең хәбәреңде лә йүнләп тыңламай, тигәндәрен дә йыш ишеткәнем бар...
– Ауырыуҙың хәлен башыңдан үткәреп, ҡайтҡас та уның тураһында уйлап йөрөмәһәң, һин табип түгел. Мин һәм башҡа бик күп коллегаларым шулай уйлай.
– Һеҙҙең ҡул аша бик күп табип үтә. Ысынлап та, ошолай Гиппократ антына тоғро табиптар күпме?
– Хәҙерге заман белгестәре күберәк прагматик. Шулай ҙа үҙ эшенә тоғро һәм һөнәрен яратып башҡар­ған табиптар күпселекте тәшкил итә.
Былтыр дипломдан һуң белем алыу институтына 560 йәш белгес килде. Әлбиттә, уларҙың биш йөҙө лә шәп табип була алмаһа ла, күбеһенең үҙ һөнәренең ысын оҫтаһы булып танылыуына шик юҡ. Сөнки уларға Рәсәйҙә генә түгел, халыҡ-ара кимәлдә киң танылыу яулаған үҙебеҙҙең докторҙарыбыҙ белем бирә. Беҙҙәге базаны ситтә лә таныйҙар. Гарвард менән даими телемедицина бәйләнешенә инәбеҙ. Беҙгә күренекле ғалимдар лекциялар уҡый, һорауҙар бирәбеҙ. Онлайн режимында иркен эшләйбеҙ. Конференциялар, теоретик уҡыуҙар үткәрәбеҙ. Табиптарыбыҙ тәжрибә уртаҡлашыр­ға йыш йөрөй, беҙгә лә киләләр. Университетта йәш быуынды медицинанан инглиз телендә уҡытыу маҡсаты ҡуйылды. Был уҡытыусылар­ға ла талап өҫтәне. Тимәк, медицина өлкәһендә дәрестәр алып бараһың икән, инглиз телен белергә тейеш­һең.
– Был мөмкинме?
– Өс йыл инде ситтән килгән I – II курс студенттары теоретик кафедрала инглиз телендә уҡытыла. Әлеге көндә клиник кафедрала белем биргән йәш аспиранттарҙы, ординатор­ҙарҙы, йәш уҡытыусыларҙы АҡШ-тан килгән уҡытыусы сентябрҙән алып ошо йүнәлештә уҡыта.
– Редакциябыҙ почтаһында, юғары ҡан баҫымы ҡурҡынысыраҡмы, әллә түбән ҡан баҫымымы, тигән һорау бар...
– Был һорауға аныҡ ҡына яуап биреп булмай. Ауырыуҙың үҙен ҡарар­ға кәрәк. Кешеләрҙең күбеһендә түбән ҡан баҫымы күҙәтелә. Улар хатта үҙҙәре был хаҡта белмәүе лә ихтимал. Ә ҡан баҫымы саҡ ҡына күтәрелһә, мәҫәлән, 130-ға менһә, үҙҙәрен насар тоя башлайҙар. Шуға күрә ниндәй ҡан баҫымы норма, ниндәйе түбән йәки юғары икәнлеген әйтеүе ҡыйын. Һәр организмдың үҙ нескәлеге...
– Ә гемоглобинға ҡарата нимә әйтерһегеҙ?
– Шулай уҡ... Клиник һорауҙарға бер табип та телефон аша йәки телевизорҙан ярҙам итә алмай. Беҙҙең классик медицина шулай тип өйрәтә. Беҙ, шул мәктәпте үткән табиптар, виртуаль диагноз ҡуймайбыҙ. Ауырыуҙы күргәндән һуң ғына һығымта яһау дөрөҫ булыр.
– Гәзит уҡыусыларыбыҙҙың һәр икенсеһе тиерлек «Ни өсөн нәҡ яҙ миҙгелендә гастрит көсәйә икән?» тигән һорау менән мөрәжәғәт итә.
– Гастрит көсәйә, тип әйтеү дөрөҫ булмаҫ, көсөргәнеш тыуа. Гастрит менән ауырымаҫ өсөн күп нәмә үҙеңдән тора. Мәҫәлән, күптәр иртән ярты сәғәт алдараҡ тороп, бутҡа бешерергә ялҡаулана. Ауырыу­ҙарҙың 90 проценты шулай тип әйтә. Үкенескә күрә, ул дауалау­ҙың тағы ла ҡиммәткә төшәсәге хаҡында уйлап та ҡарамай. Иртән тороп бутҡа бешереп ашап та, көнө буйына ас йөрөп, кис туйғансы тығын­һаң да, зыянынан башҡа файҙаһы юҡ. Бына һиңә – гастрит! Көнөнә өс-дүрт тапҡыр ашау, дөрөҫ туҡланыу, йәшелсә-емешкә өҫтөнлөк биреү, витаминдар ҡулланыу – иң дөрөҫө.
– Ә сирләмәгән хәлдә табипҡа күренеү мотлаҡмы?
– Һис һүҙһеҙ. Бигерәк тә ҡатын-ҡыҙ йылына бер тапҡыр маммологҡа, ике тапҡыр гинекологҡа күренергә тейеш. Аяҡтан йығылғас ҡына табип­ҡа мөрәжәғәт итеүҙең үкенесле тамамланыуы бар.
– Һеҙ, табип, фән кешеһе булараҡ, нимәгә борсолоу белдерәһегеҙ?
– Медицина өлкәһенә информатик, инновацион системалар индереү арҡаһында табиптың бәҫе кәмей. Клиник фекерләүҙе замана техникаһына алмаштырабыҙ. Улай булырға тейеш түгел. Табиптар математик түгел. Улар күңеле һәм йөрәге менән эшләргә тейеш. Стандарттар, программалар менән генә диагноз ҡуя башлаһа, табип тәғәйенләнешен юғалта һымаҡ. Табип бит ул ҡул менән эшләй торған һөнәр эйәһе. Уның эшмәкәрлеген бер ниндәй машина ла, компьютер ҙа ҡабатлай алмай.
– 1 майҙан илебеҙҙә Мотлаҡ медицина страховкаһы тураһындағы закон ғәмәлгә инә. Был закондың ауырыу­ҙар һәм табиптар өсөн ыңғай яҡтарын барлап үтһәгеҙ ине...
– Миңә ҡалһа, ул мотлаҡ медицина страховкаһы системаһын модернизациялауға йүнәлтелеүе менән отош­ло. Ул системала ҡатнашыусыларҙың берҙәм хоҡуҡи ерлектә эшләүенә мөмкинлек аса, һәр кемдең вәкәләттәре асыҡ билдәләнгән булыуы менән уңайлы. Элек, совет медицинаһы ваҡытында медицина ярҙамы этаплап күрһәтелә ине. Тәүҙә ауы­рыу­ҙы полик­линика табиптары ҡарай, һуңынан дауаханаға һалалар, аҙаҡ шифаханаға ебәрәләр. Ошо система тотош донъяла иң яҡшы система булғандыр. Сифатты ҡайтарыр өсөн беҙгә, бәлки, этаплап дауалауға ҡайтырға кәрәктер?..

Рәйлә КҮСЕМХАНОВА әңгәмәләште.
Юлай КӘРИМОВ фотоһы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға