«Йәшлек» гәзите » Һаулыҡ һаҡлау » Табиптар яҡшыға өмөтләнә



19.03.2011 Табиптар яҡшыға өмөтләнә

Республика балалар дауаханаһында уникаль операция башҡарылды. Пациент – эпилепсия менән ауырыусы ун өс йәшлек үҫмер.
Табиптар билдәләүенсә, әле бала үҙен яҡшы хис итә. Клиника белгестәре, малай һауығыр, тигән өмөттә. Дауахананың нейрохирургия бүлеге мөдире Айрат Тимершин билдәләүенсә, әле нимәлер күҙалларға иртәрәк, барыһын да ваҡыт күрһәтәсәк. Шуға ла бала ярты йыл табиптар күҙәтеүе аҫтында буласаҡ.
Башҡортостан медиктары башҡарған операция ҡиммәтле һәм юғары технология талап иткән медицина ярҙамы төрө һанала. Элек бындай юғары медицина ярҙамы Рәсәйҙең ҙур ҡалаларында ғына күрһәтелгән. Сөнки операция невролог, нейрофизиолог, психолог, психиатр, хирург кеүек юғары профессиональ белгестәрҙе генә түгел, заманса ҡорамалдар ҙа талап итә. Мәҫәлән, операция барышында ҡулланылған махсус программа һалынған магнит-резонанслы томограф сирҙе теүәл һәм тамырынан юҡ итергә булышлыҡ итә.
Әйтергә кәрәк, республикабыҙҙа эпилепсиянан интегеүселәр байтаҡ. Улар яҡынса өс меңдән ашыу кеше иҫәпләнә, ә 10 проценты әлеге операцияға мохтаж. Тәүге операция тулыһынса республика бюджеты иҫәбенә башҡарылған.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға