«Йәшлек» гәзите » Һаулыҡ һаҡлау » Сәләмәтлек етди бурыс ҡуя



23.04.2011 Сәләмәтлек етди бурыс ҡуя

Башҡортостан Республикаһы хөкүмәте менән РФ Һаулыҡ һаҡлау һәм социаль үҫеш министрлығы, Мотлаҡ медицина страховкаһы федераль фонды тарафынан өс яҡлы килешеүгә ҡул ҡуйылды.
Документ 2011– 2012 йылдарҙа Башҡортостан Респуб­ликаһында һаулыҡ һаҡлауҙы модернизациялау программаһын тормошҡа ашырыуҙы күҙ уңында тота. Ике йылға иҫәпләнгән программаны финанслау 15 миллиард һум тәшкил итә. Төбәк программаһын раҫлауға ирешеү буйынса ҙур эш башҡарылды, алда мөһим этап – уны ғәмәлгә ашырыу, ти БР хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Фидус Ямалетдинов.
Ысынлап та, был программа етди бурыстар ҡуя, медицина ярҙамы күрһәтеүҙең сифатын үҙгәртеүгә өмөт уята. Сөнки ул республика һаулыҡ һаҡлау учреждениеларының эшмәкәрлеген ҡулайлаштырыуға, матди-техник базаһын нығытыуға, тармаҡты мәғлүмәтләштереүгә, ме­дицина ярҙамына түләүҙә яңы финанс механизмына күсеүгә йүнәлтелгән. Шулай уҡ ҙур ҡалаларҙағы һәм райондарҙағы дауаханаларҙа махсуслашҡан медицина үҙәктәре төҙөү ҙә күҙ уңында тотола.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға