«Йәшлек» гәзите » Һаулыҡ һаҡлау » Бал файҙалы. Әммә барыһына ламы?..



13.10.2019 Бал файҙалы. Әммә барыһына ламы?..

Балдың шифаһы хаҡында борон замандарҙан билдәле. Бал хаҡында Ҡөрьәндә һәм Библияла әйтелә. Икенсе донъя һуғышы ваҡытында яраларҙы эшкәрткәндә балды дезинфекциялау сараһы булараҡ ҡулланғандар. Уның составында В1, В5, В6, В9, С, РР витаминдары, йод, калий, кальций, марганец, фосфор, тимер, баҡыр, хлор кеүек макро һәм микроэлементтар бар. Бал ни тиклем ҡарараҡ төҫтә, шул тиклем составында тимер, баҡыр һәм марганец күберәк. Бал организм тарафынан тулыһынса үҙләштерелә. Уның 100 грамында – 80,3 г углевод, 0,8г аҡһым. Фруктоза менән глюкоза татлы тәм бирә.
Бер ҡалаҡ балда – 98,4, бер балғалаҡта – 29,5, 100 грамда – 328 ккал.


Дауалау үҙенсәлектәре

Әленән-әле үткәрелеп торған ғилми тикшеренеүҙәр ҙә балдың файҙалы үҙенсә­лек­тәрен иҫ­батлай. Уларға ентек­ләберәк туҡталып үтәйек.
Организмдың һаҡлаусы көсөн күтәрә. Бигерәк тә һалҡын тейгәндә файҙаһы ҙур.

Йөрәктәге етди патологик үҙгәрештәргә юл ҡуймай. Сос­тавындағы глюкоза һәм магний иҫәбенә йөрәккә һәм ҡан та­мырҙарына ыңғай йо­ғонто яһай. Глюкоза тиҙ таралып, йөрәк мускулдарына энергия бирә. Бал коронар ҡан тамырҙарын киңәйтә һәм ҡан әйләнешен яҡшырта. Ә даими рәүештә ҡулланғанда, мус­кулдарҙың тонусын күтәрә.

Бактерияларға һәм ялҡын­һыныуға ҡаршы тороу көсөнә эйә. Бал микробтарға ҡаршы көрәшә. Ҡайһы бер төрҙәрен 10 сәғәттә, икенселәрен бер-ике тәүлектә юҡҡа сығара.

Бауырға, үт ҡыуығына ыңғай йоғонто яһай.

Бал шәкәрҙе алмаштыра, әм­мә шул уҡ ваҡытта тештәрҙең эмаленә зыяны юҡ. Ауыҙ ҡыуышлығын бактерия­ларҙан таҙарта, шунлыҡтан кариес булмай.

Ул ҡыҙамыҡ, герпес кеүек ауырыуҙарҙы дауалауҙа уңыш­лы файҙаланыла.

Антиоксидант ролен үтәй, организмды токсиндарҙан һәм тоҙҙарҙан таҙарта. Бынан тыш, кеше өсөн иң хәүефле булған радиация элементтарына ла ҡаршы тора.

Баланың нервы системаһын формалаштырыуға ярҙам итә. Ул тынысландыра, арыуҙы бөтөрә, көсөргәнештән ары­нырға ярҙам итә.
Һөт менән ҡушып ҡуллан­ғанда, йоҡоһоҙлоҡҡа һәм стрестарға ҡаршы көрәшә.
Баш мейеһе нейрондарын көйләп, хәтерҙе яҡшырта.

Ашҡаҙан-эсәк ауырыуҙарын иҫкәртә, эсәктәрҙең микро­фло­раһын яҡшырта, мотори­каһын көсәйтә. Иртәнсәк бер стакан һыуға бал бутап эскәндә, аш эшкәртеү органдарын «уятырға» ярҙам итеп, тотош көнгә энергия бирә.

Ололарға ла балды йышыраҡ ашарға тәҡдим ителә. Сөнки ул көс бирә, мейе күҙәнәктәренә тарҡалырға юл ҡуймай.

Зыяны
Шифалы үҙенсәлектәре күп булыуға ҡарамаҫтан, уны ҡул­ланғанда бик һаҡ булырға кәрәк. Мәҫәлән, бауыр циррозы, үт ҡыуығында таш булғанда йә үт ҡыуығы булмаһа, бал ашауҙы сикләү талап ителә.

Инфаркттан һуң ашҡаҙан әселеге көслө булған кеше­ләргә лә бал зыянлы булыуы ихтимал. Аллергиктарға һәм һимеҙҙәргә лә балды күпләп ашарға ярамай. 100 г балда 328 ккал булыуын онотмағыҙ.

Йөрәк ауырыуы менән сирләүселәргә балды эҫе сәйгә һалып эсеү хәүефле: йөрәккә көс төшә.

Балды йылытҡанда, эҫет­кәндә файҙалы үҙенсә­лектәрен юғалта. 60 градусҡа тиклем йылытҡанда унда организмда шештәр үҫеүенә йоғонто яһаусы гидроксиметилфурфурол тигән матдә барлыҡҡа килә.

Балды ике йәшкә тиклемге балаларға, аллергиктарға, һи­мереү менән интегеүселәргә һәм диабетиктарға ҡулланыу тыйыла.


Баллы рецепттар



Йоҡоһоҙлоҡтан
Йоҡларға ятырҙан 30 – 40 минут алда бер стакан йылы һөткә йә һыуға бер ҡалаҡ бал ҡушып эсергә.

Йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙарынан
Атеросклероздан бал ҡушып әҙерләнгән дауаның файҙаһы тейеүе мөмкин.
Бер стакан керәнде ҡырғыстан үткәреп, 5 тәүлек төнәтергә. Бер ҡалаҡ бал, сөгөлдөр һәм кишер һуты, бер лимон һуты алырға һәм барыһын бергә бутап, көнөнә ике тапҡыр ашарҙан 40 – 60 минут алда эсергә. Дауаланыу курсы – 1,5 ай.

Бронхиттан
Оҙайлы йүтәлдән балға аҡ май ҡушылған дауа ярҙам итә. 100 г балды, аҡ майҙы, какаоны, 15 г алоэ һутын бергә ҡушып бутарға һәм бер аҙ йылытырға (ҡайнатырға ярамай). Бер ҡалаҡ ошо ҡатнашмаға бер стакан һөт ҡушып, иртәле-кисле эсергә.

Ауыҙ ҡыуышлығы ауырыуҙарынан

Бер-ике ҡалаҡ кип­терелгән ромашка сәс­кәһенә 400 мл ҡайнар һыу ҡойоп, 10 – 15 минут парҙа тоторға. Һуңынан төнәтмәне һөҙөп алып, бер-ике балғалаҡ бал өҫтәргә һәм ауыҙҙы сайҡатырға.

Көслө күремдән йә бала ятҡылығынан ҡан килеүҙе туҡтатыу өсөн
Бер ҡалаҡ ирәүән менән бөтнөк үләне ҡатнашмаһына ике стакан ҡайнар һыу ҡойоп, ярты сәғәт парҙа тоторға. Әҙер булғас, һөҙөп алып, ике ҡалаҡ бал ҡушырға һәм көнөнә ике тапҡыр 200 мл эсергә.





Автор: С. Лотфуллина
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға