«Йәшлек» гәзите » Һаулыҡ һаҡлау » Тәүге аҙымдары ышаныслы



01.03.2011 Тәүге аҙымдары ышаныслы

Тәүге аҙымдары ышаныслыТәнгә дауа булһа ла, йәнгә дауа юҡ, ти халыҡ мәҡәле. Әммә кешенең күңел торошон, күңел кисерештәрен һәм ауырыуҙарын өйрәнеүсе һәм дауалаусы фән дә, табиптар ҙа бар. Тик халыҡ ҡына уларға мөрәжәғәт итеп бармай. Ә бит һәр ауырыу­ҙы дауалауға ҡарағанда иҫкәртеү яҡшыраҡ. Шуның кеүек үк, күңел ауырыу­ҙарына илтеүсе сәбәптәрҙе лә ваҡытында асыҡлап, кисектереү мөһим. Күптән түгел Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте грантына лайыҡ булыусы йәш ғалим Илгиз Тимербулатов та шундай фекерҙә.

– Фән менән студент саҡтан уҡ ҡыҙыҡһына башланым, психиатрия түңәрәгенең әүҙем ағзаһы булдым. Психиатрия кафедраһы мөдире Владимир Юлдашев етәкселегендә факультативта ҡатнаша торғайныҡ. Медицинаның тап ошо тармағын һайлауымда ла уның роле ҙур булды. Психиатрия – бик ҡыҙыҡлы, шул уҡ ваҡытта иң ауыр фәндәрҙең береһе. Шуға ҡарамаҫтан, беҙҙең төркөмдөң 70 проценты тиерлек ошо йүнәлеште һайланы. Ғөмүмән, табип һөнәре нәҫелебеҙҙән килә, атайым да, өләсәйем дә – табиптар, әммә улар икеһе лә хирург, – тип һөйләй Илгиз Фәрит улы.
Илгиз Тимербулатовтың ғилми хеҙмәте бөгөн ғәҙәттән тыш көнүҙәк темаларҙың береһе булған балалар һәм үҫмерҙәр суицидына арналған. 2003 йылда ул ошо тема буйынса кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлай, ғилми тикшеренеүҙәрен артабан дауам итеп, 2010 йылда медицина фәндәре докторы дәрәжәһенә лайыҡ була.
– Нервы системаһының, психиканың ҡаҡшауы, депрессия суицид кеүек ҡурҡыныс проблема менән бәйле. Ә суицид, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, хәҙерге заманда үлемгә килтереүсе сәбәптәр араһында ҙур урын биләй. Юл-транспорт фажиғәһе икенсе урында килһә, суицид – беренсе урында. Әгәр ҙә юл-транспорт фажиғәләре буйынса махсус программалар булһа, суицид буйынса әлегә яуаптарға ҡарағанда һорауҙар күберәк. Ғилми хеҙмәтебеҙҙә беҙ ҡасан, ниндәй шарттарҙа балаларға һәм үҫмерҙәргә суицид ҡурҡынысы янауы, уға этәреүсе хәл-ваҡиғаларҙы тикшерәбеҙ, уларҙы кисектереү, иҫкәртеү юлдарын эҙләйбеҙ. Шуға бәйле балаларҙың холоҡ үҙенсәлектәрен, нервы системаһының, психикаһының ҡаҡшауына килтереүсе проблемаларҙы өйрәнәбеҙ. Йәғни ниндәй балаларға хәүеф янауын асыҡлау – төп бурыс­тарҙың береһе. Бының өсөн үҙе бер монографияға торошло һорауҙар теҙмәһе әҙерләнде, бала һәм ата-әсәләр менән эшләүҙең механизмдары уйланылды. Ә ғилми тикшеренеүҙең һөҙөмтәһенә килгәндә, фажиғәне, балалар араһында суицидты иҫкәртеү буйынса тотош методика эшләнде, – ти ул, фәндәге уңыштарында үҙенең ғилми етәксеһе, медицина фәндәре докторы, профессор Владимир Юлда­шевтың ролен юғары баһалап.
Ә Илгиз Тимербулатов, әле йәш булыуына ҡарамаҫтан, яңынан-яңы уңыштарға ирешеп, фәндә ышаныслы аҙымдар яһай. Бер нисә тапҡыр фән буйынса Рәсәй кон­курс­тарында ла ҡатнашып, еңеүгә өлгәшкән. Бер төркөм йәш ғалимдар араһында Башҡортостан Хөкү­мәте грантына лайыҡ булыуын оло мәртәбә тип ҡабул итә.
– Грантты, иң беренсе сиратта, хеҙмәтебеҙҙе юғары кимәлдә таныу, Президент кимәлендә баһалау тип ҡабул итәм. Яңы фән юлына баҫҡан йәштәр өсөн шунан да ҙур баһаның булыуы мөмкин түгел. Ул беҙгә көс-дәрт өҫтәй, яңы эҙләнеүҙәргә этәрә. Мин иһә фән юлын һайлап яңылышмауыма тағы бер тапҡыр инандым һәм ошо йүнәлештә башлаған эшемде һәм ғилми эҙләнеүҙәремде дауам итәсәкмен, – ти йәш ғалим.

Сажиҙә ЛОТФУЛЛИНА.
Айрат НУРМӨХӘМӘТОВ фотоһы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға