07.10.2019 Ҡотҡарырға ашыҡмағыҙ
Әлеге мәлдә уларға үҙҙәре биләгән “урындары” үтә уңайлы.
“Мин бит әсәй”ҙәргә бер туҡтауһыҙ үҙенең әсәлеге тураһында “ялҡынлы” телмәр тотоу мөһим, сөнки ул башҡаларҙан йәлләү һәм аңлау көтә. Кемдәндер ярҙам һорамайынса, хәле бөткәнсе бер үҙенең бала менән булыуын батырлыҡ тип һанай. Ошо ысул менән үҙен “мин баланы контролдә тотам” тип тынысландыра. Уңайлы.
Эскесе ир менән йәшәү ҙә бик “уңайлы”. Ҡатындың бар эше – бер ниндәй конструктив ҡарар ҡабул итмәй, бәхетле һәм тулы ғаилә иллюзияһын булдырыу! Ә бының өсөн ғаиләләге проблеманы башҡаларға белгертмәү генә кәрәк. Уңайлы бит.
30 йәшлек ир кешегә әсәһе менән бергә йәшәү һәм: “Ул бит мине контролдә тота, минең ынтылыштарымды баҫа, мине ирекһеҙләй”, – тип зарланыу уңайлы. Уның “ҙурайып”, үҙ тормошо өсөн яуаплылыҡ алғыһы килмәй. Уңайлы.
Бер юлы бер нисә ҡатын-ҡыҙ менән осрашып йөрөгән ир-егет: “Улар бер-береһен тулыландыра, бер нисек тә кемеһендер генә айырып һайлай алмайым”, – тип аҡлана. Ысынында иһә ул ҡарар ҡабул итеүҙән, яуаплылыҡтан ҡаса. Уңайлы.
Бөтәһе лә алйоттар, тиеп ярлыҡ тағыу ҙа үтә уңайлы. Ул ваҡытта һин үҙең тураһында бөтәһенә лә ҡарағанда күберәк беләһең һәм аңлайһың, тигән тәьҫорат ҡалдыраһың. Уңайлымы?
Йәше үтеп барған ҡыҙҙың: “Әсәйемде үпкәләткем килмәй, яңғыҙын ҡалдырырға ҡурҡам, йәлләйем”, – тип үҙ тормошо менән йәшәмәүе лә уңайлы.
Сиктәреңде (границы дозволенного) билдәләмәйенсә: “Кем йыбанмай, кем ялҡауланмай – барыһы ла мине үҙенә кәрәккәндә генә файҙалана!”– тип әйтеүе уңайлы.
Эшеңде яратмауың тураһында зарланыуы уңайлы. Ә бит үҙе ни өсөндөр “иреккә” ынтылмай, йылдар буйы көн дә ошо эшкә килә... Әлбиттә, был осраҡта яңынан йәшәргә өйрәнәһе түгел – уңайлы бит.
Ҡапыл сирләп китеп, тормошоңда килеп тыуған мөһим ваҡиғаларҙы хәл итмәүе лә уңайлы.
Улар булдыра алмай, тип башҡаларҙың эшен атҡарыу уңайлы. Сөнки был хәлдә уларҙы контролдә тотоу еңелләшә.
Танылмаған гений булыу уңайлы! Бының өсөн артыҡ күп тә кәрәкмәй: билдәле блогерҙарҙы һүгеү, кешенең яҙған постарына әхлаҡһыҙ комментарийҙар яҙыу ҙа етә. Үҙең яҙып, башҡаларҙан әрләнәһе, уларҙың һинең фекереңә ҡаршы булыу дәлилдәрен күрәһе түгел бит. Уңайлы.
Бер кем дә минең менән эшләмәй, миңә бер ниндәй психолог та ярҙам итмәй, тип мыжып, үҙеңдең уникаллегеңә ышаныу уңайлы. Был ваҡытта ҡурҡыуҙарыңды аша атлап үтергә кәрәкмәй! Мин – үҙенсәлекле шәхес, тигән тойғо бындай кешелә оҙаҡ һаҡланасаҡ әле, һәм хатта ошо рәүешле танылыу яулағандар ҙа бар.
Эшемдә мин – кеше, эшем кейендерә-туйындыра, эшем – иң ҡәҙерле нәмәм тормошта, тип алһыҙ-ялһыҙ эшләүселәргә лә уңайлы.
Зинһар, кешене ҡәҙерһеҙләмәгеҙ, уның фекерен хөрмәт итегеҙ! Ҡыҫылмағыҙ “үтә мөһим ярҙамығыҙ” менән. Эйе, бәлки белгестәргә кемдеңдер “тайпылышы” күренәлер, әммә ул бит үҙен ярҙамға мохтажмын тип һанамай! Уға шулай уңайлы. Ҡалдырығыҙ уны.
Кемгә уңайһыҙ, ул ошо хәлдән сығыу юлын эҙләй, таба. Психологтарға йә иһә башҡа ышаныслы, уларҙы аңлаған, ярҙам иткән белгестәргә бара, бергәләп оҙайлы эшләргә риза була. Эйе, үҙ өҫтөңдә эшләү өсөн ваҡыт, түҙемлек һәм дә теләк кәрәк.
Әгәр ҙә һеҙҙә, “уңайлыҡтарынан” ҡотолорға теләмәгәндәрҙе һис шикһеҙ ҡотҡарырға кәрәк, тигән теләк ҡабына икән... Тимәк, шәхсән һеҙгә лә уйланырға урын бар.
Үҙен, үҙенең тормошон үҙгәртә алған кешеләр бар. Улар күп. Сәбәбе –уларға былай йәшәү артабан уңайлы булмаған.