«Йәшлек» гәзите » Һаулыҡ һаҡлау » Дарыуҙар арзан, сифатлы булырға тейеш



05.03.2011 Дарыуҙар арзан, сифатлы булырға тейеш

Башҡортостан Республикаһында халыҡтың дарыуҙар менән тәьмин ителешен камиллаштырыу буйынса ведомство-ара комиссияның сираттағы утырышы үтте.
Уны комиссия рәйесе, республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Фидус Ямалетдинов алып барҙы. Ултырыштың көн тәртибендә бер нисә мәсьәлә ҡаралды. Быйылғы йылдың ғинуарына ҡарата йәшәү өсөн мөһим булған дарыуҙар мониторингы күрһәтеүенсә, Башҡортостан дарыуҙар сағыштырмаса арзан булған төбәк иҫәпләнә. Дарыу препараттарын күмәртәләп һәм ваҡлап һатыу­ҙа мөмкин булған өҫтәмәләргә дәүләт көйләүе тураһында мәсьәлә буйынса республиканың Тарифтар буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәдис Сәлимгәрәев сығыш яһаны. Сығышта билдәләнеүенсә, был йүнәлештә эш ярайһы уҡ яҡшы ойошторол­ған. Шул уҡ ваҡытта фармацевтика баҙарының айырым субъекттары тарафынан Тарифтар буйынса дәүләт комитеты юллаған белешмә хаҡтарын кире ҡағыу осраҡтары ла юҡ түгел. Был айырыуса республиканан ситтә урынлашҡан фармацевтика компаниялары филиалдарына ҡағыла. Эш шунда, ғәмәлдәге закондарҙа фармацевтика ойошмаларының мөмкин булған өҫтәмәләрҙе билдәләү өсөн иҫәпләү материалдарын тапшырыу яуаплылығы ҡаралмаған. Шул сәбәпле Тарифтар буйынса дәүләт комитеты уларға йоғонто яһай алмай. Ошо йәһәттән Фәдис Сәлимгәрәев был өлкәләге һөҙөмтәлелекте күтәреү маҡсатында яуаплы структуралар араһында өс яҡлы килешеү төҙөргә тәҡдим итте.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға